Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 52


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙОГУРТ
аңлата. «Ағиҙел», № 3, 2010. Йәрәхәт һалмаусы спорт төрҙәрен, әйтәйек, йога һәм аджилингты һайлау яҡшы булыр. «Йәшлек», 28 май 2009.
ЙОГУРТ [рус. < боронғо төрки йоғурт} (Р.: йогурт; И.: yoghurt; T.: yoğurt) и.
Төрлө емеш-еләк ҡушып әҙерләнгән әсе һөт аҙығы. □ Йогурт. Йогурт әҙерләу. Шәкәрһеҙ йогурт. ■ Популяр йогурттың тамырҙары кәзә һөтөнә барып тоташа. «Йәшлек», 6 апрель 2010.
ЙОҒАНЫС I (Р.: заразный; И.: infectious; T: bulaşıcı) с. диал.
Берәүҙән башҡаларға күсә торған (ауырыуға ҡарата), йоғошло. □ Заразный, инфекционный. Йоғаныс ауырыу. Йоғаныс булыу. Йоғаныс ауырыуҙан ҡотолоу юлы.
ЙОҒАНЫС II и. диал.
1. ҡар. яғыныс. ■ Ул [Тимербикә], кистән һарҡытырға элеп ҡуйған ҡоро биҙрәһен алып, уның ситенә һыйыр имсәген йомшартыу өсөн йоғаныс йәбештерә лә, эске кәртәнән быҙауын сығарып, буралай оло кәуҙәле ала һыйырға ҡуша. Н. Мусин.
2. Ҡуйыраҡ шыйыҡсаның яғылып ҡалыуы. □ Гуща, отстой. ■ Йоғаныс ҡала балды медогондан уткәргәндән һуң. Экспедиция материалдарынан.
ЙОҒАНЫСЛЫ с. диал. ҡар. йоғошло. Йоғаныслы сир. ■ Әлимәлә йоғаныслы яман ауырыу булған, имеш, байҙың улы Ҡан-зафарға ла бының шауҡымы тейгән, имеш, шуға курә ҡалаға киткән, имеш. Д. Юлтый.
ЙОҒАНЫУ (йоған-) ҡ. диал. ҡар. тейеү.
■ Баланы кеше нәҫтәһенә йоғанма, тип уҫтермәк кәрәк. Экспедиция материалдарынан.
ЙОҒАНЫШЛЫ с. диал. ҡар. йоғошло. Йоғанышлы ауырыу.
ЙОҒАШ (Р: похожий; И.: (a)like; T: benzeyen) с. диал.
Ниндәйҙер яғы менән тап килгән, оҡшаш. □ Похожий, схожий, подобный; аналогичный. Йоғаш булыу. Атаһына йоғаш. Әсәһенең яғына йоғаш.
ЙОҒАШАН с. диал. ҡар. йоғошло. Йо-ғашан сир. ■ Һуғыш ваҡытында йоғашан
сире лә аптыратты. Экспедиция материалдарынан.
ЙОҒАШЛЫ (Р: полезный; И.: nourishing; T.: faydalı) с. диал.
Файҙалы, килешле. □ Полезный, питательный. Йоғашлы аш. Йоғашлы бесән. Малға йыла бик йоғашлы.
ЙОҒОЛОУ (йоғол-) (Р: касаться; И.: touch; T: dokunmak) ҡ.
1. Тейеп, һыланып, эҙ ҡалдырыу; йоғоу, яғылыу. □ Касаться чего, прикасаться, притрагиваться к чему, трогать кого-что, пачкать, мазать. // Касание, прикосновение. Буяу итәккә йоғолдо. ■ Беҙ оҙатҡан йәйҙең матурлығы ҡалды алмаларға йоғолоп. Т. Арслан. Йондоҙҙарға йоғолоп, йыһандан ут сағамын — ил-толпарҙың тояғын тай-ҙыртмаҫлыҡ дағамын. Й. Солтанов.
2. диал. ҡар. ҡағылыу 4. Ашҡа йоғолмау. ■ Арыҫланбәк ағалары машинаһы янына береһен дә [малайҙарҙың] яҡын ебәрмәне. — Йоғолма, танауың кибеп етмәгән, — тине. Р. Низамов. Нур ҙа тошә ергә, ситкә йоғолмай, тап йөҙөңә һинең. Р. Назаров.
3. диал. Һаналыу, иҫәпләнеү. □ Считаться. ■ Хеҙмәткә йоғолмай был. Экспедиция материалдарынан.
ЙОҒОМ Л О с. диал. ҡар. йоғошло. Йоғомло ауырыу. Йоғомло сир эләктереу.
ЙОҒОМҺОҘ I с. диал. ҡар. йоғошһоҙ. Йоғомһоҙ сир. Ҡурҡма, уның ауырыуы йоғом-һоҙ.
ЙОҒОМҺОҘ II (Р: непитательный; И.: low-calorie; T: besleyici olmayan) с. диал.
Туҡлыҡһыҙ, яғышһыҙ. □ Непитательный, несытный; низкокалорийный. Урман бесәне малға йоғомһоҙ. Йоғомһоҙ бойҙай. Йоғомһоҙ аш.
ЙОҒОНДОРОУ (йоғондор-) (Р: позволять касаться; И.: let touch; T: dokundurmak) ҡ.
1. Ҡул менән тейҙереү; ҡағылдырыу. □ Позволять касаться, притрагиваться. Үҙеңә йоғондороу. ■ [Алдар — Билмиязаға:] Ҡурҡма, бер ни ҙә булмаҫ. Мин һиңә бер кемде лә йоғондормайым. Н. Мусин.
52