йоғонтоло
2. Яҡын мөнәсәбәт булдырыу, яҡын итеү, яҡынлатыу. □ Допускать близкие отношения с кем-л. Яҡын йоғондормау. Ул берәуҙе лэ йоғондормай.
3. ҡу см. Кешенең аңына, күңеленә һеңдереү. □ Довести до сознания что -л. Йоғондороп әйтеу. Фекерен йоғондороу. Йоғондороп аңлатыу. ■ [Хөббөниса абыстай] икеләнеберәк булһа ла Мотыйҡ мулланың аманат һуҙенә йоғондоробораҡ бер нисә һуҙ ташлап ҡуйҙы. Т. Хәйбуллин.
ЙОҒОНОС (Р.: влияние; И.: influence; T.: etki) и.
Аңға һеңерлек, күңелгә ятырлыҡ тәьҫир (һуҙҙең, эштең). □ Влияние, вес, значимость, убедительность (слова, действия). Әйткән һуҙенеңбер йоғоносо юҡ. ■ Бәхетенә курә, [Байсаловтың] әлеге хәле оҙаҡҡа һуҙылманы, тиҙ утте. Был тәңгәлдә, моғайын, әллә ҡасанғы булһа ла, хәтәр «чечен мәктәбенең» йоғоносо теймәй ҡалмағандыр. И. Ноғоманов.
ЙОҒОНОСЛО (Р.: веский; И.: weighty; T.: etkili) с.
1. Аңға, күңелгә ярашлы, аңға һеңгән. □ Веский; убедительный (о словах). Йоғоносло телмәр. Йоғоносло булыу. ■ Ҡәләм тотҡан һәр беребеҙҙең тырышлығының мәғәнәһе — кешеләрҙе ғафиллыҡ торғонлоғонан алып сығыу, йоғоносло һуҙ менән һәр кемдең йөрәгенә юл эҙләу бит. М. Ҡотлоғәл-ләмов.
2. диал. ҡар. йоғошло. Ауырыуым йоғоносло тугел. Йоғоносло сир.
ЙОҒОНОСҺОҘ (Р: неубедительный; И.: unconvincing, not weighty; T.: etkisiz) c.
Аңға, күңелгә ятышһыҙ, аңға һеңмәгән.
□ Невеский, неубедительный. Йоғоносһоҙ һуҙ һөйләу. Йоғоносһоҙ телмәр тотоу. Килгән етәксенең йоғоносһоҙ телмәрен бер кем дә ҡабул итмәне.
ЙОҒОНОУ (йоғон-) (Р: касаться; И.: touch; T.: dokunmak) ҡ.
1. Ҡул менән тейеү; ҡағылыу, тотоноу.
□ Касаться чего, прикасаться, притрагиваться к чему, трогать кого-что, дотрагиваться до чего. // Касание, прикосновение. Кеше әйберенә йоғоноу. Йоғоноп барыу.
һорауһыҙ йоғоноу. ■ [Фазылетдин] бер ваҡытта ла майлы өҫтөн алмаштырмай карауатҡа ултырманы, ҡулын һабынлап йыумай ашҡа йоғонманы. Р. Камал. Был каруан башсыларына юлбаҫарҙар ҙа йоғонмай. Ғ. Ибраһимов. • Яманға йоғонма, йоғонһаң, йығылма. Мәҡәл.
2. кусм. Ниндәйҙер насар нәмәнең шауҡымы ҡағылыу. □ Испытывать отрицательное влияние чего-л. ■ Ринат ауылдарҙағы был куренеште белһә лә, әле, уҙе килеп төртөлгәс, ғәжәп итте, хатта куңеленә шом йоғондо. «Ағиҙел», № 1, 2010. [Мәмбэтсура:] Бармайым, бысраҡҡа йоғонмайым, Аллаһы Тәғәлә иманына хыянат итеусене былай ҙа тубәһенән орор. Н. Мусин.
ЙОҒОНТО I (Р: влияние; И.: influence; T.: etki) и.
Кем йәки нимә тарафынан кемгә йәки нимәгә лә булһа яһала торған тәьҫир, шул тәьҫирҙең һөҙөмтәһе, шауҡымы. □ Влияние, действие, воздействие. Етәксе йоғонтоһо. Ололар йоғонтоһо. Ата-әсә йоғонтоһо. И «Пугачёв тарихы»н яҙыу өсөн Ырымбурға килеп киткән Александр Сергеевич Пушкин йоғонтоһона бирелеп, Даль «Пугачев тураһында Верхолонцев хикәйәте»н ижад итте. Я. Хамматов. Уның [Өмөтбайҙың] яғаларына, салғыйҙарына, итәктәренә әҙепләгән ҡыҙыл соғаһы кер, ҡояш йоғонтоһо менән тәуге төҫөн уҙгәртеп, аҡһыл бер төҫкә әйләнгән. Ғ. Дәүләтшин. Үҙ аяғы менән йөрөй алмаған яралыларҙың һыҡраныуҙары өҫтөнә тынсыу һауаның йоғонтоһо ла уларҙың рәнйеуен көсәйтә башланы. А. Таһиров.
ЙОҒОНТО II и. диал. ҡар. яғыныс. Йоғонто һөртөу. Һыйырҙың еленен йомшартыу өсөн йоғонто һөртөу.
ЙОҒОНТОЛО (Р: влиятельный; И.: influential; T: nüfuzlu) с.
Йоғонтоһо булған, йоғонто яһай алырлыҡ, һүҙе үткән. □ Влиятельный, действенный. Йоғонтоло даирәләр. Йоғонтоло кешеләр менән аралашыу. Йоғонтоло булыу. Йоғонтоло ысул. Йоғонтоло сара. Йоғонтоло алым. Йоғонтоло тәнҡит. И Бындай йоғонтоло төркөмдө, нигеҙҙә, урындағы власть башлыҡтары һәм ауылдың байҙарынан
53