ЙОҒОНТОҺОҘ
торған кешеләр тәшкил итә. М. Өмөтбаев. Үҙе [Нурый] яратҡан ролдәрҙе бирелеп, еренә еткереп уйнағандағы кеуек, һуҙҙәрен асыҡ, йоғонтоло итеп әйтергә тырышты. А. Таһиров. Гәрәй ырыуы Алтын Урҙаның йоғонтоло ырыуҙары ҡуңрат һәм кираиттарҙан башлана. «Киске Өфө», № 40, 2011. Статистар, иҫәп-хисап алыу — халыҡтың дәуләт менән бәйләнеш тотоуы-ның иң йоғонтоло алымдарының береһе, тип иҫәпләй. «Ағиҙел», № 3, 2010.
ЙОҒОНТОҺОҘ I (Р.: невлиятельный; И.: not influential; T.: etkisiz) с.
Йоғонто яһай алмаған. □ Невлиятельный, бездейственный. Йоғонтоһоҙ хәбәр. Йоғонтоһоҙ эш. ■ Йоғонтоһоҙ предприятиеларҙан ҡотолоу, йоғонтоһоҙ предприятиеларҙан йоғонтололарына эшсе көстәрҙе ҡайтанан булеу иҫәбенә хеҙмәт етеш-тереусәнлеген арттырыу талап ителә. «Йәшлек», 30 июль 2011.
ЙОҒОНТОҺОҘ II (Р.: бесследно; И.: without consequences; T: tesirsiz)/?.
Йоғонто яһай алмаҫлыҡ. □ Невлиятельно, бездейственно, бесследно. ■ Исламғәле ҡарттың утенестәре, Ғабдрахман мулланың буләктәре .. Ҡарабашҡа йоғонтоһоҙ ҡалманы. И. Насыри. Шул уҡ ваҡытта уҡытыусылар ҙа, уның аралашҡан мөхите лә балаға йоғонтоһоҙ утмәй. «Йәшлек», 15 декабрь
2009. Абай ижады менән танышыу йәш Шә-йехзадаға йоғонтоһоҙ ҡалмай. Р. Бикбаев.
ЙОҒОНТО ЯҺАУ (йоғонто яһа-) (Р: влиять; И.: influence; T.: tesir etmek) ҡ.
Кемгәлер йәки нимәгәлер тәьҫир итеү. □ Влиять, воздействовать на кого-что. Кешегә йоғонто яһау. Көс менән йоғонто яһау. ■ Олатаһы Хашимдың бөтмөр, ижади кеше булыуы ла йоғонто яһаны Дауытҡа. Т. Ғарипова. Куптән бирле лампа, шәм яҡтыһы курмәгән яралыларға был бер аҙ йоғонто яһаны булырға кәрәк. А. Таһиров. [Тимеркәй:] Әһә, тимәк, Сулпан һуҙендә торған, аталары арҡыры йоғонто яһауға тотона, былай булғас, эш бешә! С. Ҡудаш.
ЙОҒОРАУ (йоғора-) ҡ. диал. ҡар. йоҡомһорау. Йоғорап китеу. Йоғорап ултырыу.
ЙОҒОРТ [боронғо төрки йоғурт] и. ҡар. йогурт. Майһыҙландырылған йоғорт. Йо-ғорттоң калориялылығы. Йоғорт ашау.
ЙОҒОРШОҠ (йоғоршоғо) и. диал. ҡар. йүгерек. ■ Йыйындарҙа көрәшселәр, йоғор-шоҡтар ярыша ине. Экспедиция материалдарынан.
ЙОҒОУ (йоҡ-) [боронғо төрки теленән] (Р: прилипать; И.: stick; T: yapışmak) ҡ.
1. Тейеп, һыланып буялыу, эҙ ҡалдырыу. □ Приставать, прилипать; пачкать, мазать. Бысраҡ йоғоу. Үләндең йәшеле йоға. Мейестең ағы йоға. ■ Мин ҡулдың мазуты йоғоп ҡалыуынан ҡурҡып, уҙемдең кеҫәнән яулыҡ ала башланым. А. Таһиров. [Татар егеттәре] әсегән тире тәпәндәре тирәһендә, бысрағы йоҡмаһа ярар ине тигән кеуек, ерәнеп кенә йөрөйҙәр. А. Таһиров. • Ҡоромдан ҡором йоғор. Мәҡәл. Кәкре ҡайынға ҡар йоҡмаҫ. Мәҡәл. Аҡҡа ҡара тиҙ йоға. Мәҡәл.
2. кусм. Үҙләшеп йәбешеү. □ Приставать, прилипать. Ауылда ҡушамат йоғорға ғына тора.
3. Берәүҙән икенсегә күсеү, эләгеү (ауырыуға ҡарата). □ Передаваться, переходить (о болезни), заражаться (какой-л. болезнью). // Заражение, передача. Ауырыу йоғоу. Трипп йоғоу. Тимрәу йоғоу. Ҡорсаңғы йоғоу. Йәнлектәрҙән йоҡҡан сир. ■ [Гәйшә:] Ваба ауырыуынан ике улым менән ҡыҙым, улар артынса ҡайным менән ҡәйнәм яҡты донъяны ҡуйҙы. Тәҡдирем етмәгәс, уҙемә генә ауырыу йоҡманы. Я. Хамматов. Донъяһы етеш-хәсрәтһеҙ йәшәгән ҡайһы бер бисәләргә һаранлыҡ сире йоғоусан. Н. Мусин. • Сир ҡулдан йоғор, тымау — тындан. Мәҡәл. Ҡутыр ҡулдан йоға, таҙ буректән йоға. Мәҡәл.
4. кусм. Файҙалы булып, һиҙелерлек булып үҙләшеү; һеңеү. □ Быть, идти на пользу. Ашаған ашы йоҡмай. ■ [Аҫылбикә] быныһы килешер тип, балан ҡағы һалып, сәй яһаны — тәме йоҡманы. Ғ. Ибраһимов. Ҡадир юлдаш булыу йөҙөнән атаһы менән бергә һунарға йөрөштөрҙө, әммә һунар ҡомары уҙенә тәки йоҡманы. Ә. Чаныш. • Кәкре ағасҡа ҡар йоҡмаҫ, бурға мал йоҡмаҫ. Мәҡәл. Урлап ашаған йоҡмаҫ. Мәҡәл. Аңра башҡа аҡыл йоҡмаҫ. Мәҡәл.
54