йоғошло
5. Күңел биреп үҙләшеү; ылығыу. □ Испытывать стремление, склонность к чему] тянуться, тяготеть к кому-чему. ■ Ул [Низай] уҙенең тыуған Усман ауылына йоҡмай ҙа тиерлек. Ф. Иҫәнғолов.
6. кусм. Тәьҫирле булыу, йоғонто яһау; кереү. □ Производить впечатление, впечатлять; воздействовать. ■ [Урал — Шулгәнгә:] Һин һуҙеңдә торманың, яҡшыға юл борманың, атам һуҙен тотманың, әсәм һуҙе йоҡманы. «Урал батыр». Ни мәғәнә һинән, һуҙ ҡеуәһе, оло ғәмдәр йәнгә йоҡмаһа? X. Назар. Уның [Ишмөхәммәт Мырҙаҡаевтың] оло ижадының телдән телгә, ҡолаҡтан ҡолаҡҡа кусмәуе, ҡалдырған традицияларының ку-ңелдән куңелгә йоҡмауы мөмкин тугел. М. Ямалетдинов. • Яҡшыға яҡынлашһаң, яҡшылығы йоғор, яманға яҡынлашһаң, яманлығы йоғор. Мәҡәл. Ҡаҙанға яҡын барһаң, ҡараһы йоғор, яманға яҡын барһаң, бәләһе йоғор. Мәҡәл. Эт ҡарғышы бурегә йоҡмаҫ. Мәҡәл. Кеше хаҡы кешегә йоҡмаҫ. Мәҡәл.
7. кусм. Өлөш булып эләгеү; тейеү.
□ Доставаться. И [Арыҫлан:] Шул ғилем миңә лә аҙыраҡ йоҡһон. Ғ. Ибраһимов. [Әсәһе — Хашимға:] Диуананы рәнйеткән кешегә ҡот йоҡмай! Т. Ғарипова. • Ата байлығы улға йоҡмаҫ, әсә байлығы ҡыҙға йоҡмаҫ. Мәҡәл. Байҙан йоҡмай, балдан йоға. Мәҡәл. Анра башҡа аҡыл йоҡмаҫ. Мәҡәл.
8. диал. Ҡайҙалыр китеп барғанда ҡайҙалыр боролоп инеү, инеп сығыу; һуғылыу.
□ Приходить; заходить. ■ Ирҙәр әлеге шул ат сауҙаһы менән баҙарҙан баҙарға саба, өйгә һирәк йоғалар. Ф. Иҫәнғолов.
9. диал. Тулыланыу, һимереү. □ Полнеть, поправиться. Ашай-ашай, уҙенә һис бер йоҡмай.
♦ Ит йоғоу бер аҙ таҙарыу, көрәйеп алыу. □ Поправиться, пополнеть. Ит йоғоп, матурланып китеу. Үҙенә ит йоҡмай. Кесе телгә лә йоҡмау бик әҙ булыу.
□ Быть в очень малом количестве, не хватать (о еде). Әҙерләгән аштары кесе телгә лә йоҡманы. ■ Бирелгән аштар елп итеп ҡалды, кесе телгә лә йоҡманы. Д. Юлтый. Ҡолаҡҡа йоҡмаған һүҙ {йәки хәбәр) төптө дөрөҫ булмаған, килешһеҙ, буш һүҙ
(хәбәр). □ Чушь, вздор. Ҡолаҡҡа йоҡмаған һуҙ һөйләу. Ҡулға ла йоҡмау һиҙелмәй ҙә ҡалыу, тиҙ бөтөү. □ Быстро кончиться, истратиться (например, о деньгах). ■ Остоҡ ҡына аршынлы тауар, бала-саға өсөн бер-ике пар аяҡ кейеме, һирәкләп сәй-шәкәр ҡайтһа, куҙем курҙе, ҡулға йоҡманы тиерлек кенә. Ә. Хәкимов. Теле телгә йоҡмай туҡтауһыҙ һөйләй; һүҙгә сая, оҫта. □ соотв. Язык хорошо подвешен. Я Сабир һөйләргә тотондо. Теле телгә йоҡмай уҙенең. Ғ. Ибраһимов. Тирмәнсе Михайло беҙҙеңсә бик оҫта һөйләй, теле телгә йоҡмай. Б. Ишемғол. Теш тешкә йоҡмау ныҡ ҡалтырау. □ соотв. Зуб на зуб не попадает (о дрожи от сильного холода, страха и т. п.). И Был хәлдән Паша теше тешкә йоҡмай ҡалтыранды, һ. Дәүләтшина.
ЙОҒОШ (Р.: сытность (пищи, корма); И.: nourishing value; T.: besin değeri) и.
1. Аҙыҡтың файҙа биреше, туҡлығы.
□ Сытность, питательность (пищи, корма). Арпаның йоғошо. Бутҡаның йоғошо.
2. кусм. ҡар. йоғонос, һуҙҙең йоғошо. Хәбәренең бер йоғошо юҡ.
ЙОҒОШЛАНЫУ (йоғошлан-) (Р: заражаться; И.: become infected; T.: tutulmak) ҡ.
1. Йоғошло ауырыу менән зарарланыу.
□ Заражаться (болезнью). // Заражение. Вирус менән йоғошланыу. Грипп менән йоғошланыу. Бешмә менән йоғошланған һөт.
2. кусм. Намәнеңдер йоғонтоһона, тәьҫиренә бирелеү; нимә менәндер мауығыу.
□ Заражаться. Уртаҡ эш менән йоғошланыу. ■ Башҡорт халҡы уҙаллылыҡ һәм автономия идеяһы менән йоғошланған. Й. Солтанов.
ЙОҒОШЛО (Р: заразный; И.: infectious; T.: bulaşıcı) с.
1. Берәүҙән башҡаға күсә торған (ауырыуға ҡарата). □ Заразный, инфекционный. Йоғошло сир. Йоғошло һырҡау. Йоғошло ауырыу сығанаҡтары. Үҫемлектәрҙең йоғошло ауырыуҙары. Йоғошло ауырыуҙар булеге. Йоғошло булыу. Йоғошло сирҙәргә ҡаршы тороу. ■ [Кинйәғол:] Йоғошло ауырыу булһа, быға тиклем бутәндәргә лә йоғор ине. А. Таһиров. Уның [ҡымыҙҙың] тап ошо уҙен-сәлеге туберкулёзға һәм йоғошло эсәк таяҡсаларына ҡаршы уңышлы ҡулланыла ла инде.
55