Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 548


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КОММУНИСЛЫҠ
Ә. Бикчәнтәев. Дошман бында куп йылдар буйына төҙөгән нығытмаларын, ер аҫты аэродромдарын, башҡа хәрби коммуникацияларын бер кем тарафынан да ецелмәҫлек тип иҫәпләгән. Ғ. Аллаяров.
2. Тел ярҙамында аралашыу, аңлашыу, фекер белдереү. □ Коммуникация. / Коммуникационный. Телдец коммуникация саралары.
КОММУНИСЛЫҠ (коммунислығы) (Р.: быть коммунистом; И.: Communist qualities; T.: komünistlik) и.
Коммунист булыу сифаты, хәле. □ Быть коммунистом, свойственное коммунисту. Шул коммунислығы арҡаһында йөрөй.
КОММУНИСТ [рус. < лат. communis ‘уртаҡ, дөйөм’] (Р: коммунист; И.: Communist; T: komünist) и.
Коммунизм идеяһы нигеҙендә эш иткән партия ағзаһы. □ Коммунист. / Коммунистический. Коммунистар партияһына инеу.
■ Фронттан ҡайтҡас, ул [Аҡбулат] Кавказда яңы тормош ҡороу эшендә бик әуҙем эшләгән. Алдынғы коммунист булған. 3. Биишева. Взвод командиры һөйләп бөткәс, капитан Ротов коммунистарҙың һәм комсомолецтарҙың исемлеген яҙып алды. Н. Мусин.
КОММУНИСТАРСА (Р: как коммунист; И.: like Communists; T: komünist gibi) p.
Коммунист кешегә хас булғанса. □ Как коммунист. Коммунистарса эш итеу. Ком-мунистарса ҡараш.
КОММУНИСТИК (Р: коммунистический; И.: Communist; T: komünist) с.
1. Коммунизмға бәйле, коммунизмға ҡараған. □ Коммунистический. Коммунистик формация. Коммунистик хеҙмәт бригадаһы.
2. Коммунизм принцибына нигеҙләнгән. □ Коммунистический (основанный на принципах коммунизма). Коммунистик йәмғиәт.
3» Коммунизм идеяһына таянып эш иткән, коммунизм идеяһы менән һуғарылған. □ Коммунистический (относящийся к коммунисту). Коммунистик ҡараш. Коммунистик тәрбиә. Коммунистик партия.
■ Коммунистик партизандарҙың төп торған урындары Айҙаҡайҙан төп яҡтағы
Алмағаслы тип йөрөтөлә торған ике тау араһындағы утарҙа ине. Һ. Дәүләтшина.
КОММУНИСТИК ИНТЕРНАЦИО-
НАЛ и. (баш хәреф менән) ҡар. Коминтерн.
КОММУТАТОР [рус. < лат. commutare ‘алмаштырыу’] (Р: коммутатор; И.: switchboard; T.: komütatör) и. махс.
1. Электр юлын тоташтыра, өҙә йәки электр йүнәлешен үҙгәртә торған ҡулайлама.
□ Коммутатор (для замыкания или изменения направления тока). / Коммутаторный. Компьютер селтәре коммутаторы. Өс фазалы коммутатор. Коммутатор лампаһы.
2. Телефон элемтәһен ҡул менән тоташтырғанда ҡулланылған ҡулайлама. □ Коммутатор (о телефонной станции). / Коммутаторный. Коммутаторҙа эшләу. Диспетчер коммутаторы. ■ Баҡый штабҡа йугерҙе. Коммутатор булмәһе. Унда һаман бер кеше лә юҡ. Коммутатор ҙа эшләмәй. Яр. Вәлиев. Коммутатор дауахананы тиҙ тоташтырҙы. Т. Ғарипова. [Амантаев] коммутаторҙағы ҡыҙҙың таныш тауышын ишетеу менән уҙе аптырап ҡалды. Р. Солтангәрәев.
КОММУТАЦИЯ [рус. < лат. commutatio ‘үҙгәреү’] (Р: коммутация; И.: switching; Т: komütasyon) и.
1. Махсус аппаратура ярҙамында электр йүнәлешенең үҙгәртелеше. □ Коммутация. / Коммутационный (в электрических цепях). Ток коммутацияһы. Коммутация схемаһы.
2. Телефон, телеграф һәм радио станция-ларындағы электр сымдарын, ҡорамалдарын тоташтырыу системаһы. □ Коммутация. / Коммутационный (в телефонных станциях). Коммутация аппараты. Каналдар коммутацияһы.
КОММЮНИКЕ [рус. < фр. communique < лат. communicare ‘хәбәр итеү’] (Р: коммюнике; И.: communique; T: komünike) и.
Хөкүмәттең халыҡ-ара әһәмиәте булған мәсьәләләр тураһындағы рәсми белдереүе.
□ Коммюнике. Халыҡ-ара һөйләшеу тураһында коммюнике. Берлектәге коммюнике. ■ Осрашыу бик йәшерен алып барылды, һәм уның йомғаҡтары тураһында бер ниндәй ҙә коммюнике иғлан ителмәне. «Башҡортостан», 6 май 2007.
548