Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 549


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КОМПАРТИЯ
КОМОД [рус. < фр. commode ‘йәтеш’] (Р.: комод; И.: chest of drawers; T.: komot) и.
Тартмаларҙан торған тәпәшәк шкаф (кейем-һалым һәм башҡа ваҡ-төйәк өсөн). □ Комод. Комод тартмаһы. Кейемдәрҙе комодта һаҡлау. Һырлы комод. ■ Комод өҫтө йыйыштырылған — уртала көҙгө, ян-яҡта мәрмәрҙән эшләнгән кескәй арыҫландар, ҡуяндар һәм биҙәнеу нәмәләре куренә. Ғ. Ғәйнуллин. Беҙ [Ғәйшә әбей менән мин] барып ингәндә, Ғәлиәкбәрҙең ҡатыны комод өҫтөндәге ҙур туцәрәк көҙгө алдында баҫып тора ине. 3. Биишева.
КОМПАКТЛЫ (Р.: компактный И.: compact; T: tokuz) с.
Тығыҙ, йыйнаҡ. □ Компактный. Ком-пактлы өҫтәл. Компактлы ауыл.
КОМПАКТ-ДИСК [рус. < ингл.] (Р: компакт-диск; И.: compact disc; T: yoğun disk, CD) и.
Дүңгәләк рәүешендә эшләнгән мәғлүмәт яҙыу, һаҡлау ҡулайламаһы. □ Компакт-диск. И Республика вәкилдәре [Яр Саллылағы] милләттәштәребеҙгә башҡорт милли кейемдәре, башҡорт телендә сыҡҡан балалар журналдары, компакт-дискылар буләк итәсәк. «Йәшлек», 24 октябрь 2009.
КОМПАНИЯ [рус. < фр. compagnie} (Р: компания; И.: company; T: topluluk) и.
1. Бергә булған, бергә йөрөгән кешеләр төркөмө. □ Компания (группа лиц). Йәштәр компанияһы. Егеттәр компанияһы. Компанияға ҡушылыу. Компания менән ял итергә сығыу. ■ Зәйнәп менән Сәйҙел был һуҙҙәрҙән ятып, ҡыҙарғансы көлдөләр. Шундай компанияла йөрөу рәхәт, оҙон юл да ҡыҫҡа һиҙелә. Ғ. Сәләм. [Ғөлниса:] Сәлим компанияға йәм бирә торған кеше тугел ул. Н. Асанбаев.
2. Эш хужаһы булған сауҙа йәки сәнә-ғәт берекмәһе. □ Компания (предприятие). Асыҡ акционерҙар компанияһы. Сауҙа компаниялары. Алтын эҙләу буйынса компания төҙөу. И Сауҙа уҙәктәрендә декабрь буйына фин мәҙәниәтенә арналған тематик саралар утәсәк, фин компаниялары етештергән продукция кургәҙмәһе эшләйәсәк. «Торатау», 7 декабрь 2011. Воскресенск, Преображенск баҡыр заводтары инглиз компаниялары ҡу
лына кусә, Силәбе өйәҙенең куп кенә алтын приискылары Франция, Бельгия йәмғиәттәре тарафынан һатып алына. М. Хужин.
КОМПАНИЯЛАП (Р: с компанией; И.: in a company; T: arkadaşlarla)/?.
Компания (1) менән, компания булып. □ С компанией. Компаниялап йөрөу. Компа-ниялап эш итеу.
КОМПАНИЯСЫ Л (Р: компанейский; И.: sociable, companionable; T: munis) с.
Компанияла булырға ярата торған, компанияға тиҙ үҙләшеүсән. □ Компанейский. Компаниясыл кеше. Компаниясыл булыу.
КОМПАНЬОН [рус. < фр. compagnon} (Р: компаньон; И.: companion; T: arkadaş) и.
1. Кемгә лә булһа ниндәйҙер эштә компания тәшкил иткән кеше; иптәш. □ Компаньон (сотоварищ). Компаньон булыу. Компаньон табыу. И Макаров уның [Хаяттың] артынан бер аҙ ҡарап ҡалды ла, компаньондарының ҡысҡырышып протест яһауҙарына ла ҡарамайынса, кәрттәрен өҫтәлгә ырғытып, Хаят артынан төшөп китте. Һ. Дәүләтшина.
2. Сауҙа йәки сәнәғәт берекмәһенең ағзаһы. □ Компаньон (член торговой или промышленной компании). ■ Ул [Ныязғол] хәҙер элек уҙе менән эш алып барған компаньондарынан да уҙҙырып ебәрергә тырышты. Һ. Дәүләтшина. Оҙаҡ икеләнә торғас, Касьянов приискыны һатыу-һатмау хаҡында компаньондары менән кәңәшләшергә вәғәҙә итә лә, уҙе, атаһынан ҡалған алтын приискыларын ҡарарға тип, Себер яғына китә. Я. Хамматов.
КОМПАНЬОНЛЫҠ (компаньонлығы) (Р: компаньонство; И.: companionship; T: arkadaşlık) и.
Компаньон булыу хәле. □ Компаньонство. Компаньонлыҡ мөнәсәбәте. Компаньонлыҡ рухы.
КОМПАРТИЯ [рус. Коммунистическая партия} (Р: компартия; И.: Communist party; T: Komünist partisi) и.
Коммунистар партияһы. □ Компартия. Компартия ағзаһы. Компартияға инеу. Компартия уставы. И [Рада:] Әсәйемдең хәле унан да ауыр. Компартияла торғанлыҡтан,
549