КӨРҪ
ауыр, әрнешле саҡтарыбыҙҙа әхирәттәрем Зөһрә, Сәлимә һәм мин, өсәүләшеп, Гитлер мөртәтте ҡәһәрләйбеҙ. М. Садиҡова.
КӨРҪ (Р.: подарок невесте, преподносимый братьями в день её отъезда в дом жениха; И.: traditional present for the bride; T: gelinin hediyesi) и. этн.
Ҡыҙ кейәүгә киткән саҡта ағалары биргән бүләк. □ Подарок невесте, преподносимый братьями в день её отъезда в дом жениха. Көрҫ биреү. Көрҫ бүләк итеү.
КӨРТ (Р.: сугроб; И.: snowdrift; T.: kürtün) и.
Ҡалын ҡар. □ Сугроб, занос. Көрткә батыу. Көрттән сығыу. Көрт аҫтында ҡалыу. Көрт баҫыу. Көрт ярып барыу. ■ Ә хыял-ҡыҙ, йәш боландай, алдымдан елә. Кыуып етеп, көрткә үҙен күмәһем килә. Р. Ғарипов. Фёдор Пьянков факел торбаһына етә алманы, әллә көрткә батты, әллә берәй нәмәгә эләкте, атлаған ыңғайына оҙон булып һуй-лайып барып төштө. Р. Солтангәрәев. Күп урында юлды көрт баҫып киткән. А. Карнай. Ас бүреләй олой ине тышта буран, көрткә сумып йоҡлай ине беҙҙең урам. Р. Назаров. • Уйһыу ергә ҡар яуһа, бил тиңенән көрт булыр. Әйтем.
КӨРТБАҪМА I (Р: заснеженное место горы, покрытое валежником; И.: snow-covered spot of a mountain with twigs and branches; T: kürtünlü yamaç) и. диал.
Тауҙың ҡар ята торған яғындағы лапылыҡ. □ Заснеженное место горы, покрытое валежником. Көртбаҫмала ағас сереп ята.
КӨРТБАҪМА II и. бот. диал. ҡар. көртмәле. Көртбаҫма йыйыу. Көртбаҫма уңған.
КӨРТ-КӨРТ (Р: курт-курт; И.: onomatopoeic word; T: gıtgıdak) оҡш.
1. Баҫып ултырған йәки себеш сығарған тауыҡтың саҡырыу тауышына оҡшаш һүҙ. □ Курт-курт (подражание квохтанью курицы). ■ [Себештәрҙең] артынан көрт-көрт тип әсәләре килә. К. Мәргән.
2. Ҡышҡы юлдан барған тояҡ тауышына оҡшаш һүҙ. □ Курт-курт (подражание скрипу, хрусту снега под копытами). Көрт-көрт итеп ат елә.
КӨРТЛӨ (Р: сугробистый; И.: having much snowdrift; T: kürtünlü) c.
Ҡалын ҡарлы. □ Сугробистый, с заносами. Көртлө юл. И Йәш шыршыла тейен тырмаша, бүре үтә көртлө юл аша. М. Сөндөклө.
КӨРТЛӨК I (көртлөгө) (Р: куропатка; И.: partridge; willow grouse; T: keklik) и. зоол.
1. Тауыҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, күкшел буҙ төҫтәге, ҡыуаҡлы һәм һирәк ағаслы тигеҙлектәрҙә, тау битләүҙәрендә йәшәүсе, еләк, үлән орлоҡтары, ағас бөрөләре, бөжәктәр менән туҡланыусы күгәрсен ҙурлығындағы ҡош (ҡыр тауыҡтарының бер төрө). □ Куропатка (лат. Perdix). ■ Бер ваҡыт бөтә ҡоштар барыһы берҙән һауаға күтәрелделәр. Карға ла, сәүкә лә, һайыҫҡан да, кәкүк тә, тумыртҡа ла, көртлөк тә, сәпсектәр ҙә, сәберсектәр ҙә, ҡарлуғас та, сыйырсыҡ та — бөтәһе лә бар. А. Карнай. Һунарсылар өсөн көҙөн ҡыр ҡаҙҙары мыжғып, йылға-күлдәрҙе тултырып йөҙә. Өйрәк, көртлөк, һуйыр атырға була. «Ағиҙел», №11, 2010. [Бибисара:] Ниндәйҙер өс һунарсы йөрөй, .. арҡаларында ҡушкөбәкле мылтыҡ, билбауҙарында көртлөк. 3. Биишева. • Карға ҡарҙан ҡурҡмаҫ, көртлөк көрттән ҡурҡмаҫ. Мәҡәл.
2. Тауыҡтар ғаиләһенә ҡараған эре ҡыр ҡошо; ҡор. □ Тетерев, тетерев-косач (лат. Lyrurus tetrix, Tetrao tetrix). Буҙ көртлөк. Kapa көртлөк. ■ Һәр ағастың башында ҡар, төбөндә — көртлөк. Ғ. Әмири.
3. Баҫҡан тауыҡ. □ Курица-квохта. Көртлөк себеш сығарған. Көртлөк ояһы.
4. Эре өйрәк. □ Крупная порода утки. Көртлөк көрәйгән. Көртлөк һуйыу.
КӨРТЛӨК II (көртлөгө) (Р.: курдючная овца; И.: fat-tailed sheep; T: şişman kuyruklu koyun) и. диал.
Оса майы мендәр кеүек айырым бер төр һарыҡ, ҡуй. □ Курдючная овца. Көртлөк аҫрау. Көртлөк көтөүе.
КӨРТЛӨК III (көртлөгө) и. диал. ҡар. толоп. Оҙон көртлөк. Көртлөк тектереү.
КӨРТЛӘТЕҮ (көртләт-) ҡ. йөкм. ҡар. көртләү, понуд. от көртләү.
КӨРТЛӘҮ (көртлә-) (Р.: клохтать; И.: cluck; T: gıtgıdak etmek) ҡ.
690