Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 689


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӨРСӨККӘ ТЕРӘЛЕҮ
КӨРПӘҮ (көрпә-) (Р.: накрывать; И.: cover (with); T.: örtmek) ҡ.
1. Баштан ҡаплап ябыу; бөркәү. □ Накрывать. Бөркәнсек менән көрпәп ураҡ урған килен.
2. Өҫтән ҡаплау, ябыу. □ Покрыть. Аҙбарын ҡар көрпәгән. Юрған менән көрпәу.
КӨРПӘҮЛЕ (Р.: крытый; И.: covered; T.: örtülü) с.
Өҫтән ҡаплаулы. □ Крытый. Көрпәуле машина. Көрпәуле арба. Көрпәуле йөк арбаһы.
КӘРРӘ I [ғәр. ] (Р: ноша; И.: burden; T.: yük) и. иҫк.
Өҫкә төшкән ауыр эш, ҡыйынлыҡ; йөк. □ Ноша. И Хәситтәрҙец йөрәктәре һалмаҡланды, көррәһе ауыр булды тартал-маҫтай. М. Аҡмулла.
КӘРРӘ II [ғәр. *jj£] (Р: шар; И.: ball; T.: küre) и. иҫк. кит.
Тумалаҡ нәмә. □ Шар, мяч.
КӨРРӘИ АРЫЗ [ғәр. ojjS] (Р: земной шар; И.: the (terrestrial) globe; T: küre) и. иҫк. кит.
Ер шары. □ Земной шар. И Карап торһац, хайран ҡалырһың: көррәи арыз ҡапланған ҡан менән, әле бында, әле тегендә яу ҙа дау. Б. Рафиҡов.
КӨРРӘИ МӨЖӘССӘМӘ [ғәр.
(Р: глобус; И.: globe; T: yerküre) и. иҫк. кит.
Ер шарының йәки башҡа күк есеменең үҙ күсәре тирәһендә әйләнмәле итеп эшләнгән бәләкәй моделе. □ Глобус. ■ Тәҙрә төбөндәге көррәи арыз шикелле көррәи мөжәссәмәне куреп хәҙрәтебеҙ: «Был нәмә һуц, һәр ер куренә?» — тине. М. Ғафури.
КӨРСИ [ғәр. (Р: кресло; И.: chair; T: koltuk) и. иҫк.
1. Терһәктәрҙе ҡуйып ултыра торған киң, йомшаҡ ултырғыс. □ Кресло. ■ [Ғилметдин — шағирға:] Һаумы, һаумы, яҡташ! Иҫән-аман Каһирәгә килеп етеуең кәлбемде ҡыуанысҡа тултырҙы, рәхим ит! — тип уны купереп төрған көрсигә ултыртты. Ә. Хәкимов. Катындарҙы көрсиҙәргә ултырттылар: берәр бысаҡ һәм әфлисун тот-торҙолар, «Ошоларҙы турағыҙ!» — тип бо-йорҙолар. Нәҡ шул ваҡыт Йософ килеп.. инде. «Ҡиссаи Йософ».
2. Мәҙрәсәләге трибуна. □ Кафедра. ■ Ғәли хәҙрәт көрсигә менеп вәғәз һөйләргә тотондо. Ғ. Ғүмәр.
3. Батшалар ултыра торған, бик матур итеп зиннәтләнгән урындыҡ, тәхет урындығы. □ Трон. Хакимлыҡ көрсиһе. ■ Хан йомшаҡ көрсигә ултырғас, ҡулындағы ҡағыҙҙарҙы өҫтәлгә йәйеп һалды. Ә. Хәкимов. Тәңреһенән хөкөм-фарман шулай булды, Малик Дуғыр Йософто унда алып килде, һарайында алтын көрси әҙер ҡылды. «Ҡиссаи Йософ». Тора был ҡыҙ ҡарап, ҙур ҡара куҙҙәрен тултырып, аҫыл таштар менән биҙәкләнгән бер көрсигә ултырып. М. Ғафури.
КӨРСӨ [фарс. (Р: палица; И.: club; T: topuz) и. иҫк.
Суҡмар (боронғо һуғыш ҡоралы). □ Палица (старинное оружие).
КӨРСӨЙ и. диал. ҡар. көрси.
КӨРСӨК (көрсөгө) (Р: конец; И.: end; Т: son) и. диал.
1. Ниҙецдер килеп бөткән ере; сик. □ Конец; предел чего-л. ■ [Боғара — яуҙаштарына:] Ситкә тайшанмаҫҡа, ни курһәк тә, аҙаҡҡы көрсөккә тиклем бергә булырға ант итегеҙ! Ә. Хәкимов.
2. Ярыштың тамамлана торған ерендәге һыҙыҡ. □ Финиш (конечный пункт). Көрсөккә алдан килеу. Көрсөккә етер алдынан ғына теге ҡыҙ тағы ҡыуып килеп етте. ■ Сабыш аттары төбәлгән майҙанға килеп ингәндә, алыҫ юл утеп йонсоған аттарҙы хуплап, ҡысҡырып ҡаршы алыусы ла, көрсөккә еткәс, алдан килгәндәренең ялына йәбешеп, иркәләп таҫтамал бәйләусе лә булманы. К. Мәргән.
3. кусм. Киҫкен үҙгәреш, киҫкен күсеш; һынылыш. □ Кризис. / Кризисный. Тышҡы сауҙа көрсөгө. Финанс көрсөгө. Иҡтисади көрсөк.
КӨРСӨККӘ ТЕРӘЛЕҮ (көрсөккә терәл-) (Р: оказаться в тупике; И.: reach a deadlock; T: çıkmaza girmek) ҡ.
Ҡыйын хәлгә, тотҡарлыҡҡа осрау; һуңғы сиккә етеү; ни эшләргә белмәү. □ Оказаться в тупике. Эш көрсөккә терәлде. ■ Таланған, тамам көрсөккә терәлгән бәхетһеҙ халыҡтың ҡара яҙмышын уйлап һуғылды ул [шағир]. Ә. Хәкимов. Хәлебеҙ көрсөккә терәлгән иң
689