КӨРПӘГӘ ҺАЛЫУ
КӨРПӘГӘ ҺАЛЫУ (көрпәгә һал-) (Р.: пикелевание шкуры; И.: pickle salting of skins; T.: asitle yakmak) ҡ. диал.
Тире иләгәндә, уны көрпә әсеткеһенә һалыу □ Пикелевание шкуры. Тирене көрпәгә һалыу.
КӨРПӘЛЕ (Р.: с отрубями; И.: with brans; T: kepekli) с.
Көрпәһе булған. □ С отрубями (непросеянный). Көрпәле он.
КӨРПӘЛӘНДЕРЕҮ (көрпәләндер-) ҡ. йөкм. кар. көрпәләнеү. понуд. от көрпә-ләнеү.
КӨРПӘЛӘНЕҮ (көрпәлән-) (Р: покрываться сажей; И.: soot; T.: kurumlanmak) к. диал.
Ҡоромланып ҡарайыу. □ Покрываться сажей, копотью, коптиться. Мөрйә көрпә -ләнгән.
КӨРПӘК (Р: мягкий; И.: soft; T: gevşek) с.
1. Баҫылып нығымаған, көрпөлдәп ятҡан; йомшаҡ. □ Рыхлый, мягкий, неуплотнённый. Он кеуек көрпәк. Көрпәк кар. ■ Ап-аҡ көрпәк ҡарҙы ярып, шыуабыҙ кемуҙарҙан. С. Әлибаев. Хәтирә, битенә аҡ яулығын ҡаплап, он кеуек көрпәк ҡайнар ҡомға ҡолас ташлап салҡан һуҙылды. Ф. Иҫәнғолов. Урмандағы көрпәк ҡарҙа саңғылар шыуа ецел. М. Ғәли. Ерҙе көрпәк аҡ ҡар ҡаплаған. Н. Мусин.
2. Тулы кәүҙәле. □ Полный. ■ Әсәһе Аҫылбикә, көрпәк кәуҙәле булыуына ҡарамаҫтан, йугергеләй-йугергеләй, һәр малды куҙҙән уҙғарып, кәртәнән сығарҙы. Ғ. Ибраһимов. Директор көрпәк ҡабарынҡы йөҙөнә йылмайыуға тартымыраҡ бер нәмә һығып сығарҙы. Ф. Иҫәнғолов.
КӨРПӘКЛӘНДЕРЕҮ (көрпәкләндер-) ҡ. йөкм. ҡар. көрпәкләнеү, понуд. от көрпәкләнеү.
КӨРПӘКЛӘНЕҮ (көрпәклән-) (Р: становиться мягким; И.: get soft; T: gevşeklenmek) ҡ.
Көрпәк булыу (тупраҡҡа, ҡарға ҡарата). □ Становиться мягким, рыхлым (о почве, снеге). Көрпәкләнеп ятҡан тәуге ҡар. Көрпәкләнгән ер.
КӨРПӘКЛӘТЕҮ (көрпәкләт-) ҡ. йөкм. ҡар. көрпәкләү. понуд. от көрпәкләү.
КӨРПӘКЛӘҮ (көрпәклә-) (Р: сделать мягким; И.: make soft; T: gevşetmek) ҡ.
Көрпәккә әйләндереү (тупраҡҡа, ҡарға ҡарата). □ Сделать мягким, рыхлым (о почве, снеге). Тупраҡты көрпәкләу.
КӨРПӘКӘЙ (Р: бурая корова, бурёнка; И.: cow; T: kula inek) и.
Көрпә һыйыр. □ Бурая корова, бурёнка. Көрпәкәй мөңрәй. Көрпәкәй ҡайтып килә. Көрпәкәй көйшәп тора. Көрпәкәй — һөтлө һыйыр.
КӨРПӘСӘ (Р: одеяльная дорожка, постилаемая в переднем углу нар; И.: runner; T: paspas) и. диал.
Урындыҡ түренә буйлатып йәйә торған тар ғына ҡорама юрған; түр юрғаны. □ Одеяльная дорожка, постилаемая в переднем углу нар. Урындыҡҡа көрпәсә тушәу. Көрпәсә тегеу.
КӨРПӘСӘЙ (Р: пескарь; И.: gudgeon; T: dere kayası) и. зоол. диал.
Ҡара сыбар төҫтәге ваҡ йылға балығы; ташбаш. □ Пескарь (лат. Gobio gobio). Көр-пәсәй тотоу. Көрпәсәй аулау.
КӨРПӘСӘТКӘ [рус.] (Р: крупчатка; И.: fine wheat flour; T: un) и.
1. Эре тарттырылған бойҙай оно.
□ Крупчатка. / Крупчатый. ■ [Ниғмәтулла — һатыусыға:] Өсәр тинлек көрпәсәткә икмәген айырым төр. Бер ҡаҙаҡ кәрәмил кәнфите улсә. Ғ. Ибраһимов.
2. диал. Бойҙайҙың үҙәген генә һурҙырып тарттырылған иң яҡшы сортлы он.
□ Крупчатка, мука высшего сорта. ■ Көрпә-сәткәне беҙҙец ауылға машина тултырып килтерә торғайнылар. Экспедиция материалдарынан.
КӨРПӘ ТУН (Р: мерлушковая шуба; И.: lambskin fur coat; T.: kuzu derisinden kürk) и. диал.
Һарыҡ бәрәсе тиреһенән тегелгән тун.
□ Мерлушковая шуба. Көрпә тун һатып алыу. Көрпә тун буләк итеу. ■ Көрпә тундар кейҙем, иңдәремдә торманы. Халыҡ йырынан. • Куркәмгә куҙ эйәрә, көрпә тунға суп эйәрә. Мәҡәл.
688