КӨРПӘ
КӨРП (Р.: подражание звуку просеивания муки; И.: sound imitative word; T.: yansıma) оҡш.
Он иләгән саҡта (һауытҡа төшкән мәлдә) сыҡҡан тауыш. □ Подражание звуку, возникающему при просеивании муки. И Бәләкәй саҡта әсәйемдец механизаторҙарға икмәк һалыу өсөн бик куп итеп он иләгәнен карап торорға ярата торғайным, һелкәуескә көрп-көрп итеп төшкән он ниндәйҙер бер моң кеуек ишетелә, куцелде шундай шатлыҡ, рәхәтлек хисе биләй ине. Ф. Сәлимова.
КӨРПӨЛДӘК (Р.: рыхлый; И.: soft; Т.: yumuşak) с.
Көрпөлдәп ятҡан, йомшаҡ; өрпәк. □ Рыхлый, мягкий, пушистый, неплотный (о пыли, снеге). Көрпөлдәк ҡар. ■ Ҡалаларҙа март ҡояшының йылы нурҙары, яҙға һарҡҡан мәлдең көрпөлдәк ҡарҙарына утеп, уның ынйы кеуек бөртөктәрен иретәлә куҙ йәштәре кеуек алмас тамсыларҙы ергә тамыҙа. Һ. Дәүләтшина. Әле генә ат сабыштырған юлдан, көрпөлдәк саңды борҡолдатып, ағас аттарына атланған малай-шалай ярыша. Экспедиция материалдарынан.
КӨРПӨЛДӘТЕҮ (көрпөлдәт-) ҡ. йөкм. ҡар. көрпөлдәү, понуд. от көрпөлдәү. Көр-пөлдәтеп иләу.
КӨРПӨЛДӘҮ (көрпөлдә-) (Р: становиться мягким; И.: be soft; T.: yumuşak olmak) ҡ.
Баҫҡан, тейгәнгә борҡоп китеү, өрпәк булыу (ҡалын ҡатлам булып ятҡан онтаҡ нәмәләргә ҡарата); өрпөлдәү. □ Становиться мягким, пушистым, неплотным (о пыли, снеге). Көрпөлдәп ятыу. Көрпөлдәп торған тупраҡ. ■ Һыбайлылар, ауылдың көрпөлдәп ятҡан саңлы юлын тағы ла борҡолдата-борҡолдата, урамға килеп тулдылар. Һ. Дәүләтшина. Яр буйына тугелгән көрпөлдәп ятҡан яңы көл ел менән осоп ауыҙға, танауға, куҙгә тула. Картотека фондынан.
КӨРПӨТӨҮ (көрпөт-) (Р: поддувать;
И.: pump up; T.: körüklemek) ҡ.
Күрек йәки шуның кеүек башҡа нәмә менән өрҙөрөү. □ Поддувать. И Самауырҙы итек ҡунысы менән көрпөтәм, уты янып,
шыжлап китһә, уҙем дә бейеп китәм. Экспедиция материалдарынан.
КӨРПӘ I [рус. крупа} (Р: отруби; И.: bran; T.: kepek) и.
1. Ашлыҡтың он итеп тартҡанда онталмай ҡалған ҡабығы. □ Отруби, высевки. Бер тоҡ көрпә. Малға көрпә бутап биреу. ■ [Егет:] Минең йәнем теге булмәлә ултырған бер мискә көрпә эсендә булыр, — тигән. Әкиәттән. Болан да, ҡоралайҙар ҙа ялғашҡа һибелгән көрпәне ашап бөтөп, ситкәрәк киттеләр, улән һәрмәштереп йөрөйҙәр. Н. Мусин. Соландан көрпә алып сыҡтым да улаҡ тултырып ерән ҡашҡаға бирҙем. Ғ. Ибраһимов.
2. диал. Ярмаланып торған ҡаты ҡором.
□ Сажа. Шәм көрпәһе. Мейес көрпәһе. Мейес мөрйәһенә көрпә тулған.
♦ Көрпә баш аңра кеше тураһында.
□ Глупец, мякинная голова. И Шул тиклем ҡаты йоҡламайҙар уны, көрпә баш. Хәҙер уҙеңә упкәлә, поезың да, аҡсаң да ту-ту. Ф. Ғүмәров.
КӨРПӘ II (Р: бурая (о масти коровы)', И.: brown; T.: kula) с.
Ҡуңыр (һыйыр төҫөнә ҡарата). □ Бурая (о масти коровы). Көрпә һыйыр. ■ Төрлө һыйыр аҫрап ҡараныҡ, тик көрпә һыйырҙан ғына уңдыҡ. Экспедиция материалдарынан.
КӨРПӘ III и. ҡар. күрпә I. Көрпә тиреһе. Менгән генә атым буртә лә, кейгән генә кейемем көрпә лә. Халыҡ йырынан.
КӨРПӘ IV (Р: стёганое одеяло; И.: quilted blanket; T: battaniye) и. этн. диал.
1. Эсенә мамыҡ, йөн һ. б. һалып һырып яһала һәм ябынып ята торған юрған.
□ Стёганое одеяло. Көрпә ябыныу. ■ Кус-мәле ҡаҙаҡбыҙ курке аҫтында, һәнәр юҡ, йоҡлағандай көрпә аҫтында. Ғәмһеҙ булып ята бирһәң, хур булырһың, яу юҡ тип уйламағыҙ бурек аҫтында. М. Аҡмулла.
2. Ултырыу өсөн аҫҡа йәйелә торған түшәк. □ Тюфяк, подстилка. Көрпә тушәу. ■ Мулла абзый .. турҙәге йомшаҡ көрпә йәйелгән урындыҡ өҫтөнә йәтешләп барып ултырҙы. Ф. Ғүмәров.
687