КӨРӨК
подачи воздуха (в кузнечном деле). Тимерсе көрөгә.
КӨРӨК IV (көрөгө) (Р.: удила кольцеобразные; И.: bit; T.: yuvarlak kantarma) u. диал.
Ҡулса ауыҙлыҡ. □ Удила кольцеобразные. Көрәгәнән тотоп тороу.
КӨРӨКТӨРӨҮ (көрәктәр-) ҡ. ҡар. көрәйтеү 1.
КӨРӨН (Р.: весенняя талая вода; И.: spring thaw water; T.: ilkbahar suları) и. диал.
Яҙ көнө ҡар иреүҙән барлыҡҡа килеп, гөрләп аҡҡан һыу; өйәр. □ Весенняя талая вода. Яҙ кәнә шәп яуындан һуц көрөн аға. ■ Көн матур. Юл буйҙарында көрөндәр сылтырап аға. Б. Хәсән. Тротуарҙар буйлап көрөндәр ташып аҡты. С. Агиш.
КӨРӨҪ (Р: нитченка; И.: kind of loop (in a loom); T.: ilmik) и. туҡ. этн.
Арҡау һалыу өсөн буйлыҡты икегә айырып, алмаш-тилмәш асып тора торған ҡуш ҡорамал. □ Нитченка. Көрөҫ таяғы. Киндер көрөҫө. Септә көрөҫө. Кылдан ишелгән көрөҫ.
КӨРӨҪ АРБАҺЫ (Р: приспособление для поддержания нитки нитченки; И.: kind of wooden appliance (in a loom); T.: ilmiği tutan bir detay) и. туҡ. этн. диал.
1. Көрөҫ ебен тотҡан ағас (көрөҫ ебен урҙаға тоташтыра). □ Приспособление для поддержания нитки нитченки.
2. миф. Ҡатын-ҡыҙ символы булған мифлаштырылған предмет. □ Мифологизированный предмет, имеет женскую символику; (обнаруживается в могилах женщин, относящихся к XVIII в.).
КӨРӨҪ АТЫ и. туҡ. этн. диал. ҡар. көрөҫ арбаһы 1.
КӨРӨҪ БАУЫ (Р: нитка нитченки; И.: sort of string; T.: ilmik) и. туҡ. этн. диал.
Көрөҫтәрҙе сығырға аҫҡан бау. □ Нитка нитченки.
КӨРӨҪ ЕБЕ (Р: нитка нитченки; И.: sort of string; T.: ilmik) и. туҡ. этн. диал.
Көрөҫтөң буйлыҡты үткәреү өсөн элмәкләп ҡуйған ебе. □ Нитка нитченки.
КӨРӨҪ КҮҘӘҮЕ и. туҡ. диал. ҡар. көрөҫ ебе.
КӨРӨҪ СЫҒЫРЫ (Р.: блок нитченки; И.: kind of loom appliance; T.: ilmik direği) и. туҡ. этн. диал.
Көрөҫтө күтәреп алмаш-тилмәш йөрөтөп торған сығыр йәки тейәк. □ Блок нитченки. Көрөҫ сығырын йүнәтеү.
КӨРӨҪ ТАЯҒЫ (Р.: приспособление для поддержания нитки нитченки; И.: kind of wooden appliance (in a loom); T.: ilmiği tutan bir detay) и. туҡ. этн. диал.
Көрөҫ элә торған таяулы арҡыры ағас (киндер урынының бер өлөшө). □ Приспособление (палка) для поддержания нитки нитченки. Көрөҫ таяғын нығытыу. Көрөҫ таяғы һынған. Киндер урынының иң мөһим өлөшө — көрөҫ таяғы.
КӨРӨҪ ТЕЙӘГЕ и. туҡ. этн. диал. ҡар. көрөҫ сығыры. Көрөҫ тейәге — көрөҫтө күтәреп, алмаш-тилмәш йөрөтөп торған сығыр.
КӨРӨҪ ТӘГӘРМӘСЕ и. туҡ. этн. диал. ҡар. көрөҫ сығыры.
КӨРӨҪ ШАЛТЫРАҒЫ и. туҡ. этн. диал. ҡар. көрөҫ сығыры.
КӨРӨШКӘ [рус. кружка} (Р: кружка; И.: mug; T.: maşrapa) и. һөйл.
Стакан рәүешендәге тотҡалы һауыт; кружка. □ Кружка. Калай көрөшкә. Матур көрөшкә. ■ Апайҙар беҙҙең алға бер нисә киҫәк һалҡын ит һалды, көрөшкәләргә сәй яһап ҡуйҙы. Төрлө ҙурлыҡтағы тоҡсай, тоҡ, сумаҙандар тотҡан, төрлөсә һәм ярлы ғына кейенгән кешеләр бер нисә рәткә теҙелгән эскәмйәләрҙә ултыра, баҫып тора, тегеләй-былай йөрөй, һыулы бак янына бара ла тимер сынйырға бәйләнгән көрөшкә менән һыу алып эсә. Т. Ғиниәтуллин. [Вася Федотов] алдына икмәк, өйҙә яһалған колбаса киҫәге, сәйле көрөшкә ҡуйҙы. Ә. Хәкимов. Хашим шул минутта уҡ юлға әҙерләнә башланы: биштәренә көрөшкәһен, ҡалағын, флягаһын һалды. Т. Ғарипова.
КӨРӨШКӘЛӘП (Р: кружкой; И.: by the noggin; T.: maşrapa ile) p.
Көрөшкә менән. □ Кружкой. Көрөшкәләп сәй эсеү. Һөттө көрөшкәләп тараттылар. ■ Мәҙинә көрөшкәләп кәмә эсендәге һыуҙы түгә башланы. Д. Бүләков.
686