Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 845


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КҮРЕНЕҮ
уҡып, әҙәбиәт туңәрәгендә лә куренгеләй ине. Ә. Хәкимов. Ботинка, һоро шинель кейгән, ҡайтармалы буректәрен ике яҡтан аҫылындырып ебәргән фронттан ҡайтҡан һалдаттар ҙа һирәк кенә булһа ла курен-геләйҙәр. А. Таһиров.
КҮРЕНГЕЛӘШТЕРЕҮ (күренгеләш-тер-) ҡ. йөкм. ҡар. күренгеләү, понуд. от күренгеләү. Куренгеләштереп ҡуйыу.
КҮРЕНГӘН (Р.: видимый; И.: apparend; T: gösterişi) с.
Күренеп торған, күҙгә күренгән. □ Видимый, зримый. Куренгән әйбер. Куренгән ат.
КҮРЕНЕКЛЕ (Р.: известный; И.: noticeable; T: gözle görülür) с.
1. Халыҡҡа танылған; билдәле, атаҡлы, мәшһүр. □ Известный, видный. Куренекле яҙыусы. Куренекле шағир.
2. Күҙгә күренеп иғтибарҙы тартып торған. □ Приметный. Куренекле ер.
КҮРЕНЕКҺЕҘ (Р: неизвестный; И.: unknown; T: bilinmeyen) с.
Билдәһеҙ, танылмаған. □ Неизвестный, незаметный. Куренекһеҙ әҙип.
КҮРЕНЕР-КҮРЕНМӘҪ (Р: едва заметно; И.: barely visible; T: görünür görünmez) р.
Аҙ ғына күренгән, аҙ ғына беленгән. □ Едва заметно, неуловимо, еле видно. Ку-ренер-куренмәҫ булып ята. Куренер-куренмәҫ беленә. ■ Оҙон керпектәре өҫтөндә ҡыҙғылт ҡояш нурында куренер-куренмәҫ тамсылар емелдәһә лә, йомшарып алғанлығын да белер әмәл юҡ. Д. Бүләков. Тау аҫтында, ту бәндә, куҙгә куренер-куренмәҫ кенә шыйыҡ зәңгәрлек төшә. М. Кәрим.
КҮРЕНЕС (Р.. подарок невесты или жениха; И.: the newlywed’s present; T: gelin veya güveyin yeni akrabalarına hediyesi) и. этн.
1. Кейәү йәки килендең яңы туғандар менән танышҡанда биргән бүләге. □ Подарок невесты или жениха, преподносимый при первом знакомстве с новыми родственниками. Куренес сапаны. Куренес биреу. Куренес һалып курешеу. ■ [Карасәс — Гөлзифаға:] Кайны-ҡәйндләрец куренес биргәндә, йөҙөңә һөртөп ал. Бына шуларҙың бөтәһен дә абайлап эшлә. М. Буранғолов.
2. диал. Йәш баланы тәү күргәндә һалған бүләк; бәпес бүләге. □ Подарок новорождённому. Куренес һалыу.
КҮРЕНЕҮ (күрен-) [боронғо төрки көрун-} (Р: виднеться; И.: be seen, be visible; T.: görünmek) ҡ.
1. Күҙ менән ҡабул ителеү, ҡарағанда күҙгә ташланыу. □ Виднеться, видеться, быть видимым. Тәуге сәскәләр куренә. ■ Ас тәҙрәң, кутәр пәрҙәң, нурлы йөҙөң куренһен. Халыҡ йырынан. Туңәрәк, тулы йөҙөндә ҡыуаныс сатҡыһы куренеп ҡалды ла шундуҡ һунде, һиҙеп тора Иҫәкәй: уҙенсә һыр бирмәҫкә маташа. Н. Мусин.
2. Кемдеңдер алдына килеү, күҙенә салыныу. □ Показаться, явиться, прийти. Кай-тып куренеп китә. ■ [Батша:] Көрәштә еңеп сығып, ҡыҙымдың исеме яҙылған ҡулъяулыҡты алған батыр миңә килеп курен-гәне юҡ әле. Әкиәттән. Сөнки ағай кешенең холҡо ҡырыҫ, ҡайтып куренгән һайын йә: «Ниңә минән куҙеңде йәшерәһең?» тип, йәки: «Ағайыңа ҡарағанда еңгәйең яҡыныраҡ һиңә», тип битәрләй... Й. Солтанов.
3. Һаулығыңды тикшертеү өсөн үҙеңде күрһәтеү, ҡаралыу. □ Показываться, являться, обследоваться. Врачҡа куренеу. Куҙ та-бибына куренеу. ■ [Мәҙинәнең] башына ут ҡапҡандай, мейеһе сатнап бара. Юҡ, был хәлендә институтҡа барырға ярамай уға. Иң яҡшыһы — поликлиникаға инеп, врачҡа куренеу. Ә. Хәкимов. [Гузәлиә:] Карағыҙ әле, Лариса Никитична, кәрәк булһа, путёвка табырға уҙем ярҙам итермен. Врачҡа куренеп, ҡайҙа дауаланырға кәрәк икәнен белешегеҙ. Н. Мусин.
4. Ҡарамаҡҡа йәки күңелгә нисектер тойолоу. □ Казаться, выглядеть. Йыуаш куренеу. Йәшәу яҡшыраҡ куренә. Төҫкә оло куренеу. ■ Донъя ауырлығы еңел куренә, арыҫландай сабыр ир булһа. Халыҡ йырынан. • Һылыу — һылыу куренмәҫ, һөйгән һылыу куренер. Әйтем.
5. ҡар. тыуыу. Таңға бала куренде. ■ Айлы төндә куренген балаға Айһылыу, Айбулат, Айбикә кеуек исемдәр ҡушалар. Экспедиция материалдарынан.
845