Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 925


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КЮРИ
2. диал. Ҡауаҡланып һыҙырылыу (тән тиреһенә ҡарата); төләү. □ Шелушиться (о лице, коже, частях тела). // Шелушение. Эҫелә танау кәшәләнеп бөткән. Елгә бит кәшәләнә.
КӘШӘМИР [рус. < фр. cachemire] и. ҡар. кешмир. Кәшәмир яулыҡ. Кәшәмир кулдәк. ■ Зәбир ағай оҙаҡ куренмәгәс, кәшәуәр арбалағы кәшәмир яулығын ғына бөркәнде лә: «Мин барып киләйем әле, аш һыуына бит»,— тип китеп барҙы. Д. Бүләков.
КӘШӘНӘ I [фарс. (Р: гробница; И.: tomb; sepulchre; T.: keşene) и.
Ҡәбер өҫтөнә ҡуйылған ҡоролма йәки уны уратып алған таш ҡойма. □ Гробница. Хөсәйенбәк кәшәнәһе. Кәшәнә ҡороу. ■ Кук көмбәҙле, зиннәтле һарайҙар, мәсет-мәҙрәсәләр, кәшәнәләр, семәрле таш куперҙәр — бөтәһе меңләгән ҡолдарҙың ҡаны ҡушып һалынған. Ә. Хәкимов.
КӘШӘНӘ II и. диал. ҡар. кәбәк.
КӘШӘНӘЛӘҮ (кәшәнәлә-) (Р.: сооружать гробницу; И.: erect a tomb; T.: keşenele-mek) ҡ.
Кәшәнә (I) ҡуйыу, ҡәберҙе кәртәләү.
□ Сооружать гробницу. Мысырҙа батшаларҙың ҡәбере кәшәнәләнгән.
КЮВЕЗ [рус. < фр. couveuse] (Р.: кювез; И.: cot; crib; T.: küvez) и.
1. Бала табыу йортонда яңы тыуған балаларҙы һалыу өсөн ҡулланылған ванна формаһындағы үтә күренмәле карауат.
□ Кювез (кровать для новорождённых).
2. Яһалма микроклимат булдырылған, етлекмәй тыуған балаларҙы һала торған үтә күренмәле махсус медицина ҡорамалы.
□ Кювез (медицинский аппарат с прозрач
ными стенками, позволяющими наблюдать за недоношенным ребёнком, и оптимальным искусственным микроклиматом). Кювездағы баланы куҙәтеу. И Кыуатов исемендәге Республика клиника дауаханаһына куптән тугел ҡайтарылған яңы ҡорамал ауырлығы етмәй тыуған балаларҙың улемен ике тапҡырға кәметергә мөмкинлек бирәсәк. Үпкәләрҙе яһалма вентиляциялау өсөн ике аппарат, әсә ҡарынындағыға оҡшаш шарттар тыуҙырылған өс кювез, куҙәтеу өсөн өс монитор комплексы 7,5 миллион һумға төшкән. «Йәшлек», 14 май 2009.
КЮВЕТ [рус. < фр. cuvette ‘лаҡан’] (Р: кювет; И.: ditch; T.: hendek, küvet) и.
Оло юлдың ике яҡ ситендәге канау. □ Кювет. Кюветҡа төшөу. ■ Машиналар, газдарын кәметеп, кюветҡа төшә яҙып ситкә тайпылалар. Ф. Сәлимова.
КЮВЕТА [рус. < фр. cuvette ‘лаҡан’] (Р: кювета; И.: cuvette; T.: leğen) и. махс.
Фотографик пластинкаларҙы, фоторә-семдәрҙе эшкәртеү һәм йыуыу өсөн тәғәйенләнгән бәләкәй генә һауыт. □ Кювета (специальная маленькая посуда для обработки и мытья фотографий). Кювета йыуыу.
КЮРАСО [рус. < фр.] (Р: кюрасо; И.: си-racao; T.: şarap) и.
Апельсин ликёры йәки шәрбәтле шарабы. □ Кюрасо. Кюрасо тәмләп ҡарау.
КЮРИ [рус. < фр. Curie ‘француз физиктары М. Кюри һәм П. Кюри фамилияһынан’] (Р: кюри; И.: curie; T.: küri) и. физ.
Радиоактивлыҡты үлсәү берәмеге. □ Единица измерения радиоактивности. Кюри нөктәһе.