Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 924


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӘШЕФ ИТЕҮ
Билдәһеҙ нәмәнең асылыуы, фаш ителеүе. □ Раскрытие, разоблачение.
КӘШЕФ ИТЕҮ (кәшеф ит-) (Р.: примечать; И.: note; notice; T.: keşfetmek) ҡ.
Шәйләү, күреү. □ Примечать, замечать. ■ Йыраҡтан ғына, купер өҫтөнән берәуҙең килгәнен кәшеф иттем. Картотека фондынан.
КӘШКЕЛДӘҮ (кәшкелдә-) ҡ. диал. ҡар. кәжкелдәү.
КӘШКИ ымл. ҡар. кашки.
КӘШКӘЙ с. диал. ҡар. кәкес 1.
КӘШКӘЙЕҮ (кәшкәй-) (Р: загибаться; И.: turn up; T.: yukarıya bükülmek) ҡ. һөйл.
Ҡалтайып өҫкә ҡарау (мәҫәлән, таҡтаның, аяҡ кейеменең башы). □ Загибаться (к верху). Итек башы кәшкәйгән.
КӘШКӘЙЕШЕҮ (кәшкәйеш-) ҡ. урт. ҡар. кәшкәйеү, взаимн. от кәшкәйеү.
КӘШКӘЙТЕҮ (кәшкәйт-) ҡ. йөкм. ҡар. кәшкәйеү, понуд. от кәшкәйеү.
КӘШМӘК (кәшмәге) (Р: плотик; И.: small raft; T.: küçük sal) и.
1. Бер нисә бүрәнәнән бәйләнгән бәләкәй һал. □ Плотик (из нескольких брёвен). ■ Артабан тәртипһеҙ атыш китте, кәшмәктәргә тейәлгәндәр ҙә былай ҡарап ата, әммә уҡтарын сама менән ебәрә.
3. Ураҡсин. Һалдың алдағы ишкәксеһе ул, Арынбаҫаров, әлбиттә, арттағы кәшмәктәрҙә уның командаһы — ышаныслы кешеләре. Д. Бүләков.
2. Һалдың бер быуыны. □ Одно звено плота. Кәшмәк ысҡынған.
КӘШМӘКЛӘҮ (кәшмәклә-) (Р: делать плотик; И.: make a small raft; T: küçük sal yapmak) ҡ.
1. Кәшмәк итеп бәйләү. □ Делать плотик, связывать брёвна в плотик. Бурәнәләрҙе кәшмәкләу.
2. Һыуға батырыу өсөн киндер, етен көлтәләрен ҡуша бәйләү. □ Связывать вместе пучки льна и т. д. (чтобы положить в воду). Тарманы кәшмәкләу.
КӘШТЕР-КӨШТӨР (Р: тихо; И.: quietly; T.: yavaşça) р. һөйл.
Бер ыңғай менән, әкрен генә. □ Тихо, не торопясь. Кәштер-көштөр генә йәшәп ятыу.
КӘШТӘ (Р: полка; И.: shelf; T: raf) и.
1. Төрлө нәмә һалыу өсөн һикәлтәләп ҡуйылған буй таҡта. □ Полка, полочка. Кәштәгә һауыт,-һаба теҙеу. И Ғилман уҙе эшләп мөйөшкә ҡаҙаҡлаған кәштәләге китаптар тигеҙләп өйөлгән, иртәнсәк ҡабалан-ҡарһалан тороп киткән койкалағы урын матурлап йыйыштырылған. Н. Мусин.
2. диал. Әйбер эл еү өсөн түбә таҡтаһы аҫтына стена буйлатып аҫҡан таяҡ; урҙа.
□ Шест, прикрепляемый к стене ниже потолка для развешивания вещей. Кәштәгә кейем элеу.
3. диал. ҡар. ҡыра I, 2. Бесән кәштәлә ҡалды.
КӘШТӘЛӘНЕҮ (кәштәлән-) ҡ.
1. төш. ҡар. кәштәләү, страд, от кәштәләү.
2. Баҫҡыс рәүешендә киртләсле булыу.
□ Быть с уступами. ■ Йылға кәштәләнеп торған ике ҡая араһынан.. аға. «Алдар менән Зөһрә».
КӘШТӘЛӘҮ (кәштәлә-) (Р: вешать полку; И.: hang a shelf; T: raf asmak) ҡ.
Кәштә (1) ҡуйыу. □ Вешать полку. Кәштәләп ҡуйыу.
КӘШФИӘТ [ғәр. oULiS] (Р: изобретение, открытие; И.: discovery; T: keşif) и. иҫк. кит.
Уйлап табылған нәмә; асыш. □ Изобретение, открытие. Быуат кәшфиәте. Фән-әҙәбиәт өлкәһендәге кәшфиәт.
КӘШШАФ [ғәр. (Р; изобретатель; И.: discoverer; T: keşşaf) и. иҫк.
Бер нәмәне тикшереп табыусы, асыусы.
□ Изобретатель. Ж Арабыҙҙан бер кәшшаф сыҡҡаны юҡ, тырышҡан халҡына теләп иттифаҡ. М. Аҡмулла.
КӘШӘЛ с. диал. ҡар. кәрлә II.
КӘШӘЛӘҮ (кәшәлә-) (Р: преть (при воспалении кожи)', И.: become intertriginous; rot; T.: bozulmak) ҡ.
1. Боҙолоп сейләнеү. □ Преть (при воспалении кожи). Тире кәшәләгән.
924