Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 96


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙОМШАҠ
Ғ. Хәйри. Туғайҙарҙағы көтөуҙәр, йомшаҡ елгә тулҡынланыусы иген баҫыуҙары, сәскәнән сәскәгә кусеп шәрбәт эҙләусе бал ҡорттары — һәммәһе лә Билаловты ҡанатландырҙы, ҡыуандырҙы. Д. Юлтый.
16. Етерлек тиклем кеүәте булмаған, ныҡлы хәрби көскә эйә булмаған. □ Слабый, уязвимый. Йомшаҡ яҡ. Дошмандың йомшаҡ урыны. ■ Дошманының бигук йомшаҡтарҙан булмауын черкес та аңғарҙы, курәһең, һағыраҡ ҡылана башланы. Н. Мусин. Батша хөкумәте тап ошо маҡсатта, яуҙа ҡатнашыусыларға ҡарата был юлы уҙенә курд бер төрлө йомшаҡ сәйәсәт тотоп, улар менән еңелсәрәк кенә иҫәпләшергә булғайны. Ғ. Ибраһимов.
17. кусм. Тәьҫир көсө, ҡеүәте бәләкәй булған, ҡаты булмаған. □ Слабый, не крепкий; неконцентрированный. Йомшаҡ ҡәһуә. Йомшаҡ ҡымыҙ. Йомшаҡ сәй. Йомшаҡ тәмәке. ■ Өндәшеу ҡайҙа, һирәкләп йомшаҡ шарапты һуплай-һуплай, кинәнеп ашаны [Рәсул Эмирович]. Ә. Хәкимов.
18. Тейешле дәрәжәле булмаған, насар. □ Слабый; плохой. Тәртибе йомшаҡ булыу. Мәсьәләне йомшаҡ ҡуйыу.
19. Кимәле, торошо түбән. □ Слабый, мягкий; некачественный. Йомшаҡ хикәйә. Йомшаҡ эш. ■ Үҙебеҙҙә металлургия сәнәғэте йомшаҡ. Ул .. һуғыш кәрәге өсөн булған продукцияны бирә алмай. Д. Юлтый.
20. Үҙ эшен насар белгән, насар башҡарған. □ Слабый, некомпетентный. Йомшаҡ уҡыусы. Йомшаҡ класс. Йомшаҡ студент.
♦ Йомшаҡ алтын ҡиммәтле тире. □ Кожа и меха, мягкое золото. Йомшаҡ алтын алыу. Йомшаҡ алтынға ҡыҙығыу. Йомшаҡ алтын һатыу салоны. Йомшаҡ барып төшөү осоу аппаратының талғын барып төшөүе. □ Приземлиться мягко, совершить мягкую посадку. Йомшаҡ йәйеп {йәки һөйләп) ҡатыға ултыртыу һәйбәт кенә һөйләп, киреһен эшләү. □ соотв. Мягко стелет, да жестко спать. И Улы исеменән йомшаҡ һөйләп, ҡатыға ултыртырынан бигерәк бисәһенең бына ошо йылмайыуы йөрәген өтөп алды Ҡәҙермәттең. Н. Мусин.
ЙОМШАҠ II (Р.: мягко; И.: with care; T: özenle) р.
1. Әкрен, талғын. □ Мягко, осторожно. Самолётты йомшаҡ итеп ултыртыу. Йомшаҡ баҫып йөрөу. ■ Тәҙрәнән төшкән ҡояш нурҙары битемдән йомшаҡ ҡына итеп һыйпай. Н. Мусин. Шул саҡ уның [Сергейҙың] артында тәгәрмәстәрҙең йомшаҡ ҡына шығырлауы ишетелде. И. Абдуллин. Хатта аттар ҙа, ҡурҡыныс барын тойғандай, һаҡ ҡына башҡырынып, тос тояҡтарын йомшаҡ баҫырға тырышып барған һымаҡ бит! 3. Биишева. Троллейбус йөрөһөн урамда шым ғына, йомшаҡ итеп, көн һайын мине эшкә ул һуңлатмай ҡуйһын илтеп. Р. Ниғмәти.
2. Иркәлән, матур итеп. □ Мягко, нежно, ласково. Йомшаҡ итеп йылмайыу. ■ Гөлйөҙөм әхирәтен нығытып ҡосаҡлай, йомшаҡ көлә. Һ. Дәүләтшина. Үҙе [Хәмит], ниңәлер, ғәйепле кеше шикелле, йомшаҡ ҡына йылмая.
3. Биишева.
3. Әкрен генә, матур итеп. □ Не грубо, мягко. Йомшаҡ һөйләшеу. Йомшаҡ иҫкәртеу. Йомшаҡ итеп әйтеу. Үҙен йомшаҡ тотоу. ■ Сафура был һөйкөмлө, илгәҙәк бикәсенең былай йомшаҡ шаяртыуына ҡаршы, уҙенең теҙеп ҡуйған ынйы кеуек аҡ тештәрен курһәткәнсе асыҡ йылмайҙы. Һ. Дәүләтшина. Хәс тә Тәбәйҙең малай сағындағы кеуек, йомшаҡ итеп, иркәләп өндәште. Ғ. Хәйри. Прокурор .. йомшаҡ ҡына иҫкәртте, хатта асыулы кеуек булған йөҙөндә йылмайыу ҙа уйнап алды. С. Агиш. • Хәйләкәргә ышанма: йомшаҡ һөйләп, ҡатыға ултыртыр. Мәҡәл.
4. Бик үк яҡшы түгел, насарыраҡ. □ Слабовато. ■ Йомшағыраҡ уҡыған курсанттарҙы, кесе лейтенант званиеһы биреп, хәрби хеҙмәттән бушаттылар. «Ағиҙел», №4, 2010.
ЙОМШАҠ III (йомшағы) (Р: мякиш;
И.: bread crumb; T.: ekmek içi) и.
1. Икмәктең, йәшелсә һәм емеш-еләктең эсендәге итләс өлөшө. □ Мякиш. Икмәк йомшағы. Хөрмә емешенең йомшағы. Ҡарбуз йомшағы.
2. Кеше йәки хайуан тәненең итләс, мускуллы урыны (табанда). □ Мякиш (подош-
96