ЙОМШАҠ
шаҡ матдә. ■ Ҡөмөш — аҡ төҫлө йомшаҡ металл. Интернет селтәренән. • Йомшаҡ ағасты ҡорт баҫыр, йыуаш кешене һуҙ баҫыр. Мәҡәл.
6. Яңы, иҫкереп ҡатмаған. □ Свежий, мягкий. Йомшаҡ икмәк. Йомшаҡ бәлеш.
■ Шиғырым, һин әрем тәме әйткән, көйөп бешкән арыш икмәге. Мамыҡтай аҡ, йомшаҡ ҡалас һымаҡ. Р. Ғарипов.
7. Ҡарар күҙгә, ишетер ҡолаҡҡа хуш килерлек, ҡуҙғытмай торған, тупаҫ түгел; яғымлы. □ Мягкий, нежный, ласковый. Йомшаҡ тауыш. Йомшаҡ моц. Йомшаҡ телле. ■ Атаһы уны [Гөлкөсураны] шулай танышмаҡлы, кешегә йомшаҡ телле итеп тәрбиәләргә тырышты. Н. Мусин. Бөтә табынды хайран ҡалдырып, Аҡйондоҙҙоң йомшаҡ моцло тауышы яңғыраны. М. Кәрим. Әле генә баҫылған һуғыш шау-шыуынан һуң ҡыҙҙың музыка һымаҡ йомшаҡ һәм мөләйем тауышы Шакирға иҫ киткес ныҡ тәьҫир яһаны. Ә. Чаныш. • Йомшаҡ телгә ышанма. Мәҡәл. Бал менән ауыҙланғандың теле татлы булыр, май менән ауыҙланғандың теле йомшаҡ булыр. Мәҡәл.
8. Саҡ ишетелерлек, әкрен, шым. □ Мягкий, спокойный. Йомшаҡ тауыш менән һөйләу. Йомшаҡ ауаз.
9. Һалмаҡ, талғын. □ Мягкий; осторожный, нежный. Йомшаҡ хәрәкәттәр.
■ Тоняның .. хәрәкәте һәлмәк һәм йомшаҡ. И. Абдуллин.
10. кусм. Берәй төрлө тәьҫир, йоғонто, ҡыҫымға юл ҡуйыусан, ыңғай килеүсән, ныҡ түгел; киреһе — ҡаты. □ Слабый, мягкий; слабохарактерный. Йомшаҡ тәбиғәтле булыу. Йомшаҡ холоҡ. И [Ирина Платоновна:] Тик бер яғы — йомшаҡ тәбиғәтле булып сыҡты [ирем]. Ә. Хәкимов. Йомшаҡ тәбиғәтле Ҡорбанғәленең хатта куңеле тулып китте. М. Кәрим.
11. Кеше хәлен уртаҡлашыусан, кеше мохтажын аңлаусан; мәрхәмәтле, шәфҡәтле. □ Сострадательный, милосердный, жалостливый, мягкосердечный. Йомшаҡ ку-ңел. ■ Уның [Ҡыҙрастың] йомшаҡ куңеле баштан уҙған ваҡиғаларҙы берәмләп һанап утә барҙы. Т. Йәнәби. Уны [Нуранияны]
Ғилемхандың йомшаҡ куңеле, миһырбанлығы әурәтте, йөрәген әсир итте. Р. Камал.
12. Мәрхәмәтле, шәфҡәтле булғанлыҡты, асыҡ йөҙлөлөктө сағылдырған. □ Мягкий, нежный, ласковый. Йомшаҡ ҡараш. ■ Егет бөтмәҫ-төкәнмәҫ йылы ҡараш, бәйләм-бәйләм йомшаҡ һуҙҙәр букеты менән кумелде. И. Насыри. [Баш адъютанттың] куҙендә йомшаҡ йылмайыу беленде. Ф. Янышев.
13. кусм. Кешегә ҡарата киҫкен, талапсан түгел; киреһе — ҡаты. □ Мягкий, слабый. Йомшаҡ хөкөм сығарыу. Йомшаҡ яза биреу. ■ Минең ҡарамаҡҡа, ҡатын-ҡыҙҙар тәбиғәте буйынса ир-аттарға ҡарағанда йомшағыраҡ, хислерәк. «Башҡортостан ҡыҙы», №5, 2010. Тәбәйҙең ҡарашынса, ҡатын-ҡыҙ Ашраф ише көсө самалы, ихтыяры йомшаҡ ирҙәрҙе һанға һуҡмай инде ул. Ә. Хәкимов. Ҡуйсы, атай, ҡуйсы, атай, ҡыҙыңа йомшаҡ булсы, атай. «Алпамыша». • Үҙеңә уҙең ҡаты бул, кешеләргә йомшаҡ бул. Мәҡәл. Ҡыҙ биргән ергә ебәктән дә йомшаҡ бул, килен алған ергә тегәнәктән дә ҡаты бул. Мәҡәл.
14. Тупаҫлыҡ, ҡатылыҡ менән һуғарылмаған, тупаҫ түгел. □ Мягкий, негрубый. Йомшаҡ һуҙ. ■ Немец ҡыҙҙары бит улар тулы тәнле, оҙон ғына буйлы, йомшаҡ һуҙ-ле ҡыҙҙар булалар. И. Насыри. Замана егеттәрендә бик ук йыш осрамай торған ғәҙәт тә бар уҙендә [Мөбәрәктә:] кәрәкле-кәрәкмәгәнгә эсеп йөрөмәй, олоһона, кесеһенә лә йомшаҡ һуҙле. Н. Мусин. Их, ошо йомшаҡ һуҙ! Ҡыҙырасты ултерә лә ҡуя шул. 3. Биишева. • Ҡаты һуҙҙән тал һына, йомшаҡ һуҙҙән таш ирей. Мәҡәл.
15. Тәьҫире киҫкен, көслө түгел, сағыштырмаса йылы (көн, климат һ. б. ҡарата). □ Мягкий, тёплый. Йомшаҡ ел. Йомшаҡ ҡыш. Йомшаҡ көн. ■ Үҙенең яҡты көндәрен, йылы, йомшаҡ һауаларын эйәртеп, яҙ килде. И. Насыри. Йылы, йомшаҡ ел, ҡар һыуы, яңы ер, тамыр еҫе таратып, тынды ҡыҫҡандай итә һәм куңелде ҡытыҡлай. И. Абдуллин. Тәҙрәнең пәрҙәләрен ике яҡҡа айырып ҡуйғандан һуң, йомшаҡ ҡына елдәр, ой эсенә шаярып кереп, гөл япраҡтарын һелкетте.
95