ЙОМРОСАЙ
ЙОМРОСАЙс.^йомроЗ. ■ Мәүсилә балитәкләп тегелгән ситса күлдәген күтәрә биреберәк йомросай ап-аҡ яланғас тубыҡтарын көн яҡтыһында ялтлатып ебәрҙе лә шишмә тирәләй хәтфә балаҫ һымаҡ түшәлеп үҫкән ҡаҙ үләне өҫтөнә теҙләнде. Д. Бүләков.
ЙОМРОСҠА и. бот. диал. ҡар. яҫмыҡ. Йомросҡа сәсеү. Йомросҡа орлоғо. Йомросҡа бешереү.
ЙОМРО ТОЯҠ (тояғы) (Р.: конь; И.: horse; Т.: at) и. диал.
Йылҡы малы. □ Конь, кони. Йомро тояҡ аҫрау. Йомро тояҡ һуйыу.
ЙОМРО ТОЯҠЛЫЛАР (Р: непарнокопытные; И.: perissodactyls, odd-toed ungulates; T.: tek toynaklılar) и. зоол.
Урта бармағы ныҡ үҫешкән һәм шуның менән ныҡ баҫып йөрөй торған, 2-се һәм 4-се бармаҡтарының эҙе генә ҡалған, бүтән бармаҡтары юғалған һөтимәр хайуандар. □ Непарнокопытные, однокопытные (лат. Perissodactyla). Зебралар, йылҡы, ишәктәр, носорогтар йомро тояҡлыларға ҡарай. Йомро тояҡлылар ғаиләһе.
ЙОМРО УМАРТА и. умарт. диал. ҡар. түмәр умарта. Йомро умарта ултыртыу. Йомро умарта балы. Йомро умартаға күс ҡундырыу.
ЙОМРО ҺАЛМА и. диал. ҡар. сумар. Йомро һалма бешереп ашау.
ЙОМРО ЭСӘК и. анат. диал. ҡар. тура эсәк. Йомро эсәк сире. Йомро эсәкменән яфаланыу.
ЙОМРО ЮЛ (Р: тропинка; И.: path; T.: patika) и.
Йәйәү кеше юлы; һуҡмаҡ. □ Тропинка. ■ Бына бер ваҡыт өйөр-өйөр йылҡы йомро юл буйлап һыулауға төшә башланы, ти. Әкиәттән. Эре-эре тирәктәр араһынан ҡырла буйлап киткән йомро юл менән бер аҙ барғандан һуң, ялан башланды. А. Абдуллин.
ЙОМСОҠ (Р: узкоглазый; И.: Oriental, Asian looking; T: çekik gözlü) с. диал.
Ҡыҫыҡ күҙле. □ Узкоглазый. Йомсоҡ күҙле ҡыҙ. Тыумыштан йомсоҡ булыу.
ЙОМШАҠ I [боронғо төрки йумшаҡ} (Р: мягкий; И.: soft; T: yumuşak) с.
1. Тейгәндә, баҫып, ҡапшап ҡарағанда тығыҙ булмаған; киреһе — ҡаты. □ Мягкий. Йомшаҡ ултырғыс. Йомшаҡ уйынсыҡ. Йомшаҡ бүрек. Йомшаҡ юрған. Йомшаҡ ҡамыр. Йомшаҡ түшәк. Н Осһоҙ-ҡырыйһыҙ киң матур ялан, ул йомшаҡ ҡарҙан юрған ябынған. Н. Иҙелбай. Таңда тороп хәҙер ҡырға сығам, ысыҡ кипмәҫ борон гөлдәрҙә; ҡояш сыҡҡан саҡта сәскә ҡуям ул баш һалған йомшаҡ мендәргә. М. Кәрим. Мин поезда барам. Йәшел вагон, һығылмалы йомшаҡ урындар. Р. Ниғмәти.
2. Ҡабарып торған, нәфис (ҡул, бит һ. б. ҡарата). □ Мягкий, пухлый, нежный (о руке и т.д.). Йомшаҡ ҡул. Йомшаҡ яурын. Йомшаҡ бит. Йомшаҡ тире. ■ Мировой йыуан, йомшаҡ бармаҡтары менән башын тызығыланы ла эйәген усланы. Н. Мусин. Уның [Оло инәйемдең] йомшаҡ ҡулы битемә ҡағылғас, мин бөтөнләй-бөтөнләй бәләкәс булып ҡалам. М. Кәрим.
3. Тотоп, ҡапшап ҡарауға нескә, ебәк кеүек (сәс,йөн,ту ҡымаһ. б.ҡар ата). □ Мягкий. Йомшаҡ сәс. Йомшаҡ дебет. Бәрхәт кеүек йомшаҡ. Йомшаҡ йөнлө. ■ Тәлим, ниндәйҙер рәхәтлек ҡатыш тынысһыҙланыу тойоп, Зөһрәнең йомшаҡ мамыҡ шәленән, яурынынан һыйпаны. Н. Мусин. Йәшел йомшаҡ ҡурпы ат ауыҙында үҙе иреп тора. М. Кәрим. Егет, нисектер, һонолоп, күкрәктәре киңәйеп киткәндәй булды, ирен өҫтөндәге йомшаҡ бәпкә йөндәр ҡуйырып ҡара мыйыҡҡа әйләнде, бер аҙ тартыла төшкән йөҙөнә ирҙәрсә нур ҡунды. Ғ. Хөсәйенов.
4. Баҫымға, ҡыҫыуға еңел бирешеүсән; киреһе — ҡаты. □ Рыхлый, мягкий. Йомшаҡ балауыҙ. Йомшаҡ балсыҡ. Йомшаҡ пластилин. Йомшаҡ ер. В Арҡан осондағы ырғаҡ көйһөҙ булып сыҡты: тәүге ырғытҡанда, барып етмәне, икенсеһендә эләгер урын тапмай кире ҡайтты, өсөнсө юлы ғына ҡаҙалырға йомшаҡ ағасмы, таҡта егенме тапты. Б. Рафиҡов. Йорт бураһы буйында ике тауыҡ ҡына йырлай, тәпәйҙәре менән йомшаҡ тупраҡты ҡаҙыйҙар ине. Ғ. Хәйри.
5. Эшкәртеүгә еңел бирелә торған. □ Мягкий, легко поддающийся обработке. Йомшаҡ металдар. Йомшаҡ материал. Йом
94