Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 93


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙОМРО САБАҠ
тишектәренән аласыҡ буйлап буй-буй яҡты юлаҡтар һуҙылған. Д. Шәрәфетдинов.
3. Тулы итле, һимеҙ. □ Круглый, полный. Йомро кәуҙәле. Йомро кеше. ■ Инде Мәрзиә, кәуҙәгә йомро, тулы ғына ҡатын, уҙе килеп баҫҡайны Мәрйәм менән Хәйрулла ҡаршыһына. Д. Бүләков. Тәбдеян ипләп кенә урынынан торҙо, елкәһен ышҡый-ышҡый бисәһенең эргәһенә килде лә уның йомро яурынына ҡулын һалды. Н. Мусин.
4. кусм. Күләме, һаны арыу уҡ ҙур. □ Большой (по количеству). Йомро хаҡ. Йомро сумма. ■ Бар халыҡ көскә йыйнаған хәрездәрен, һаҡлыҡ банкыһында туҙанланып ятҡан йомро суммаларын .. аҡсаға әйләндерә башланылар. «Һәнәк», № 3, 2011.
♦ Йомро баш хәйләкәр һәм аҡыллы кешегә ҡарата әйтелә. □ Себе на уме, хитрец. ■ Боғара тирә-яҡта уҙен «йомро баш», «хәйләкәр төлкө» тип йөрөтөуҙәрен белә. Әйҙә, тип көлә, кинәнһендәр. Ә. Хәкимов. • Һәр кемдең дә башы йомро. Мәҡәл.
ЙОМРО II и. диал.
1. ҡар. сынаяҡ аҫты. Йомроно туңкәреу. Йомроға һалып эсеу.
2. ҡар. кәсә. Өс йомро сәй эсеу. ■ [Атайым ] әсәйемдең сумес менән ҡаҙандан һирпеп алып, тотҡаһыҙ йомроға килтереп ҡойған сәйен бер уртланы. Ғ. Ғүмәр.
ЙОМРО III и. диал. ҡар. йомарсай. Йомро әҙерләу. Йомро ашау.
ЙОМРО БӘРҘЕ (Р.: вид хариуса; И.: grayling species; T: gölgebalığı) и. зоол.
Бәрҙе балығының төрө. □ Вид хариуса. Йылғала малайҙар менән йомро бәрҙе тот-тоҡ. Йомро бәрҙе ҡаптырыу.
ЙОМРО ГӨЛ (Р.: глобулярия; И.: glo-bularia; T: küre çiçeği) и. бот.
Ярым ҡыуаҡ булып үҫкән күп йыллыҡ үлән. □ Глобулярия (лат. Globulana). Карлик йомро гөл. Төрткөлө йомро гөл.
ЙОМРОҒАР и. диал. ҡар. ырашҡы. Март айында йомроғар яуып йөҙәтә. Таңға табан йомроғар яуа башланы.
ЙОМРО ҠАБЫРҒА и. диал. ҡар. бығым.
Йомро ҡабырғаны һындырыу.
ЙОМРОҠАЙ I и. диал. ҡар. күмәс. Йомроҡай бешереу. Йомроҡайға ҡамыр баҫыу.
ЙОМРОҠАЙ II и. диал. ҡар. ташбаш. Йомроҡай тотоу. Йомроҡайҙы итәк менән һөҙөу.
ЙОМРО ҠАМЫШ (Р: клубнекамыш; И: reed grass species; T: çapıl otu) и. бот.
Күрән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, оҙон нәҙек һабаҡлы, йомро башлы күп йыллыҡ үлән төрө. □ Клубнекамыш (лат. Bolbo-schoenus). Ҡоролоҡ йылы йомро ҡамыштан башҡа нәмә уҫмәгән бесәнлектә. Борон ҡыйыҡты йомро ҡамыш менән йылытҡандар.
ЙОМРОЛАНЫУ (йомролан-) (Р: округлиться; И.: become rounded; T: yuvarlaklaşmak) ҡ.
1. Йомро формаға инеү. □ Приобретать форму шара, становиться круглым, округлиться. Таш йомроланған. Бесәй йомроланып ятһа, көн һалҡынға. Һынамыштан. ■ Оҙон аяҡлы, йомроланып бөткән ҡойроҡло, төҙөк кәуҙәле матур кугәрсен, һырты ерәнһыу көрән, ҡара-көрән таптар менән сыбарланған. Э. Ишбирҙин.
2. кусм. Тулыланыу, һимереү. □ Полнеть, располнеть, округлиться. Ҡатын йомролана башлаған. ■ Үҙенең утыҙ биш йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан, ваҡытынан алда йомроланып, ауырайыбыраҡ киткәйне ул [Нурбикә еңгә]. Д. Бүләков. Аҡһаҡ Буре уҙе лә бик ныҡ уҙгәргән. Сатанлаһа ла, йөрөш-торошо баҙыҡ, ҡабырғалары, һырты йомролана төшкән. Ә. Хәкимов.
ЙОМРОЛАУ (йомрола-) (Р: округлять; И.: round; T: yuvarlaklaştırmak) ҡ.
Арҡыры киҫелешен түңәрәккә әйләнде-реү, йомро итеү. □ Придавать форму шара, округлять. // Округление. Йомролап юныу. Ҡарҙы йомролау. Майҙы йомролау.
ЙОМРО МЕЙЕС (Р: голландка; И.: Dutch oven; T: kuzine) и. диал.
Ғәҙәттә, кафелдән һалынған, йәиһә кирбестән һалынып, тышы ҡалай менән кәпләнгән түңәрәк мейес; галанка. □ Голландка. Йомро мейескә икмәк һалыу. Йомро мейескә утын куп китмәй. Йомро мейес сығарыу.
ЙОМРО САБАҠ (сабағы) и. зоол. диал. ҡар. бөгәрсәй. Ҡармаҡ менән йомро сабаҡ тоттоҡ. Йылғала йомро сабаҡ ныҡ урсене.
93