ЙОМОШТОҠҺОҘ
ЙОМОШТОҠҺОҘ II (Р.: не выполняющий поручения; И.: not efficient and dependable; T.: görevini yapmayan) с. диал.
Тыңлауһыҙ, йомош үтәмәүсән. □ Не выполняющий поручения; непослушный. Йомоштоҡһоҙ кеше. Ул йомоштоҡһоҙ әҙәмгә барып та торма.
ЙОМОШ ТӨШӨҮ (йомош төш-) (Р: нуждаться в чъей-л. помощи; И.: need; T: muhtaç olmak) ҡ.
Кәрәклек, ихтыяж булыу □ Нуждаться в чьей-л. помощи, иметь дело к кому. ■ Куп-тән тугел генә минең ҡыҙым Миңнекамал староста Фатиманың кәнсәләренә барған, йомошо төшкән булған. «Ағиҙел», № 8,
2011. [Федотов:] Донъяңды онотоп уйнар, мажаралы китаптар уҡыр заманыңда ололар атҡарыр йомош төшә сибек кенә иңеңә. Ә. Хәкимов. [Йәғәфәр] гел ошо булексәгә эләгергә тырыша, йомош төшһә-төшмәһә лә, һуғылып утә ине. Р. Солтангәрәев.
ЙОМОШ-ЮЛ и. ҡар. йомош-йүн. Йомош-юлға барыу. Йомош-юлға етеҙ булыу. ■ Рәхмәт хужаһына уҙе менән бер етем малай алып килеуен, уның йомош-юлға етеҙ, ат менеп йөрөугә бик сос, эшкә тилбер булыуын һөйләне. Ж. Кейекбаев. Йомош-юл менән ингән кешеләрҙе лә буш сығара алмайым хәҙер. Ф. Рәхимғолова. Илсебикә йомош-юлға сапсан ҡыҙыҡай, йоданы тиҙ килтереп тоттора. К. Кинйәбулатова. Бесән, һоло тейәп, колхоз-совхоздарҙан ылау, төрлө йомош-юл менән штабҡа юлланған кешеләр йөрөй. Р. Өмөтбаев.
ЙОМРАН I [алтай телдәренән] (Р: суслик; И.: gopher; T: tarla sincabı) и. зоол.
Тейендәр ғаиләһенә ҡараған кимереүсе дала йәнлеге. □ Суслик. / Суслиный (лат. Spermophilus). Йомран тиреһе. Йомран тотоу. Йомран аулау. ■ Айбулат, Яланбикә-нең иркен һөйләшеуенән файҙаланып, йомран тотҡандағы бөтә ҡыҙыҡтарҙы һөйләй-һөйләй, ҡыҙҙар менән ҡатарлап ауыл яғына атланы. Һ. Дәүләтшина. Алексей куҙен даланан алманы. Куптән тугел генә йомран баҫтырған ерҙәрҙең аҫты-өҫкә килде. Р Низамов. Беҙҙәр иҫән ҡалмаҫ инек, ҡулдарҙа ти
мер кәрәк. Йомран кеуек ер ҡаҙыйбыҙ, кәрәк беҙгә бик кәрәк. Халыҡ ижадынан.
ЙОМРАН II (Р: название одного из родовых подразделений башкир-табынцев; И.: а Bashkir clan name; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Табын ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт ырыуының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-табынцев. Йомран ырыуы. Табындарҙың бер ырыуы йомран.
ЙОМРАН ҮЛӘНЕ (Р: подъельник; И.: Indian pipe, monotropauniflora; T: fundagillerden bir bitki) и. бот.
Ылыҫлы урманда үҫеүсе һарғылт япраҡлы күп йыллыҡ үлән. □ Подъельник (лат. Monotropd). Йомран уләнен йыйыу. Йомран уләнен киптереу.
ЙОМРАС (Р: округлый; И.: round(ed), roundish; T: yuvarlak) с. һөйл.
Тумалаҡ, йомро. □ Округлый. Йомрас эйәк. Йомрас тауҙар. ■ Ә тәбиғәт, йомрас бала һымаҡ, иҙерәп ята ташлы биләуҙә. X. Назар. Өрҡиә көрһөндө, матур, йомрас эйәген семеткеләргә тотондо. Н. Мусин.
ЙОМРО I [дөйөм төрки йум-] (Р: круглый; И.: round; T: yuvarlak) с.
1. Тумалаҡ рәүештәге. □ Круглый, округлый. Йомро таш. Йомро булыу. Йомро итеу. ■ Йомро матур тояғыңды дағаларбыҙ, юрғам. Халыҡ йырынан. [Мотай йылғаһының] төбөнә йомро, шыма беләу таштар тушәлгәнлектән, ул, купме кеше һыу инһә лә, һис ҡасан буйрамай, ағымы ла ҡаты тугел. Н. Мусин. Тау битендәге тәгәрәп ятҡан йомро таштарҙы йыйып, уға балсыҡ ҡатнаштырып, ҡайһы берҙәрен, ҡырҡа-сорҡа итеп, кәртә һымаҡ нәмәләр яһағандар. Ғ. Дәүләтшин. Хасбулат олатай һуҙенең ошо урынында оҙаҡ ҡына туҡтап, урман өҫтөнән ҡып-ҡыҙыл, йомро ут булып ҡалҡып килгән тулы айға ҡарап, уйланып ултырҙы. 3. Биишева.
2. Арҡыры киҫелеше түңәрәк (оҙонса нәмәгә ҡарата). □ Круглый, округлый. Йомро мейес. Йомро икмәк. ■ Мукһеҙ аласыҡтың тыранса ҡыйығындағы йомро ботаҡ
92