ЙОМОШТОҠҺОҘ
Эш буйынса теге йәки был йомошто үтәү бурысы ҡушылған вазифалы кеше. □ Порученец. Йомошдар булыу. Йомошдарға ҡушыу. Йомошдарҙы саҡырыу.
ЙОМОШ-ЙҮН (Р.: разные поручения; И.: various assignments, errands; T.: görevler) u. йыйн.
Һәр төрлө йомош, эш. □ Разные поручения, задания. Йомош-йунгә ярау. ■ [Этҡол:] һуц, турәләр, йомош-йүнегеҙ ни ине? Ғ. Дәүләтшин. [Штабтыц] башҡа йомош-йүндәре тауыҡ сүпләһә лә бөткөһөҙ. Ғ. Хөсәйенов.
ЙОМОШ ҠУШЫУ (йомош ҡуш-) (Р: поручить; И.: entrust (with); T.: görevlendirmek) ҡ.
Ниҙер башҡарырға бойороу. □ Поручить. ■ Беҙҙе уйнап йөрөгән еребеҙҙән әсә-йебеҙ йә атайыбыҙ саҡырып ҡайтара ла теге-был йомош ҡуша. Н. Мусин. Ҡәмән менән Сәмән һуҙгә һүрән, эшкә һулпән, йомош ҡушһац — елкәләрен тырнау сан .. булғандар. Әкиәттән.
ЙОМОШЛАНЫУ (йомошлан-) ҡ. төш. ҡар. йомошлау, страд, от йомошлау. Эштәр йомошланды. Йомошланып бөтөу. ■ Идарала һөйләшенәһе һуҙҙәр һөйләшенеп, йомоштар йомошланып бөткәс, Зәки урамға сыҡты. Картотека фондынан.
ЙОМОШЛАТЫУ (йомошлат-) ҡ. йөкм. ҡар. йомошлау, понуд. от йомошлау. Йо-мошлатырға ебәреу.
ЙОМОШЛАУ (йомошла-) (Р: выполнять; И.: do, fulfil; T.: yerine getirmek) ҡ.
Йомошто (1, 2) башҡарыу, йомошто үтәү. □ Выполнять, исполнять (например, поручение). Кеше йомошон йомошлау. Йомошлай торған эш. й Эштец бик етди икәнеп һиҙеп, Ғариф староста, башҡа ваҡ йомоштарын йомошламай, тиҙерәк ҡайтыу яғын ҡараны һәм атына атланды ла юлға сыҡты. Ж. Кейекбаев. Аҙнаев тышҡы ишеккә ҡарай атланы һәм .. бер йомошон ғына булһа ла йомошлай алыуына шатланған һымаҡ итеп ҡуйҙы. Н. Мусин.
ЙОМОШЛО (Р: имеющий поручение; И.: having an errand; T.: ihtiyach) с.
1. Йомошо булған. □ Имеющий поручение, дело, нужду. Йомошло кеше. Йомошло булыу.
2. тар. Ниндәйҙер урында эшләүсе; вазифалы. □ Служилый, должностной. Йомошло кешеләр. ■ Мишәрҙәр — йәнәһе, йомошлолар, аҡ батшаныц тоғро хеҙмәтселәре. Ғ. Хөсәйенов. Ҡазандыц йомошло татары Мөслимов, Мәндей Төпәйев — башҡорт еренән. И. Кинйәбулатов.
ЙОМОШЛОҠЛО с. диал. ҡар. йомошсан. Йомошлоҡло бала. Малай бик йо-мошлоҡло.
ЙОМОШСАН (Р: исполнительный; И.: obedient, dutiful; T.: ödevcil) с.
Кеше йомошон (1,2) үтәүсән, тыңлаусан. □ Исполнительный, послушный. Йомошсан бала. Йомошсан булыу. Йомошсан куренеу.
ЙОМОШСО (Р: посыльный; И.: messenger; T.: kurye) и.
1. Йомошҡа (1,2) ебәрелгән кеше. □ Посыльный, рассыльный; порученец. Йомошсо ҡайтты. Йомошсо ебәреу. Йомошсонан саҡыртыу. ■ Юлдыбикә әбей елпәцдәп баҫып Ҡолош мулланың ҡапҡа төбөнә барып еткәндә, Хөббөниса абыстай йомошсоһон ҡаршы алырға сыҡҡайны. Т. Хәйбуллин. Суҡ турғай, ике арала йомошсо булып, көнөнә өс-дурт тапҡыр килеп-китеп йөрөнө, ти. Әкиәттән.
2. Ваҡ-төйәк эш, йомош өсөн тотолған хеҙмәтсе. □ Рассыльный, посыльный, курьер. Йомошсо булып йөрөу. Йомошсо бала. Н Ҡаһарман кантонда ҡунаҡ булып йәшәгәндең икенсе тәулегендә, Мифтахетдин Аҡмулланы губернаторға саҡыртып, махсус йомошсо килде. Я. Хамматов. Тирмәнең тышындағыларға — унда-бында йугерә торған йомошсоларға, сапҡындарға, ашнаҡсыларға — еңел тугел. К. Мәргән. Закир был саҡта [Хаммат ағаһы тапҡанда] китап лавкаһы тотҡан бер театрҙа йомошсо малай булып эшләп йөрөй ине. 3. Биишева. Тауышҡа йомошсо офицер килеп керҙе. Ф. Янышев.
ЙОМОШТАР и. иҫк. ҡар. йомошдар. Йомоштар булып йөрөу. Йомоштарға ҡушыу.
ЙОМОШТОҠҺОҘ I (Р: необходитель ный; И.: unsociable; T.: nazik değil) с. диал.
Аралашмаусан, һаран. □ Необходительный, скупой. Йомоштоҡһоҙ уҡыусы. Йомош-тоҡһоҙ кеше менән аралашыуы ауыр.
91