йомош
Йомошҡа йөрөтөу. Йомошто утәу. Ҙур йомош. Йомошҡа ебәреу. Йомошҡа йугертеу. ■ [Һомай — Уралға:] Һуҙең һөйлә, тыңлайым, ҡулдан килһә, йомошоца ярҙамсыңдан булайым. «Урал батыр». Ирендәрен ҡыҫып тырыша Марат, йомоштарға йөрөй өлтөрәп. Р. Ниғмәти. [Әсәһенең] йомошо булһа, өҫтәлдәге дәфтәргә генә яҙып ҡалдыра ине. Н. Ғәйетбаев. Гөлйөҙөмдөң янына ситтән бер кемде лә индермәйҙәр. Тик Хәмдиә генә, ҡайныларына бер барып, бер ҡайтып, йомошҡа йугерә. Һ. Дәүләтшина. Сәлмән эшкә өлгөр, йомошҡа тилбер, һуҙгә тапҡыр, уйға отҡор булған. Әкиәттән. • Балаң йомошҡа китһә, артынан уҙең бар. Мәҡәл. Эткә йомош ҡушһаң, һөйәк һөйрәп килтерер. Мәҡәл. Ялҡауға йомош ҡушһаң, ул һиңә аҡыл өйрәтер. Мәҡәл. Төймәләй ҙә йомош, дөйәләй ҙә йомош. Мәҡәл.
2. Эш, хеҙмәт буйынса кәрәк булған нәмә, эшләй торған эш. □ Поручение, задание, дело. Йомош табыу. Йомош ҡушыу. Йомошҡа ебәреу. Йомош менән йөрөу. ■ Алыҫ юлға эйәрләйҙәр аттарҙың иң яҡшыһын, ҙур йомошҡа ебәрәләр ирҙәрҙең иң затлыһын. М. Кәрим. Кисә генә Әмирхановтың йомошо менән идараға, Сыртланов янына барҙым. С. Агиш. Был экспедицияла Шайморат бабай аш бешереу, йомошҡа йөрөу, аҙыҡ ташыу, аттарҙы ҡарау, транспортҡа етәкселек итеу кеуек куп кенә эштәрҙе башҡара. Ә. Бикчәнтәев.
3. Кәрәк ваҡытта файҙаланып тороу өсөн һорап алынған йәки биреп торолған нәмә. □ Долг; надобность, нужда, потребность. Йомош һорау. Йомошҡа алыу. Йомош биреп тороу. ■ [Гөлйөҙөм] һылтау йомош итеп килгән тәрән табаны ғына алды ла, куҙенең ихтыярһыҙ тәгәрәгән йәштәрен һөртә-һөртә,ҡайтыпкитте. Һ. Дәүләтшина. Фатима, кешенән йомош һорарға артыҡ яратып бөтмәһә лә, ошо ғәҙәткә буйһонорға булды. Б. Бикбай. • Юлаусының йомошо йурмә ашағас онотола. Мәҡәл. Яҡшы кешене йомошоң төшкәндә белерһең. Мәҡәл. Яҡшы кургән дуҫыңдың йомошон килгәс тә һора, яман кургән дуҫыңдың йомошон киткәндә
һора. Мәҡәл. Йомошҡа килһәң, туҫтағыңды йәшермә. Мәҡәл.
4. Нимәгәлер төбәлгән хәстәр; уй, моң.
□ Забота, мысль, направленная на что-л. ■ Алтындуға батыр мал араһына барып, йугәнен шылтыратты, ҡороғон ҡыл-тыратты, ти. Уға бер насар ғына буҙ тай әйләнеп ҡараны, ти. Башҡаларының йомошонда ла булманы, ти. Әкиәттән.
♦ Юҡ йомошто бар итеп һылтау табып, ҡайҙалыр барғанда әйтелә. □ Под предлогом чего (чтобы прийти, встретиться и т. п.). ■ Гөлбаныу, мендәрҙән осаһын туйтаңлатып, тырт-мырт атлап, юҡ йомошон бар итеп, соланға уҡ сығып китте. Н. Мусин. Бынан тыш йыш ҡына осраша башланыҡ. Заһит ике-өс көн һайын, юҡ йомошто бар итеп, Инештамаҡҡа килеп сыға. Ф. Әсәнов. Мәскәу тиклем Мәскәуҙә юҡ йомошто бар итеп тә туҡталаһың инде ул. Ғ. Ғүмәр.
ЙОМОШ II (Р.: важно; И.: it is important; T.: mühim) р. диал.
Мөһим. □ Важно. Таҙалығы йомош әле ул уның, матурлығы йомош тугел.
ЙОМОШАҠ ДӘРЖИН и. бот. диал. ҡар. билсән. Йомошаҡ дәржиндән беләктәрем буртеп сыҡты. Йомошаҡ дәржинде йолҡоп ташлау.
ЙОМОШАҠҠА ҺӨРӨҮ (йомошаҡҡа һөр-) ҡ. диал. ҡар. туңға һөрөү. Ерҙе йомошаҡҡа һөрөу. Көҙҙән йомошаҡҡа һөрөу.
ЙОМОШАТЫУ (йомошат-) ҡ. диал. йөкм. ҡар. йомошау, понуд. от йомошау. Малайҙы йомошатыу.
ЙОМОШАУ (йомоша-) (Р: давать поручение; И.: charge with an assignment, give an errand; T.: görevlendirmek) ҡ.
Йомош (1) ҡушыу, ҡушып эшләтеү.
□ Давать поручение кому-л., повелевать, приказывать. Бала йомошау. Йомошап эшләтеу. ■ [Рауза:] Үҙем дә килен йомошап, һәндерәлә ятыр йәштә тугелмен. Т. Ғарипова. [Туҡтамыш] йомошап батырҙарҙы Иҙел менән Яйыҡты, Эйек менән һаҡмарҙы көнө-төнө ҡыҙыртты. Халыҡ ижадынан.
ЙОМОШДАР (Р: порученец; И.: special messenger; T.: görevli) и. иҫк.
90