йомош
1. Йомортҡа ағының уртаһындағы һары ҡуйы матдә. □ Желток. Йомортҡа һарыһын ҡушыу. Йомортҡаның һарыһын айырыу.
2. миф. Магия менән бәйле һыу эйәһенә «ҡорбан итеп» килтерелгән предметтарҙың береһе. □ Желток (мифологизированный продукт, выполняющий умилостивительную функцию). И Һыу тотҡанда, һыуға йомортҡа һарыһы һалғандар. Башҡорт мифологияһынан.
ЙОМОРТҠА ЯРЫҺЫ (Р.: плёнка яичной скорлупы; И.: envelope; T.: yumurta zarı) u.
Йомортҡаның ҡабығы менән ағын бер-береһенән айырған нәҙек яры. □ Плёнка яичной скорлупы. Йомортҡа ярыһы әле ҡапланмаған.
ЙОМОРТОЙ и. зоол. диал. ҡар. йоморсай. Йомортой тотоу. Йомортой бешереу. Йомортой ҡармаҡлау.
ЙОМОСҠА и. диал. ҡар. юнысҡы I.
■ Саша уҙен өйөрөлөп аҡҡан һыу өҫтөндәге йомосҡа кеуек һиҙә ине. Ә. Бикчәнтәев. Яҡында ғына төшөп ярылған бомба шарт-лауы уларҙың икеһен дә [Георгий менән Нурфәйезде] йомосҡа һымаҡ әллә ҡайҙарға алып быраҡтырҙы. Ш. Янбаев.
ЙОМОСҠО ҮЛӘНЕ (Р: лапчатка гусиная; И.: goose grass; T: kaz otu) и. бот. диал.
Ҡыйғас япраҡлы, һары сәскәле үрмәле күп йыллыҡ үҫемлек; ҡаҙ үләне. □ Лапчатка гусиная . Potentilla ansehna). Ишек алдында йомосҡо уләне шәп уҫкән. Балалар йомосҡо уләнендә аунайҙар.
ЙОМОУ (йом-) [боронғо төрки йум-} (Р: закрывать; И.: close; T.: yummak) ҡ.
1. Ҡымтып ябыу (ауыҙ, куҙ, усты). □ Закрывать, смыкать (глаза, губы). Куҙҙе йомоу. Ауыҙҙы йомоу. Куҙҙе сытырлатып йомоу.
■ [Ҡош — Уралға:] Куҙең йомоп, курмәй тор, ҡулың алып ҡанаттан, һис еремдән тотмай тор. «Урал батыр». [Бәрҙе] ауыҙын бер асып, бер йомғанында айғолаҡтары ҡыҙарып куренеп ҡала. Н. Мусин. Куҙҙәрен йомоп, бәйеттең аҙағына саҡлы ихлас тыңлаған Лоҡман мулланың йөҙө бойоҡланды. Я. Хамматов. Юламан ҡарт, куҙҙәрен сырт йомоп, ҡаҡ тау башындағы сал ҡылған шикелле, бәуелеп ултырҙы. 3. Биишева. Ул [Зәйтунә]
лейтенант кейемендәге оҙон, төҙ буйлы, мөләйем йөҙлө гармунсы егетте куҙҙәрен йомған килеш уйлап ҡына ятты. Ф. Әсәнов.
2. Ҡымтып йәшереү (ус эсенә). □ Сжимать кулак. // Сжимание, сжатие (в кулак). Усҡа йомоу. ■ Зөләйхә [балдаҡты] усына һалып әҙерәк ҡарап торғандай итте лә, сырайын һытыңҡырап, усына йомдо. Т. Йәнәби. Йондоҙҙарҙы йомоп усына, таң килһә лә ергә ҡараңғы, ҡараңғы ҡояш сыға таң алды, — бәхет бар ул, бар ул, валлаһи! К. Кинйәбулатова.
3. кусм. Аҫтыртын үҙләштереү. □ Скрывать, утаивать, зажимать. // Сокрытие, утаивание. Аксаны йомоу. Ғәйепте йомоу. Йомоп ҡалыу.
4. кусм. Өндәшмәй, фашламай йәшереү; баҫырыу. □ Прятать, скрывать. Асыуҙы йомоу. И Үткәндәрҙе уҙенә йомғаҡ һымаҡ йома бара йөрәк-йомарлам. Купме яныу, ҡайғы-шатлыҡ ҡала уҙған юлдарҙан һәм йылдарҙан. М. Сиражи. [Әбләй:] Был мәсьәләне лә йомдоҡ. И. Абдуллин. Сатира һәм юмор пафослы әҫәрҙәргә, ғөмумән, кинәйәлелек, әйтеп бөтөрмәй, уй йомоу хас. Ә. Сөләймәнов.
5. кусм. Тауышһыҙ-тынһыҙ юҡ итеү, үлтереү. □ Убить, уничтожить кого. И [Гөлсирә: ] Ошо арала Кәйум менән Әптерәйҙе юҡ итергә, унан һуң Сәләх менән тағы бер активтарын йоморға булдылар әле. А. Таһиров.
Ф Күҙ асып йомғансы (йәки йомған арала) бик тиҙ, тиҙ арала. □ В одно мгновение; в мгновение ока. ■ Куҙ асып йомғансы булмай, пар туры аттар еңел сананы елдереп алып киттеләр, һ. Дәүләтшина. Иштуған уны [һыуҙы] куҙ асып йомғансы төп кутәрә эсеп бөтөрҙө. 3. Биишева. Купме генә йәшәй ерҙә кеше? Куҙ аса ла бары куҙ йома! Шул куҙ асып йомған арала ла купме кәртә ятҡан юлына. Р. Ғарипов. Әбей абайламай ҙа ҡала, егет куҙ асып йомған арала ҡылысты ҡулына алып, билбауына элеп тә ҡуя. Әкиәттән. Усҡа йомоу һаранланыу. □ Скупиться, жадничать.
ЙОМОШ I [дөйөм төрки йумуш} (Р: поручение; И.: assignment, errand; T: görev) и.
1. Кемгәлер эшләргә, башҡарырға ҡушылған эш. □ Поручение, задание, дело.
89