ЙОМОРТҠА БАҪЫУ
Христиандарҙың пасха байрамы. □ Пасха. М [Ғәйсәр:] Мин уны [ул кешене] уҙған йыл теге ҡыҙыл йомортҡа байрамында ошонда бай менән бергә урамда йөрөгәндәрен кургәйнем. Т. Хәйбуллин.
ЙОМОРТҠА БАҪЫУ (йомортҡа баҫ-) ҡ. ҡар. себеш сығарыу. • Инә ҡаҙ йомортҡа баҫҡанда, ата ҡаҙ янында бейер. Мәҡәл. Өйрәк йомортҡаһын тауыҡ баҫыр, бәпкәһе һыуға ҡасыр. Мәҡәл.
ЙОМОРТҠА БИРЕҮ (йомортҡа бир-) (Р.: подаяние яйцом; И.: do charity by giving eggs; T.: yumurta vermek) ҡ. миф.
Нәҫел өҙөлмәһен өсөн хәйергә йомортҡа таратыу. □ Подаяние яйцом для обеспечения плодовитости. ■ Етлекмәгән бала төшкән була икән, хәйергә йомортҡа бирергә кәрәк. Экспедиция материалдарынан.
ЙОМОРТҠА КҮҘӘНӘКТӘР (Р: клетки яйцевые; И.: ovule; T.: yumurta (hücre) и.
Йомортҡалыҡтағы күҙәнәктәр. □ Клетки яйцевые. Йомортҡа куҙәнәктәренең өлгө-рөуе. Ҡатын-ҡыҙҙың йомортҡа куҙәнәктәре.
ЙОМОРТҠАЛЫ (Р: яичный; И.: egg; T.: yumurtalı) с.
1. Йомортҡа һалып, ҡушып әҙерләнгән, бешерелгән. □ Яичный, с яйцом, из яиц. Йомортҡалы гөбәҙиә. Йомортҡалы аш.
2. Йомортҡа булған, йомортҡа һалынған. □ Яичный, с яйцом, из яиц. ■ Хашим «аша мине, йот мине!» тип тетрәп ятҡан йомортҡалы усын асты. Т. Ғарипова. Үҙән буйын куңелле ауаздарға кумеп, халҡыбыҙҙың куркәм уйындары дауам итте: кемдер, сыбыҡ «ат»та сабышһа, кемдер йомортҡалы ҡалаҡ менән йугерҙе; егәрлеләр һыу ташыуҙа уҙышты, көслөләр арҡан тартышты. «Таң», 30 май 2011.
ЙОМОРТҠАЛЫҠ (йомортҡалығы) (Р: яичник; И.: ovary; T: yumurtalık) и. анат.
Түл ярала торған инәлек төйөнө; түллек. □ Яичник. Йомортҡалыҡ янбаш һөйәге ҡыуышлығында урынлашҡан.
ЙОМОРТҠА ОЙРӘКТӘРЕ (Р: утки яйценоские; И.: productive ducks; T: iyi yumurtlayıcı ördekler) и. зоол.
Йомортҡаны күп һала торған йорт өйрәге тоҡомоноң дөйөм исеме. □ Утки яйце
ноские. Йомортҡа өйрәктәре һайлау. Йомортҡа өйрәктәре тотоу.
ЙОМОРТҠА САЙҠАУ (йомортҡа сайҡа-) (Р: забеременеть; И.: become pregnant; T.: gebe kalmak) ҡ. диал.
Ауырға ҡалыу. □ Забеременеть. Ул йомортҡа сайҡап ауырып йөрөй.
ЙОМОРТҠА ТАУЫҠТАРЫ (Р: ҡуры яйценоские; И.: productive hens; T: iyi yu-murtlayıcı tavuklar) и. зоол.
Йыл эсендә 200 самаһы йомортҡа һала торған тауыҡ тоҡомдарының дөйөм исеме. □ Куры яйценоские. Йомортҡа тауыҡтары урсетеу. Йомортҡа тауыҡтары һатып алыу.
ЙОМОРТҠА ТАШЛАУ (йомортҡа ташла-) (Р: выбрасывание яйца; И.: kind of Bashkir charm; T.: büyü ile tedavi usülü) ҡ. миф.
Ерҙән тейгән ауырыуҙы магик дауалау ысулы. □ Выбрасывание яйца (способ магического лечения болезней, приставших от земли). ■ Ерҙән тейенгән ауырыуҙан ҡотолоу өсөн йомортҡаны билдән уратып алып кеше курмәгән ергә баш осоңдан ташлап китергә кәрәк. Башҡорт мифологияһынан.
ЙОМОРТҠА ТӘГӘРӘТЕҮ (йомортҡа тәгәрәт-) (Р: катание яйца; И.: sort of Bashkir ethnographic rite; T.: bir âdet) ҡ. этн.
Сәсеү барышында иген уңһын өсөн башҡарылған йола. □ Катание яйца (обрядовое действие во время посева, направленное на обеспечение хорошего урожая). ■ Иген уңһын өсөн сәсеу ваҡытында ергә бешкән йомортҡа тәгәрәтәләр. Халыҡ ижадынан.
ЙОМОРТҠА ҺАЛЫУ (йомортҡа һал-)
(Р: нести яйца; И.: lay eggs; T.: yumurtlamak) ҡ.
Ҡайһы бер хайуандарҙа күкәй һалып нәҫел үрсетеү (мәҫәлән, бөтә ҡоштарҙа, куп кенә балыҡтарҙа, һөйрәлеуселәрҙә, ер-һыу хайуандарында, бөжәктәрҙә һ. б.). □ Нести яйца, нестись; метать икру. ■ Торналар шул убаларға йыл һайын осоп килеп, йомортҡа һалып, бала сығарған. Й. Солтанов. • Торна йомортҡа һалһа, ҡауҙы эсен йыртыр. Мәҡәл.
ЙОМОРТҠА ҺАРЫҺЫ (Р: желток;
И.: (egg) yolk; T.: yumurta sarısı) и.
88