Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 87


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙОМОРТҠА БАЙРАМЫ
Йомро нәмә. □ Круглый предмет. ■ Ба-рәңгене тәуге ауыҙ итеуе ине Урал кешеләренең, маҡтай-маҡтай ашанылар, был тәмле йомарсаҡтарҙың ер аҫтында уҫкәнен белгәс, иҫтәре китте. Б. Рафиҡов. Мең төрлө ваҡ йоморсаҡ ҡырсынташтары араһынан ғәҙәтенсә шат, йәш сылтырап ағып ятҡан Оло Эйек менән уның янында бошоноп тынып торған улы менән хушлашҡанда, Хаммат ошо хаҡта уйланы. 3. Биишева.
ЙОМОРСҠА I и. бот. диал. ҡар. кәрешкә. Ҡыҙыл йоморсҡа. Йоморсҡа уләне. Йоморсҡа сәскәһе.
ЙОМОРСҠА II и. зоол. диал. ҡар. йоморсай. Беҙҙә йоморсҡа тоталар. Йоморсай урсетеу.
ЙОМОРТҠА I [боронғо төрки йумур-ут-ка < йум-ур} (Р.: яйцо; И.: egg; T.: yumurta) и.
1. Ҡоштарҙың һәм ҡайһы бер йәнлектәрҙең (мәҫәлән, гөбөргәйел, крокодилдың) ҡабыҡлы оҙонса түңәрәк яралғыһы. □ Яйцо. / Яичный. Тауыҡ йомортҡаһы. Ташбаҡа йомортҡаһы. Йомортҡа етештереу. Йомортҡа һалыу. Йомортҡа баҫыу. Йомортҡа ҡабығы. ■ [Һомай — Уралға:] Ҡош көйөмә ҡалырмын, тыу йомортҡа һалырмын. «Урал батыр». Ҡыҙырас — бәләкәс кенә йыуантыҡ буйлы, .. ҡугәрсен йомортҡаһы кеуек сып-сыбар һипкел баҫҡан йомро битле,.. уяу, теремек малай. 3. Биишева. Һайыҫҡан ояһы тура киләме шунда, ҡарға ояһымы — ҡарап-нитеп тормай, ундағы йомортҡаны эсеп, йән аҫраған был бабай. Әкиәттән. Ҡоштоң йомортҡаһын тотһаң, ҡош ояһынан биҙә.
3. Биишева. • Бер йомортҡанан ике себеш сыҡмай. Мәҡәл. Йомортҡа ғына йөйһөҙ була. Мәҡәл. Ҡыҙыл йомортҡа көнөндә ҡиммәт. Мәҡәл. Ус эсендә тотҡан йомортҡа һытылмай. Мәҡәл. Һары йомортҡа һабан туйында ғына була. Мәҡәл. Яман ҡәйнә йомортҡанан йөй табыр. Мәҡәл.
2. Тауыҡтың аҙыҡҡа файҙаланылған шундай уҡ яралғыһы. □ Яйцо. / Яичный. Йомортҡа һарыһы. Йомортҡа ағы. Йомортҡа ҡушыу. Бешкән йомортҡа. Ҡурылған йомортҡа. ■ Әмир урелеп әле генә һалынған йомортҡаны ҡулына алды. Ғ. Ғүмәр. Бат
мустың әйләнәһен ҡалас, май, йомортҡа, монпаси кеуек бисәләрҙең куҙ ҡорто булған нәмәләр әйләндереп алдылар. Ғ. Дәүләтшин. • Иртәгәһе тауыҡтан бөгөнгө йомортҡа артыҡ. Мәҡәл. Йомортҡа тауыҡты өйрәтмәй. Мәҡәл. Йомортҡаһын урлаған тауығын да урлар. Мәҡәл. Уртаҡ аттан тай артыҡ, иртәнге тауыҡтан бөгөнгө йомортҡа артыҡ. Мәҡәл. Уртаҡ тауыҡтан яңғыҙ йомортҡа артыҡ. Мәҡәл.
3. Ҡайһы бер бөжәк, селәүсендәрҙең оҙонсараҡ ваҡ бөртөксәләрҙән торған яралғыһы; күкәй. □ Личинка. Ҡырмыҫҡа йомортҡаһы. Ҡубәләк йомортҡаһы. ■ Сиңерткәләр берлекләшеп, киләһе йылға етерлек итеп йомортҡа һалып ҡалдыралар. Ғ. Дәүләтшин.
4. һөйл. ҡар. түл 1. Йомортҡа йыйыу осоро.
5. миф. Нәҫелде дауам итеү, тоҡом, түллелек билдәһе. □ Яйцо (символ плодородия, плодовитости). ■ Балаһыҙ ҡатынды имләгәндә кендек тирәһенә йомортҡа һытып һылайҙар. Башҡорт мифологияһынан.
♦ Йомортҡанан йөй эҙләү ғәйеп табырға тырышыу. □ Искать изъян. ■ Ләкин Шәһәрбаныу Хәлимәнең ошо яуабынан йомортҡанан йөй эҙләгәндәй итеп, тауышын кутәрә биреп, төрткө телләнеп дауам итте. һ. Дәүләтшина, һинең эҙмә-эҙлекле, тәфсирләп-нигеҙләп әйтелгән фекерҙәреңде юҡҡа сығарырға әҙер торған, йомортҡанан йөй эҙләусе әҙәбиәт әһелдәренә йәнә бер нисә мәҡәләлек кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәрең ҡәләмең осонда ғына булырға тейеш. «Ағиҙел», № 9,
2010.
ЙОМОРТҠА II (Р: детва; И.: bee larvae; T: arı yavrusu) и. умарт. диал.
Яңы сыҡҡан бала ҡорт; бал ҡортоноң ҡарышлауығы. □ Детва. Бал ҡорто йомортҡаһы. Йомортҡа ауырыуы.
ЙОМОРТҠА АҒЫ (Р: белок; И.: albumen; T.: yumurta akı) и.
Ҡош йомортҡаһының һарыһын уратып алған үтә күренмәле шыйыҡса. □ Белок (яичный).
ЙОМОРТҠА БАЙРАМЫ (Р.: Пасха; И.: Easter; T.: Paskalya) и.
87