ЙОМОЛОУ
ва. Куҙ керпектәреңде аҙ ғына йомолдороп, ҡояшка битең менән ултырһаң, уның иркә нурҙары.. рәхәтләндереп-рәхәтләндереп һыйпайҙар, һөйәләр. С. Ҡудаш.
ЙОМОЛОУ I (йомол-) ҡ.
1. төш. ҡар. йомоу 1. страд, от йомоу
1. Йомолған йоҙроҡ. Йомолған ус. • Кәкре бармаҡ эскә йомола. Мәҡәл.
2. Бер-береһенә тейеп, ҡымтылып ябылыу (куҙ, куҙ ҡабаҡтары, ирендәр һ. б. ҡарата). □ Закрываться, смыкаться (о глазах:, веках, губах и др.); слипаться. Куҙҙәр йомола. Ирендәр йомолдо. И Фатиманың куҙҙәре йомолған, бары кугелйем куҙ ҡабаҡтары ғына һиҙелер-һиҙелмәҫ ҡыбырлайҙар ине. Ғ. Хәйри. Йоҡо туймаған, куҙҙең ҡабаҡтары ауыртып, уҙенән-уҙе кире йомолалар. Һ. Дәүләтшина. Йоҡлағанда булды тән иҙерәп тынып, ҡалды тик куҙҙәр йомолмай яҡтырып. Ш. Бабич.
3. Сәскәләрҙең асылған таж япраҡтарының кире ябылыуы, бергә тоташы-уы. □ Сворачиваться, свёртываться, закрываться. Етен сәскәһе төштән һуң йомола. Төнгә йомолоу. ■ Йомолоп, таңды көткән сәскәләр куҙҙәрен асып, хуш еҫ һипте. И. На-сыри. Кулдәге аҡ томбойоҡ сәскәһе йомолһа, ямғыр булырын көт тә тор. һынамыш.
4. кусм. Ҡасыу, йәшеренеү. □ Скрываться, укрываться; прятаться, в [Иҫәнғол] бөтә ырыуы менән кусеп-ҡунып, унда-бында һуғылып бер аҙ йөрөнө лә .. Ирәкте ҡанаты аҫтына инеп йомолорға булды. К. Мәргән.
ЙОМОЛОУ II (йомол-) (Р.: бросаться; И.: fall (upon, on); T.: fırlamak) ҡ.
1. Етеҙ хәрәкәт менән һөжүм итеү, ташланыу. □ Бросаться, набрасываться, кидаться. Таяҡ менән йомолоу. Йомолорға ғына тороу. ■ Һунарға йөрөп өйрәнгән башҡорт аты ҡуян артынан йомолдо. Б. Хәсән.
2. Бөтә ынтылыш менән нимәгәлер, ҡайҙалыр йүнәлеү; ташланыу. □ Мчаться, нестись. Ат уләнгә йомолдо. ■ Вагондың ишеге асылыу менән, Сафия проводницаны ситкә этте лә вагон эсенә йомолдо. Т. Ғиниәтуллин. Ул арала быларға табан биш яҡтан биш төркөм һыбайлының йомолоп сабыуы куренде. Ә. Хәкимов. Урам тын. Анда-һанда алыҫта ғына бер-ике әҙәм куренә лә,
тиҙерәк өңөнә йомолған йомран һымаҡ, ҡар баҫҡан өйҙәренә инеп юғала. һ. Дәүләтшина. Йә атылып куккә менә уҡтай, йә йомолоп ергә төшә туптай, ерҙе куккә әйҙәп яна уттай, был еҙ шөңгөр ҡасан ялға туҡтай? Р. Ғарипов. Малайҙар аттарын тышап ебәрәләр ҙә уҙҙәре янтауҙағы ҡатыҡҡа йомолалар. Ж. Кейекбаев. Студенттар талаша-талаша ишеккә йомолалар. Н. Мусин.
3. кусм. Бөтә күңел менән бирелеү. □ От всей души делать что-л. Йомолоп ҡарау. Йомолоп һөйләу. Йомолоп эшләу. Йомолоп тыңлау. ■ Уны [Гөлбаҙыянды] йырсы ҡоштар ҙа, зифа буйлы ағастар ҙа, йугерек йәнлектәр ҙә, тын да алмайынса, йомолоп тыңланылар. Р. Ғабдрахманов.
ЙОМОЛОУ III (йомол-) ҡ. диал. ҡар. тешләү. Эт йомолдо. Бәйле эткә яҡын барма, йомолор.
ЙОМОП ҠАЛЫУ (йомоп ҡал-) ҡ. ҡар. йомоу 3,4. Ҡырын эште йомоп ҡалыу. Малды йомоп ҡалыу.
ЙОМОРАС с. ҡар. йомро I. ■ Зәлифә тубыҡтарын тушкә табаныраҡ килтереп, шунда йоморас эйәген терәне лә онотолоп уйға талды. Н. Мусин. Йыуантаҡ, йоморас кәуҙәле, тәпәш Байгилде көтмәгәндә, йәп-йәш егеттәр һымаҡ, бер талпыныуҙа эйәргә менеп ултырҙы. Ә. Хәкимов.
ЙОМОРСА и. диал.
1. зоол. ҡар. йоморсай. Йоморса ҡармаҡлау. Йоморса тотоу. Йоморса бешереу.
2. ҡар. йомарлам. ■ Ике дәруиш .. көндөҙ ук һиртмәккә аулаған ҡор итен турап, ҡая ярсығы һымаҡ ҡаты ҡорот йоморсаһын иҙеп, тәғәм хәстәрләне, һыуһын яһаны. Ә. Хәкимов. Азамат .. ҡуйынындағы ҡағыҙ йоморсаһын шофёрға һондо. Р. Солтангәрәев.
ЙОМОРСАЙ (Р.: елең; И.: dace; T.: gümüşlü balık) и. зоол.
Һаҙандар ғаиләһенә ҡараған аҡ тәңкәле, оҙонса йомро кәүҙәле йылға балығы; йомро сабаҡ. □ Елец (лат. Leuciscus leuciscus). Йоморсай тотоу. Йоморсай һурпаһы. Йоморсай таҙартыу.
ЙОМОРСАҠ (йоморсағы) (Р: круглый предмет; И.: round object; T.: yuvarlak) и.
86