ЙОМОЛДОРОУ
Хәлит куҙҙәрен селт-селт йомғоланы. Н. Ғәйетбаев.
ЙОМҒОС КҮҘӘНӘКТӘР (Р. клетки замыкающие; И.: special kind of cells in leaves; T: hücre çeşidi) и. бот.
Япраҡ ауыҙсалары тирәләй ҡуш урынлашҡан тиресә күҙәнәктәре. □ Клетки замыкающие. Йомғос куҙәнәктәренең хәрәкәте. Үҫемлектәрҙең йомғос куҙәнәктәре.
ЙОМҒОС ЯРЫ (Р.: перепонка мигательная; И.: nictitating membrane; T: zar) и. анат.
Ҡоштарҙың, һөйрәлеүселәрҙең күҙҙәрендә ҡабаҡтарҙан башҡа ярым үтә күренмәле өсөнсө ҡабаҡ. □ Перепонка мигательная. Һөйрәлеуселәрҙең йомғос ярыһы.
ЙОМДОРОУ (йомдор-) ҡ.
1. йөкм. кар. йомоу, понуд от. йомоу. ■ Тереләр улеләрҙең куҙҙәрен йомдора. Үлеләр тереләрҙең куҙҙәрен аса. Яр. Вәлиев. • Курәсәк куҙ йомдора. Мәҡәл.
2. Бүтәндәргә һиҙҙермәй (белдермәй) биреү. □ Давать, вручать что-л. тайком; подсовывать (например, взятку). Аҡса йомдороу. Куп тә тормай, ауылдың ерен дәғуә-ләп, [Әлимбай бай] оло турәләргә яҙыу биргән. Өҫтәуенә, тегеләргә аруҡ аҡса, бал-май ҙа йомдорған был. Ә. Вахитов. Истебай, буркенең ҡолағы эсенән яҙыу сығарып, Ҡотлоярҙың усына йомдорҙо. Һ. Дәүләтшина.
3. Йәшереп алып китеү; сәлдереү. □ Воровать, красть, похищать. // Хищение, кража. Ә берҙән-бер көндө нахаллыҡтың сигенә еткән бер буре, аҙбарҙы емереп, атай урсемгә тип биргән берҙән-бер һарыҡты йомдороп киткән. Д. Исламов.
ЙОМҠОС с. диал. ҡар. йомро 1,3. Йомҡос кәуҙәле. Йомҡос беләк. Йомҡос яурын.
ЙОМОҠ I [боронғо төрки йум-} (Р.: закрытый; И.: closed; T.: kapalı) с.
1. Йомолған, асыҡ түгел; ябыҡ. □ Закрытый, сомкнутый, сжатый. Йомоҡ куҙҙәр. Йомоҡ ирендәр. ■ Һолтанбайҙың ҡиәфәте ҡот осҡос ине: битенә яраһынан һарҡып аҡҡан тупраҡ ҡатыш ҡан уҡмашҡан, куҙҙәре йомоҡ, ирендәре кугелйем төҫкә ингән. Н. Мусин. Ҡарт әле өйөндә һике ситендә ултыра, куҙҙәре йомоҡ — әллә йоҡомһорай, әллә
төрән уйға талыу ы. Б. Рафиҡов. • Йомоҡ ауыҙға себен кермәҫ. Мәҡәл.
2. Насар күреүсән, күҙгә насар. □ Подслеповатый. Йомоҡ ҡарт. Йомоҡ кеше.
3. Тоташтырылған, ҡушылған. □ Замкнутый, смыкающийся. Йомоҡ геометрик фигура. Йомоҡ кәкре һыҙыҡ. Еҫемдәрҙең йомоҡ системаһы.
4. кусм. Сер тотоусан, әҙ һөйләүсән.
□ Необщительный, замкнутый, скрытный. Йомоҡ кеше. ■ Кәшфи — сандыр кәуҙәле, ас яңаҡлы, ябыҡ кешеләргә хас була торған ғәҙәти йөҙ-һынлы, йомоғораҡ характерлы кеше. Д. Бүләков.
ЙОМОҠ II (йомоғо) и. диал. ҡар. лепкә 1. Йомоҡ бөтәшеу. Баланың йомоғо дерелдәп тора.
ЙОМОҠ III (йомоғо) и. диал. ҡар. лепәкәй. Кисен эшләп булмай, йомоҡ баҫа. Быйыл йомоҡ куп.
ЙОМОҠА и. диал. ҡар. йомокай. Йомо-ҡа булыу. Курше йомоҡа булып сыҡты.
ЙОМОҠАЙ (Р: замкнутый человек; И.: unsociable person; T: içine kapanık kimse) и.
Аралашмаусан, һөйләшмәүсән, аҙ һүҙле кеше. □ Замкнутый, необщительный человек. Йомокай кеше. Йомокай булыу.
■ [М. М. Шайморатов:] Юғарынан команда көтөп кенә эш итеу, йомоҡай булыу һис тә яраған нәмә тугел. Картотека фондынан. Йомоҡай Славик ғәмәлдә йор телле булып сыҡты, ҡыҙҙарҙы ниҙер һөйләп көлдөрҙө. Г. Ситдикова.
ЙОМОҠЛОҠ (йомоҡлоғо) (Р: замкнутость; И.: reticence; T: içine kapanıklık) и.
Аралашмаусанлыҡ, аҙ һүҙле булыу.
□ Замкнутость, необщительность, обособленность. Йомоҡлоҡ курһәтеу. ■ Барый тәуҙәге һымаҡ кәзәләнмәй инде. .. Йомоҡлоғо бар, әлбиттә. Ә. Хәкимов. [Солтановтың] уға [Менәуәрәгә] ниндәй ҙә булһа һуҙ ҡушҡыһы килә, ләкин, әллә ваҡланмайым тип, әллә йомоҡлоғона барып, һоҡланып ҡарауҙан ары китә алғаны юҡ ине. Н. Мусин.
ЙОМОЛДОРОУ (йомолдор-) ҡ. йөкм. ҡар. йомолоу 1,1, 2. понуд. от йомолоу 1,1, 2.
■ Байрас Емештең ҡулын ҡаты ғына итеп ҡыҫты ла усын йомолдороп ҡуйҙы. 3. Биише
85