Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 84


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙОМҒАҠЛАУ
ЙОМҒАҠЛАУ (йомғаҡла-) (Р.: мотать; И.: wind; T.: yumaklamak) ҡ.
1. Тумалаҡлап урау (епте). □ Мотать, сматывать в клубок. // Мотание (наматывание, сматывание) в клубок (моток). Еп йомғаҡлау. Йомғаҡлау цехы. И Йомғаҡлаған бәйләр ебемде бәйләп кенә бөтһәм ни була? Сеңләүҙән.
2. Билдәле ҙурлыҡта тумалаҡ итеп йомарлау. □ Сбивать в комок. Ҡоротто йомғаҡлау. Талҡанды йомғаҡлау. Ҡамырҙы йомғаҡлау.
3. кусм. Дөйөмләштереп һөҙөмтә сығарыу. □ Обобщать, подытоживать, заключать, резюмировать. // Обобщение, подытоживание. Йомғаҡлау рәуешендә. Йыллыҡ эште йомғаҡлау. Йомғаҡлау концерты.
■ [Яҡуп Мырҙабаев] .. тәуге биш көнлөк һуцында, эште йомғаҡлау өсөн саҡырылған кәңәшмәгә лә илаулап ҡына килде. Б. Бикбай. Азатлыҡ һәм яу ораны бик иртә саҡырҙы шул аталарын, әйләнеп ҡайтмаҫлыҡ юлға саҡырҙы, һай, шуларҙы уйламау мөмкинме Юлай шикелле, ғумер юлын йомғаҡлап, әхирәткә әҙерләнеусе кешегә! Б. Рафиҡов.
ЙОМҒАҠЛАУ ҺҮҘЕ (Р: заключительное слово; И.: concluding remark; T: son söz) и.
Һөҙөмтә итеп әйтелгән һуңғы һүҙ. □ Заключительное слово. ■ Фекер алышыуҙа сығыш яһаусылар бөткәс, йомғаҡлау һуҙен Аҙнағол Һибәтович әйтте. Д. Бүләков. Айыу йомғаҡлау һуҙендә тетеп һалды угеҙҙе. С. Кулибай.
ЙОМҒАҠЛЫ (Р: смотанный в клубок; И.: wound into a ball; T.: yumaklanmış) c.
1. Йомғаҡ итеп уралған. □ Смотанный в клубок. Йомғаҡлы еп. Йомғаҡлы йөн.
■ Бағымсылар һауытҡа таҙа һыу ҡойоп, ағын һыуға юнысҡы ташлап, уларҙыц нисек ағыуына, өйрөлөуенә ҡарап, йомғаҡлы еп менән, утҡа туҙ ташлап, көл алып доға уҡып, кем бур икәнен фаш итергә тырышалар. Ә. Сөләймәнов.
2. Тумалаҡлап йомарланған. □ Сбитый в комок. Йомғаҡлы ҡар. Йомғаҡлы май.
■ Уларға [өмәселәргә] Муйылбикәнец һурпалы ит ҡурҙағы ла, тары бутҡаһы ла, йом
ғаҡлы аҡ майҙары ла бик тәмле тойолдо. Һ. Дәүләтшина.
ЙОМҒАҠ ОСО (Р: конец клубка; И.: end of a clew; T: yumağın ucu) и.
1. Ураған ептең тышҡы осо. □ Конец клубка. Йомғаҡтың осон тотоп урау. Йомғаҡтың осон табыу.
2. кусм. Буталсыҡ, сыуалсыҡ эште сисә торған бер йәбешке. □ Ниточка, ключ (к распутыванию сложного дела). Йомғаҡтың осон табыу. Йомғаҡтың осона сығыу. Йомғаҡтың осон юғалтыу. Йомғаҡтың осон йәшереу. Йомғаҡтың осон тотоу. ■ Әгәр, төпсөнә торғас, йомғаҡтың осона барып сыҡһалар? Б.Бикбай. Аҙ ғына һутмәксе булдым ошо тәмҫил йомғағын, курһәтәйем йомғаҡ осон, уҙегеҙ һутерһегеҙ. Ш. Бабич.
ЙОМҒАҠ СИСЕҮ (йомғаҡ сис-) (Р: разматывать клубок; И.: unwind, uncoil a clew; T: yumağı açmak) и.
1. Уралған йомғаҡты тағатыу. □ Разматывать клубок. Бесәй йомғаҡты сисергә тырыша.
2. кусм. Ауыр булған хәлде асыу, серҙе билдәле итеү. □ Разрешить трудный вопрос; развязать узел. Ниһайәт, йомғаҡ сиселде.
ЙОМҒАҠ ҺҮТЕҮ (йомғаҡ һүт-) ҡ. ҡар. йомғаҡ сисеү. Һис шикһеҙ, был йомғаҡты һутергә кәрәк.
ЙОМҒАҠ ЯҺАУ (йомғаҡ яһа-) (Р: подвести итог; И.: conclude; T: sonuçlandırmak) ҡ.
Дөйөмләштереп һөҙөмтә сығарыу. □ Подвести итог, подытожить что. И Мендем йәшәу урҙәренә, етте йомғаҡ яһау мәле, ләкин йөрәгем турендә йәшлегем дә йәшәй әле. Ғ. Рамазанов. Ултырышта һөйләгән бөтә һуҙҙәр, әйтелгән фекерҙәр партком секретарының бер нисә һуҙе менән йыйылып, йомғаҡ яһап әйтелде. А. Карнай.
ЙОМҒОЛАУ (йомғола-) (Р: моргать; И.: blink; T.: gözlerini kıpıştırmak) ҡ.
Күҙ ҡабаҡтарын йыш-йыш бер-береһенә тейҙереү. □ Моргать (о глазах). ■ Сабирьянов иләмһеҙ ҙур, көмрө һыртында яра эҙе ялланып ятҡан танауын тызыны, куҙен сылт-сылт йомғолап, аптырағандай итте, шунан ҡулын һелтәне. Н. Мусин. Ҡаушап төшкән
84