Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 83


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙОМҒАҠЛАНЫУ
тиклем тир менән һуғарһаң ғына, йомартлана. И. Ғиззәтуллин. Икенсе көндө ҡояш йомартланды, көн үҙәгенә тиклем ук епшегән юлда һыйыр малы тугел, башмаҡтар бата башланы. Ш. Янбаев. Ҡояш ниңә йомартланып көлмәй ҙә көлмәй һаман? Беҙ көткәнде яҙ белмәйҙер — килмәй ҙә килмәй һаман. М. Сиражи.
3. кусм. Нимәгәлер әүәҫләнеү, ихласланыу. □ Увлекаться чем, пристраститься к чему-л. Һүҙгә йомартланыу. ■ Прудский һуҙгә артыҡ йомартланды. А. Таһиров.
ЙОМАРТЛЫҠ (йомартлығы) (Р.: щедрость; И.: generosity; T: cömertlik) и.
Йомарт булыу хәле. □ Щедрость. Һуҙгә йомартлыҡ. Йомартлыҡ курһәтеу. ■ Яҡшы эше өсөн айыу төлкөгә ҙур йомартлыҡ күрһәтеп, алдынан ҡалғансы һыйлаған. Әкиәттән. • Аҡылдың ҡәҙере — әҙәп менән, байлыҡтың ҡәҙере — йомартлыҡ менән, ҡеүәттең ҡәҙере — баһадирлыҡ менән. Мәҡәл. Урынлы йомартлыҡ — ҙурлыҡ, урынһыҙ һаранлыҡ — хурлыҡ. Мәҡәл.
ЙОМАРТЫ и. диал. ҡар. шәмбе. Йомарты юлға сығабыҙ. Әсәйем йомарты ҡайта. Йомарты уҡыуҙар тамамлана.
ЙОМАХЫР и. диал. ҡар. шәмбе. ■ Әүәле йомахыр килен алыу, ҡыҙ биреү тыйылды. Экспедиция материалдарынан.
ЙОМБОРО I с. диал. ҡар. йомро. Йом-боро таш. Йомборо тау. Магазинға йомборо кәнфит килде.
ЙОМБОРО II и. диал. бауырһаҡ. Йомборо бешереу. Йомбороға ҡамыр әҙерләү. Йомборо менән һыйлау.
ЙОМҒАҠ (йомғағы) [боронғо төрки йумғаҡ} (Р.: клубок; И.: clew; T: yumak) и.
1. Тумалаҡлан ураған еп. □ Клубок (ни -ток); моток. Ҙур йомғаҡ. Бер йомғаҡ еп. Еп йомғағы. Йомғаҡҡа урау. ■ Вәзир йомғаҡты алып ҡыҫҡылап ҡараны. М. Кәрим. [Туҡ-тамыштың] хәтәр уй-ниәттәре, әкиәттәге йомғаҡ шикелле, алдарынан тәгәрәне китте. Ғ. Хөсәйенов. Йомғаҡ осон тапмаһаң, уҙем табып бирәйем; йомаҡ айышын тапмаһаң, уҙем табып бирәйем. Халыҡ ижадынан. Шунан алтын ҡош, йәнә ҡатынға әйләнеп, алтын йомғаҡты тәгәрәтеп ебәрә. Әкиәттән.
2. кусм. Буталсыҡ, сыуалсыҡ нәмә.
□ Клубок (мыслей), путаница. Сер йомғағы. ■ Торған һайын ул [уй] үҫә барып оло йомғаҡҡа әйләнде һәм Әмиләнең бар мейеһен ялмап алды. Н. Ғәйетбаев. Ул [Зинунә] ҡоро куҙҙәрен һаман да түшәмдән алмай ятты. Ә уйҙар йомғағы һүтелде лә һүтелде. Ә. Вәли. Сер йомғағы тамам шешенә, шиңер ине, әйтһәң кешегә. М. Кәрим.
3. Бер сама ҙурлыҡта итеп йомарланған нәмә; йомарлам. □ Колобок. Бер йомғаҡ ҡорот. ■ Киндер тоҡсайҙа бер таба сөсө икмәк, бер табаҡтай бауырһаҡ, бер йомғаҡ май, унлап баш ҡаты ҡорот. Һ. Дәүләтшина. Теге ут йомғағы бер түбәнәйеп, бер өҫкә күтәрелеп оҙаҡ ҡына осоп йөрөгән. Н. Ғәйетбаев. Шунан һуң был ҡамырҙан йомро йомғаҡтар яһап, уларҙы алдан әҙерләп ҡуйылған ылашҡа йәки лашҡа теҙәләр. М. Өмөтбаев. Быларҙың бисәләре бер ашлау бутҡа бешереп, уртаһына бер йомғаҡ май һалып килтереп ултырта. Әкиәттән.
4. күсм. Дөйөмләштереп иҫәпләнгән ниндәйҙер эштең, хеҙмәттең нәтижәһе; һөҙөмтә.
□ Итог, результат; заключение, обобщение. Йыллыҡ эш йомғағы. Ярыш йомғағы. Конкурс йомғағы. ■ Ғаббас Сынбулатов .. беренсе ун көнлөктөң йомғаҡтары тураһындағы докладын һөйләп бөткәс, халыҡҡа тағы ла бер тапҡыр мөрәжәғәт итте. М. Тажи. Алда көрәш әле бөтмәгән, тәрән йомғаҡтарын һүтмәгән. Д. Юлтый.
5. миф. Мифлаштырылған предмет (юл һәм яҙмыш символы). □ Клубок (символ дороги, пути, судьбы).
♦ Йомғаҡ кеүек тәгәрәү ниҙер бик етеҙ ҡуҙғалғанда әйтелә. □ Катиться. Йомғаҡ кеүек тәгәрәп йөрөү.
ЙОМҒАҠЛАНЫУ (йомғаҡлан-) ҡ.
1. төш. ҡар. йомғаҡлау 1. страд, от йомғаҡлау 1. Йомғаҡланған еп. Йомғаҡланған балсыҡ. Ҡар йомғаҡланыу. ■ Быяла шкаф эҫтәрендә йомғаҡланған май ғына. Халыҡ ижадынан.
2. төш. ҡар. йомғаҡлау 2. страд, от йомғаҡлау 2. Эш йомғаҡланды. ■ Бөгөн Балалар һәм йәштәр матбуғаты аҙналығы йомғаҡлана. «Юшатыр», 7 декабрь 2009.
83