Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 82


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙОМАРЛАУ
свивать в клубок. Еп йомарлау. Йөндө йомарлап ҡуйыу. ■ Йомғаҡ та йомғаҡ ебәкте йомарлаһағыҙ, тағы ни була? Бер йоҙроҡтай ғына башымды аҫраһағыҙ, тағы ни була? Сеңләүҙән.
ЙОМАРЛАУ II (йомарла-) (Р.: забеременеть; И.: become pregnant; T.: gebe kalmak) ҡ. диал.
Ауырға ҡалыу. □ Забеременеть. Ҡатын икенсегә йомарлаған.
ЙОМАРСАЙ (Р: блюдо из пшеничного толокна, замешенного на масле или молоке и сбитого в комок; И.: sort of Bashkir national dairy dish; T: yöresel yemek çeşidi) и. кул.
Төйөлгән тарыға һөт ҡушып йомарлаған ашамлыҡ. □ Блюдо из пшеничного толокна, замешенного на масле или молоке и сбитого в комок. Йомарсай әҙерләу. • Йортта ҡалған йомарсай менән туй итә. Мәҡәл.
ЙОМАРСАҠ (йомарсағы) (Р: колобок;
И.: round object; (little) ball; T: topak) и.
1. Әүәләп яһалған бәләкәй йомро нәмә.
□ Колобок, кругляшок, шарик. Майҙан йомарсаҡтар яһау. Ҡар йомарсаҡтары. Ҡамырҙан йомарсаҡтар эшләу.
2. кул. диал. ҡар. йомарсай. Йомарсаҡ эшләу. Йомарсаҡ ашау.
ЙОМАРСАҠЛАНЫУ (йомарсаҡлан-) (Р: округляться; И.: become rounded; T: yuvarlaklaşmak) ҡ.
Йомарсаҡ (1) хәлгә килеү. □ Округляться; скатываться. Ҡар йомарсаҡлана. ■ [Ғи-моша — Шоңҡарға:] Их, һин, йунһеҙ!.. Бушҡа тығынып тороп, ана осаларың шамбы һыр-тылай булып йомарсаҡланған! Й. Мостафин.
ЙОМАРСАҠЛАУ (йомарсаҡла-)
(Р: округлять; И.: round (off); T: yuvarlaklaştırmak) ҡ.
Йомарсаҡ (1) хәлгә килтереү, йомро итеү. □ Округлять, скатывать. Ҡоротто йомарсаҡлау. Ҡарҙы йомарсаҡлау.
ЙОМАРТ (Р: щедрый; И.: generous; T: cömert) с.
1. Бар нәмәһен кеше менән бүлешкән, әйберен кешенән ҡыҙғанмаған; киреһе — һаран. □ Щедрый. Йомарт ҡатын. Йомарт булыу. ■ Эй, ҡыҙыҡ был тормош: йә йомарт, йә ҡормош. Т. Йосопов. Ҡиң куңелле, йомарт
Вәзир ундай ваҡсыл шаярыуҙарҙан өҫтөн ине. М. Кәрим. • Аҡыллы булған — әйтмәй белгән, йомарт булған — һорамай биргән. Мәҡәл. Аҡыллы тип әйтәләр — кеше әйтмәй белгәнгә, йомарт тип әйтәләр — кеше һорамай биргәнгә. Мәҡәл. Йомарт булһаң, уҙ кеҫәңдән бир. Мәҡәл. Йомарт булығыҙ тип һөйләһә лә, «йомарттың» икмәген курмәҫһең. Мәҡәл. Йомарт ирҙең итәге киң. Мәҡәл. Ҡе-шенеке менән йомарт булма. Мәҡәл. Йомарт кешенең куңеле — даръя. Мәҡәл. Һаран байға төшкәнсе, йомарт ярлыға төш. Мәҡәл. Һаран байҙан йомарт ярлы яҡшы. Мәҡәл.
2. кусм. Нимәгәлер әүәҫ, ихлас. □ Любитель, человек, склонный к чему-л. Маҡтауға йомарт. Һуҙгә йомарт кеше. ■ Тағы килә илде иңләп тойғоларға, йырға йомарт, яңы дәрт һәм бәхет юрап йылмайыусан һөйкөмлө март. Ғ. Рамазанов.
3. кусм. Нимәгәлер муллыҡ килтергән, ниҙелер күп биргән. □ Щедрый, обильный, богатый чем. Йомарт йыл. Йомарт ҡояш. Йомарт көҙ. ■ Ҡар һыуҙарынан һәм әленән-әле яуып торған ямғырҙарҙан дымға туйып ҡалған, куперелеп торған ер бөтә уҫемлек донъяһы өсөн дә йомарт була. Д. Исламов. Йомарт сыуаҡлы, зауыҡтырғыс яҙ миҙгеле башланды. М. Тажи. Өләшеусенең йомарт ҡулдары береһенән-береһе затлыраҡ нәмәләрҙе сығарып ҡына торҙо. М. Кәрим. Ҡук ситенән, йомарт ҡулдай, болот сыҡты купереп. Р. Назаров.
ЙОМАРТ ҠУЛЛЫ (Р: щедрый; И.: generous; T: cömert, eli açık) с.
Бар нәмәһен кеше менән бүлешкән. □ Щедрый. ■ Ҡоҙаһы Шаҡман турәгә уҙе-нең мул һәм йомарт ҡуллы икәнен курһәтергә теләгәйне ул [Буләкән]. К. Мәргән. Муйылбикә ул йомарт ҡуллы. Һ. Дәүләтшина.
ЙОМАРТЛАНЫУ (йомартлан-) (Р: расщедриться; И.: show (a bit of) generosity; T: cömertleşmek) ҡ.
1. Йомартлыҡ күрһәтеү. □ Становиться щедрым, расщедриться. Йомартлана төшөу. Йомартланып китеу. • Ҡоҙа ашы мул булһа, ҡоҙағый йомартлана. Мәҡәл.
2. Йомарт (3) булып китеү. □ Становиться щедрым, обильным. Ер, ямғырға
82