Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 81


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙОМАРЛАУ
2. диал. Ауырға ҡалыу. □ Забеременеть.
ЙОМАРЛАНА ТӨШӨҮ (йомарлана төш-) ҡ. ҡар. йомарлана башлау. Ҡорот йомарлана төштө. Ҡар йомарлана төштө.
ЙОМАРЛАНЫП ТОРОУ (йомарланып тор-) (Р.: сворачиваться; И.: curl; T.: topaklanmak) ҡ.
Йомро формаға килеп тороу. □ Сворачиваться, скатываться (легко). Май йомарланып тора. Көндәр йылынды, ҡар йомарланып тора.
ЙОМАРЛАНЫУ (йомарлан-) ҡ.
1. төш. ҡар. йомарлау 1—3. страд, от йомарлау 1—3. Йомарланған ҡорот. Йомарланған ҡағыҙ. Йомарланып ятҡан йылан. ■ Ҡул эсендә төн булғас, баҡсалағы йылғалар ағыуынан туҡтағас, алтмыш ҡолас аждаһа, йомарланып йомғаҡтай, тупһаға ятып йоҡлағас, — ошо ишектән утер-һец. Әкиәттән. [Бисмилла:] Бер ваҡыт юлда ат менән килә инем, бер йылан килә, урындыҡ аҫтындағы балдай һажлап, мейес артындағы баштай таш менән алып һуҡҡайным, һике аҫтындағы ҡаҙылай булып йомарланып барып ятты. Әкиәттән.
2. ҡар. тумалыу. Сәскәгә йомарланыу. Йомарланған сейә. Сәскә орлоҡҡа йомарланған. ■ Ул [Ҡарабаш] сығып ике йөҙ метр ҙа китә алманы, юл яҙып, яңы ғына сәскәгә йомарланып килгән картуф һәм көнбағыш түтәлдәре араһына инеп китте. И. Насыри. Ипкен ерҙәргә һибелгән алма баҡсалары, баш әйләндергес хуш еҫ аңҡытып, сәскәгә йомарланды. Ә. Хәкимов.
3. Ҡул-аяҡты бөкләп, йыйып бөгәрләнеү. □ Свернуться (калачиком). Йомарланып ултырыу. Йомарланып ятыу. ■ Яғымлы әсә ҡулы тәненә ҡағылыу менән, йомарланып ятҡан Миңлеғәле йоҡо аралаш һикереп торҙо. Я. Хамматов. Юлай тубыҡтарын туш тәңгәленә тиерлек еткереп йомарланды ла ябынған арестант көпөһөн башына уҡ бөркәнде. Б. Рафиҡов.
ЙОМАРЛАНЫШЫУ (йомарланыш-) ҡ. урт. ҡар. йомарланыу, взаимн. от йомарланыу. ■ Имеш, берҙән-бер көндө йәшенле-яуынлы ҡойма ямғыр сыҡҡан; ҡара болоттар, ергә тейә яҙып, ҡот осҡос булып, дыу
килеп йомарланышып, өйөрөлөп йөрөгән; кук кукрәгән, йәшен атҡан. Ф. Иҫәнғолов.
ЙОМАРЛАУ I (йомарла-) (Р: лепить в ҡом; И.: shape it round; T: yuvarlamak) ҡ.
1. Йомро, тумалаҡ хәлгә килтереү.
□ Лепить, сбивать в ком, делать комок, скатывать. // Сбивание. Ҡар йомарлау. Май йомарлау. Ҡорот йомарлау. ■ Аҡ тәрилкә өҫтәрендә йомарлаған май ғына. Беҙҙең кеуек яңғыҙ йәшәй ҡояш менән ай ғына. Халыҡ йырынан. Йомарлап торам, алыҫ осорам. Бирешмәй һаман буранлы урам. Л. Абдуллина. Үгәй ҡыҙын гел генә ҡағып-һуғып, .. унан ҡотолорға маташҡан угәй әсә (йә ул уны урманда аҙаштырып маташа, йә субәкте ебәк кеуек итеп иләп йомарлаған йомғағын алып атып, йортта эйәрсән ҡыҙы менән рәхәтләнмәксе була) был донъялыҡта уҡ уҙ язаһын ала. Ә. Сөләймәнов. • Байҙың ҡыҙы — яҙғы тай, ярлы ҡыҙы — йомарлаған май. Мәҡәл.
2. Йоҙроҡто ныҡ ҡыҫыу, йоҙроҡлау.
□ Сжимать в кулак что. Йоҙроҡто йомарлау. ■ Йоҙроғон йомарлап, кемгәлер, нимәгәлер янаны ла талип егет арҙаҡлы ҡарт мөдәррис һөжрәһенә ҡарай тотоп йугерҙе. Ә. Хәкимов. Бына-бына дошманына ташланырға йыйына торған кеше һымаҡ, [Ҡарабаш] йоҙроҡтарын йомарланы. И. Насыри.
3. Бөрөп алып ҡымтыу. □ Зажимать (в руке, в кулаке). ■ Йыртып астым кук-рәгемде, йолҡоп алдым йөрәгемде һәм, йомарлап устарыма, илттем уны дуҫтарыма. Р. Назаров.
4. Теләһә нисек бөкләп ойпалау. □ Комкать, мять. Хатты йомарлап ташлау. Ҡағыҙ кеҫәлә йомарланған. Документты йомарлап ташлау. ■ [Сәйҙеямал] кулдәкте йомарлап, әле бер, әле икенсе яғына һуғып йомшартты. Я. Хамматов. Аптырарынан нишләргә белмәгән кеуек, ул [гимназист] әле ҡулындағы фуражкаһын йомарлай, әле әйләндереп ҡарай. Ә. Чаныш. [Таһир] хатты йомарлап кеҫәһенә тыҡты ла аттан һикереп төштө. Р. Өмөтбаев.
5. Йомғаҡ итеп урау; йомғаҡлау. □ Сворачивать, свёртывать (в трубку); мотать,
81