йомаҡ әйтеү
ЙОМАҠ ӘЙТЕҮ (йомаҡ әйт-) ҡ. ҡар. йомаҡ ҡойоу 1. Балаларға йомаҡ әйтеу. Дәрестә йомаҡ әйтеу.
ЙОМАЛАҠ I (йомалағы) и. диал. ҡар. йомарлам. Бер йомалаҡ май. Бер йомалаҡ балсыҡ. Ике йомалаҡ ҡорот.
ЙОМАЛАҠ II (йомалағы) и. диал. ҡар. йомаҡ 1,1. Йомалаҡ әйтеу. Йомалаҡ сисеу.
ЙОМАЛАҠЛАУ (йомалаҡла-) ҡ. диал. ҡар. йомарлау 1. Усҡа йомалаҡлау. Ҡоротто йомалаҡлау. Май йомалаҡлау.
ЙОМАЛАНЫУ (йомалан-) ҡ.
1. ҡар. иркәләнеү. Әсәйгә йомаланыу. Йо-маланып һөйләшеу.
2. ҡар. йыуаныу. Бала менән йомаланыу. Булғаны менән йомаланыу.
ЙОМАЛАП I р. диал. ҡар. аҙналап. ■ Анау йылдары ла шулайтып өсәр көнләп, йомалап, айлап юғалып тора торғайны [Ҡотлобай]. Ғ. Дәүләтшин. [Усман ҡарт:] Йомалап ҡунаҡ булып ятмағас ни, эшме ни ул! А. Таһиров.
ЙОМАЛАП II р. ҡар. юхалап. Йомалап ҡарау. ■ Усман ҡарт башта Ғафарҙы йомалап, унан асыуланып атты бирмәу сараларын курә башланы. А. Таһиров.
ЙОМАЛАУ I (йомала-) (Р.: льстить; И.: flatter; T: pohpohlamak) ҡ.
Сөсө тел, татлы һүҙ менән йыуыу; юхалау. □ Льстить, угождать. Йомалап йөрөу. Йомалап ярау. ■ [Ҡусем:] Хәйләләп, йомалап маташма, Алдар бай! Ғ. Хөсәйенов.
ЙОМАЛАУ II (йомала-) (Р: утаивать; И.: conceal; T: gizlemek) ҡ. диал.
Йомоу, баҫырыу. □ Утаивать, скрывать; заминать. Эште йомалап ҡалдырыу. Ғәйепте йомалау. Енәйәтте йомалау.
ЙОМА НАМАҘЫ (Р: пятничный намаз; И.: Moslem prayer on Friday; T: Cuma namazı) и. дини.
Йома көнө төш ваҡыты уҡыла торған намаҙ. □ Пятничный намаз. Йома намаҙын уҡыу. Йома намаҙынан һуң.
ЙОМАРҘАҠ (йомарҙағы) и. диал. ҡар. йомарлам. Ике йомарҙаҡ йөн. Йомарҙаҡ иләу.
ЙОМАРҘАУЫҠ (йомарҙағы) и. диал. ҡар. йомарсаҡ. Ҡар йомарҙауығы. Ғартылған иттән йомарҙауыҡтар эшләу.
ЙОМАРҘАУЫҠТЫ с. диал. ҡар. йомарламлы. Йомарҙауыҡты балсыҡ. Йомарҙа-уыҡты тупраҡ.
ЙОМАРҠА и. диал. ҡар. йомортҡа. Йо-марҡа ағы. Йомарҡа бешереу.
ЙОМАРҠАЙ и. зоол. диал. ҡар. ажау. Йомарҡай бешереу. Яр буйында йомарҡай тыпырсынып ята.
ЙОМАРЛАҠ (йомарлағы) и. диал.
1. ҡар. йомарлам. Май йомарлағы. Ҡамырҙан йомарлаҡ яһау. ■ Лена, шаяралыр, тип уйлап өлгөрмәне, тағы бер йомарлаҡ аяҡ аҫтына килеп төштө. Ә. Хәкимов, һуҙен әйтеп бөтөрөуе булды, ҡатындың арҡаһына тып итеп бер йомарлаҡ ҡар килеп бәрелде. Л. Якшыбаева. Ләкин «терегөмөш» уҙ асылын юғалтманы, сәсрәп-һибелеп киткән ваҡыттары булһа ла, йәнә бергә йыйылды, бер йомарлаҡ булып йомарланды. М. Кәрим.
2. ҡар. йомғаҡ 1, 2. Иләнгән йөн йомарлағы. Йомарлаҡҡа урау.
3. ҡар. көнйәлә 1. Бер йомарлаҡ мамыҡ. Субәк йомарлағы.
ЙОМАРЛАМ (Р: комок; И.: lump; T: topak) и.
Билдәле бер ҙурлыҡта йомарланған нәмә. □ Комок, кругляк. / Комковый. Бер йомарлам ҡорот. Ҡар йомарламы. Май йомарламы. ■ Ҡуп кенә ризыҡ тейәлгәйне был арбаға — мөйәт-мөйәт ҡаҙы, йомарлам-йо-марлам ҡорот, сапсаҡ-сапсаҡ ит-май менән бал, турһыҡ-турһыҡ ҡымыҙ. К. Мәргән. Ағастан ағасҡа кусә-кусә шатланып ҡарҡылдай ҡарғалар. Уларҙы сәләмләп шуҡ малайҙар йомарлам-йомарлам ҡар атыр. «Башҡортостан», 29 март 2011.
ЙОМАРЛАМЛЫ (Р: комковый; И.: lumpy; T: topak) с.
Йомарланған, йомғаҡ һымаҡ әүәләнгән. □ Комковый, комковатый. Йомарламлы талҡан. Йомарламлы май һатып алыу.
ЙОМАРЛАНА БАШЛАУ (йомарлана башла-) (Р: начинать сворачиваться; И.: start to roll; T.: topaklanmak) ҡ.
1. Йомарланыуға табан барыу, йомро хәлгә килә башлау. □ Начинать сворачиваться, скатываться. Май йомарлана башланы. Йомғаҡ һымаҡ йомарлана башланы.
80