ЙОМАҠ ӨЙӨҮ
ЙОМАҠ I (йомағы) (Р.: загадка; И.: riddle; T.: bilmece) и.
1. Төп мәғәнәһен уйлап табыу өсөн намәнелер кинәйә менән йәки һүҙ уйнатып, һүрәтләп әйткән һүҙ (мәҫәлән, «Ялт-йолт итә,ялмапйота» — салғы; «Анабара — эҙе юҡ» — кәмә). □ Загадка. Йомаҡ әйтеу. Йомаҡтың яуабын табыу. ■ 1871 йылда ул [Ибраһимов] Оло Урҙа ҡаҙаҡтары араһында йыйған йомаҡтарын һәм яуаптарын, шул уҡ йылда ҡаҙаҡ далаһындағы муллалар тураһындағы мәҡәләһен баҫтыра. Р. Шәкүр. Ут яҡтыһында ултырып әкиәттәр һөйләшәбеҙ, йомаҡтар әйтешәбеҙ, уйнайбыҙ, шаярабыҙ. Ә. Чаныш. Йомаҡ әйткән һуҙ йыйыр, йөн йомғаҡтай йомарлап, һуҙ эсенә уй йомор. Ҡобайырҙан.
2. кусм. Серле, ҡыйын аңлашыла торған нәмә. □ Загадка. 3 Нисек итеп тапҡандыр, ауылдаштарына уныһы йомаҡ булып ҡалды, ләкин бер сәфәренән Ғилман яҡшы Орлов тоҡомло юртаҡ менеп ҡайтты. М. Ху-жин. Тәҡәтен ҡоротҡан анау серле йомаҡты сисергә тейеш ине Камил. Ә. Хәкимов. Башлыҡ уҙе лә бының серенә төшөнә алманы, йомаҡ сиселмәй ҡалды. М. Кәрим.
ЙОМАҠ II (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.:bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Юрматы ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-юрматин-цев.
ЙОМАҠАЙ I (Р: льстивый; И.: smoothtongued; T.: pohpohlayıcı) и.
Ярамһаҡланып, сөсө тел менән күңелде арбаған; юха. □ Льстец, подхалим, подлиза / льстивый. Йомаҡай ҡатын. Йомаҡай булыу. ■ Бөгөн заводсы хужа шаҡтай йомшаҡ, йомаҡай тойолдо. Ғ. Хөсәйенов. Ул [Турә-кәева], әлбиттә, һәр һуҙен йәрхәмбикә тип хуплағанды, йомаҡай ҡыланғанды, утенгәнде ярата. Ә. Хәкимов.
ЙОМАҠАЙ II (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.:bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени усерган.
ЙОМАҠАЙҒА ӘЙЛӘНЕҮ (йомаҡайға әйлән-) ҡ. ҡар. йомаҡайланыу. Ҡыҙ йомаҡайға әйләнде.
ЙОМАҠАЙЛАНЫУ (йомаҡайлан-)
(Р: льстить; И.: flatter; T: pohpohlamak) ҡ.
Йомаҡай (I) булыу; юхаланыу. □ Льстить; подхалимничать, подлизываться. ■ Һыуынғас, Искәндәр купме йомаҡайланмаһын, Нәсимә өндәшмәне. Ә. Хәкимов. Эрнст-Иоган Бирон .. батшабикә алдында йомаҡайланып, бөтә эште уҙ мәнфәғәтенә ҡора белеусе әҙәм ине. Ғ. Ибраһимов.
ЙОМАҠАЙЛАУ (йомаҡайла-) ҡ. ҡар. йомалау I. Йомаҡайлап йөрөу. Йомаҡайлап ярау. ■ Шул уҡ өйҙә [Яныш старшина] кисәге нәубәт эштәре менән булды, береһен ҡурҡытып, береһен хатта һуҡтырып, икенсеһен йомаҡайлап йунгә килтерергә тырышты. Ғ. Хөсәйенов.
ЙОМАҠАЙЛЫҠ (йомаҡайлығы) (Р: подхалимство; И.: toadiness; T: yaltaklık) и.
Ҡуштанланып яҡшы күренергә, кемгәлер ярарға тырышыу хәле; ялағайлыҡ. □ Подхалимство, прислужничество, угодничество. Йомаҡайлыҡ курһәтеу. Йомаҡайлыҡ һыҙаттары. Йомаҡайлыҡта ғәйепләу.
ЙОМАҠ ҠОЙОУ (йомаҡ ҡой-) (Р: загадывать загадку; И.: say a riddle; T: bir bilmece söylemek) ҡ.
1. Йомаҡ әйтеү. □ Загадывать загадку. Балаларға йомаҡ ҡойоу. ■ Беҙ дуртәу, Сәхи, мин, ике һеңлем Хаят әбейҙец әкиәт һөйләуен, йомаҡ ҡойоу ын һорай башланыҡ. А. Таһиров.
2. кусм. Аңлайышһыҙ һөйләү, төп мәғәнәһен әйтмәү, кинәйә менән һөйләү. □ Говорить загадками, намёками; выражаться неясно. ■ [Басариев:] Аңлатып һөйлә, Бикбаев, юҡһа йомаҡ ҡояһың. Р. Солтангәрәев. [Хан:] Һин йомаҡ ҡойоп ултырма, әмир, асығын әйт! Ә. Хәкимов.
ЙОМАҠ ӨЙӨҮ (йомаҡ өй-) ҡ. ҡар. йомаҡ ҡойоу 1. Йомаҡ өйөу бик ҡыҙыҡлы шөғөл ул. Йомаҡ өйөргә яратыу.
79