Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 78


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙОМА АРАҺЫ
1. Аҙнаның бишенсе көнө. □ Пятница. / Пятничный. Йома ҡайтыу. Йоманан башлау. Йомаға ҡаршы. ■ Хәмиттәр киләһе йомаға китәләр. С. Агиш. Ике көн буйы отчёт тапшырып, Ғәбдеян йома көн генә эшкә сыҡты. Н. Мусин.
2. миф. Изгеләштерелгән көн. □ Пятница (мифологизированный священный день). ■ Йомаға ҡаршы ямғыр яуһа, аҙна буйы яуа. Һынамыштан. • Йома көн улгән ожмахлы булған. Мәҡәл.
3. дини. Аҙнаның бишенсе көнөндә уҡыла торған оло намаҙ. □ Пятничный намаз. Йомаға йөрөу. Йоманан ҡайтыу. Йомаға әҙерләнеу. ■ [Юлдыбикә әбей:] Хөббөниса абыстай, мин һиңә әйтәм, халыҡ йоманан сығып ята ине. Т. Хәйбуллин. [Ҡунаҡҡол ағай:] Иртәгә йоманан һуң мулланы саҡырып әйтәм әле. Д. Юлтый. [Мулла:]Йомаларға ла бик аҙ йөрөй башланығыҙ. А. Карнай.
4. һөйл. Ете көн араһы; аҙна. □ Неделя (счёт ведётся от пятницы). Бер йома өйҙә булманы. ■ Ныязғолдоц бөтә өй эсе .. берике йома элек кенә ҡышлауға кусеп ҡайтҡанға курә, ҡура-тирәләрҙе өйләндереп уҫкән эре алабуталар, тапалмайынса, көҙгө ҡарлы һыуыҡҡа ҡатып ултыралар. Һ. Дәүләтшина. [Тажетдин хәҙрәт:] Унан Мәкәрйә ҡалаһына килдек. Унда өс йома торҙоҡ. М. Өмөтбаев.
ЙОМА АРАҺЫ (Р.: между полуднями четверга и пятницы; И.: time space from midday Thursday to Friday; T.: Perşembe ve Cuma arası) и. миф.
Кесаҙнаның төш уртаһынан йоманың төш уртаһына тиклемге ваҡыт арауығы (был ваҡыт арауығында әруахтар килә тип иҫәпләнә). □ Время между полуднями четверга и пятницы (мифологизированное время, в которое приходят души умерших предков). ■ Йома араһында әруахтар килә, шуға май еҫе сығарып йыуаса бешерергә кәрәк. Экспедиция материалдарынан.
ЙОМА ВАҠЫТЫ (Р: время пятничного намаза; И.: Friday prayer time; T.: Cuma namazı) и. дини.
Йома намаҙы уҡыла торған ваҡыт, төш ваҡыты. □ Время пятничного намаза, обе
денное время. Йома ваҡыты етте. Йома ваҡытына саҡырыу. Йома ваҡытына барыу.
ЙОМАҒАЙ с. диал. ҡар. йомаҡай. Йо-мағай кеше. ■ Бер аҙ шулай барғас, Сабит бабай йомағай тауыш менән һуҙ башланы. Яр. Вәлиев.
ЙОМАҒАЙЛАНЫУ (йомағайлан-) ҡ. диал. ҡар. йомаҡайланыу. Йомағайланып йө-рөу. Йомаҡайланырға яратыу. Я Һуҙҙе аяҡ аҫтына һалмайыҡ, — тип йомаҡайланды мәсет ҡарты Искәндәр. М. Кәрим. Бирҙеғол старшинаның бик илтифатлы булырға ҡушыуы һиҙелеп тора. Йомаҡайланырға маташа, тип уйланы Арыҫлан. Ғ. Ибраһимов.
ЙОМАҒАРА (Р: мохноногий канюк; И.: rough-legged buzzard; T.: paçalı şahin) и. зоол.
Ҡарсыға тоҡомло ҡара-һоро һыртлы, ҡара ҡорһаҡлы ҡош. □ Мохноногий канюк (лат. Buteo lagopus). ■ [Йомағара] ваҡ кимереуселәр һәм ҡоштар менән туҡлана.
Э. Ишбирҙин.
ЙОМАҒУЖА (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени усерган.
ЙОМАДИӘЛАХЫР [ғәр.
(P: название шестого месяца мусульманского лунного календаря; И.: the sixth month of Moslem lunar calendar; T: Cemaziyelahir) u. иҫк.
Ай календарының алтынсы айы. □ Юмадилахыр (название шестого месяца мусульманского лунного календаря).
ЙОМАДИӘЛӘҮҮӘЛ [ғәр. djVl
(Р: название пятого месяца мусульманского лунного года; И.: the fifth month of Moslem lunar calendar; T.: Cemaziyelewel) u.
Ай календарының бишенсе айы. □ Юма-дилаввал (название пятого месяца мусульманского лунного календаря).
ЙОМА КӨН и. ҡар. йома. Йома көн ҡайтыу. Йома көн мәсеткә барыу. Йома көн улгән — ожмахлы булған.
78