ЙОМА
куҙҙәре асылған була. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
ЙОЛОП АЛЫУ (йолоп ал-) (Р.: вырывать; И.: pull out, eradicate; T.: yolmak) ҡ.
Төбө-тамыры менән йолҡоп алыу. □ Вырывать. Тамыры менән йолоп алыу. Ҡый уләнде йолоп алыу. Ел ҡайынды йолоп алды.
ЙОЛОП ҠАЛЫУ (йолоп ҡал-) (Р: спасать; И.: save; T: kurtarmak) ҡ.
Ҡотҡарып ҡалыу, ауыр хәлдән ҡотолдороу. □ Спасать, выручать. // Избавление, спасение. ■ Хуш куңелле, намыҫлы Ҡарабай уның һуҙҙәренә артыҡ ҡолаҡ һалмай, шаштырып маҡтауына яуап ҡайтармай, бары тик уны бәлә-ҡазанан йолоп ҡалыу бәхетенә ирешкәне өсөн генә бөтә йөрәктән шатлана. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Янғындарҙы һундереу, юл-транспорт фажиғәләренә тарығандарға ярҙам итеу, урман һәм кипкән уләнде уттан йолоп ҡалыу — былар барыһы ла янғын һундереуселәрҙең бурысы. «Һаҡмар», 8 февраль 2012.
ЙОЛОТОУ (йолот-) (Р: снимать шерсть; И.: shear; T: yüzmek) ҡ.
1. Ейетеп ҡойолтоу (сәсте, йөндө).
□ Снимать шерсть, волос (специальной обработкой). Тирене йолотоу. Йөндө йолотоу. Сәсте йолотоу.
2. Тере көйө сейләндереп боҙолдороу.
□ Вызывать разложение кожи, гниение заживо. Йәрәхәтте йолотоу. Яраны йолотоп бөтөу.
ЙОЛОУ I (йоло-) [боронғо төрки йулу-\ (Р: выдёргивать; И.: pull out, pluck out; T: yolmak) ҡ.
1. Төбө, тамыры менән һурыу; йолҡоу.
□ Выдёргивать, рвать, вырывать; выщипывать. // Выдёргивание, вырывание, выщипывание. Сәс йолоу. Йөн йолоу. ■ Ҡара дауыл купме генә ҡотормаһын, ағастарҙы төбө-тамыры менән йолоп ырғытмаһын, бер ваҡыт ул барыбер тына. «Ағиҙел», № 4,
2010. Һаҡалын йолоп батша куп иланы. Әкиәттән.
2. Һөйрәп сығарыу, тартып алыу. □ Вытаскивать, вытягивать. Ҡөрттән йолоп
алыу. Йолоп сығарыу. Батып барған кешене йылғанан йолоп алыу.
3. кусм. Ауыр хәлдән аралап ҡотҡарыу; әрсәләү. □ Избавлять, спасать, выручать, освобождать. // Избавление, спасение, освобождение. Бәләнән йолоп ҡалыу. ■ Был ауырлыҡтан һине кемдәр йолор, кем ҡотҡарыр? М. Ғафури. Ирғәле, уҙен тәрбиәләгән, улемдән йолоп алып ҡалған кешеләр менән хушлашыр алдынан .. гармунын алды һәм ғәжәп бер дәрт, елкенеу һәм оло өмөттәр менән уйнап ебәрҙе. Н. Мусин. Сит яҡтарҙа ятып ҡалдың шул һин, яу утынан йолоп илдәрҙе. Ш. Бикҡол. Ата кешегә, улын бәләнән йолоп алыр өсөн, уны төнөн ҡаланан ҡасырып алып сығып китеуҙән башҡа сара ҡалмай. Р. Шәкүр.
4. кусм. Тартып алыу. □ Изымать. // Изъятие. Документтарҙы йолоу. Ҡағыҙҙарҙы йолоу. Әйберҙәрҙе йолоу.
5. Йәшереп ҡалыу. □ Спрятать, скрывать, утаивать. ■ Оҙонтал бөтә был өйөр-бәләне эсенә йәшерҙе, бөтә был шомдо тамағына йолоно. Р. Камал. Ацлымы, аңһыҙмы эшләгән енәйәтте йолоп ҡалыу хәрби уставҡа ғына тугел, әхлаҡҡа һыймай. М. Кәрим.
♦ Ғәйепте {йәки яҙыҡты) йолоу ғәйепте йәки яҙыҡты юйыу. □ Доказать чью-л. невиновность, оправдать кого. ■ [Иҙеу-кәй — Мораҙымға:] Ҡартайған көндө ҡарт бабаңдың ҡурҙай ҡыҙыл куҙен сығарҙың. Яҙығыңды ҡайҙан йолорһоң? «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
ЙОЛОУ II (йоло-) (Р: облезать; И.: fall out; grow bare; T: dökülmek) ҡ.
1. Ейеп ҡойолоу (сәс, йөнгә ҡарата). □ Облезать, выпадать (о шерсти, волосах). // Выпадение (шерсти, волос). Йолоп төшөу. Тиренең йөнө йолоған. Сәс йолой.
2. һөйл. Сейләнеп боҙолоу (тәнгә ҡарата). □ Разлагаться, гнить (о ранах). Йәрәхәте йолоған. Яра йолоп китеу. Йолоп бөтөу.
ЙОЛПОС и. диал. ҡар. һелкеүес. Йолпосҡа он һалыу. Йолпосҡа он иләп индер әле, ҡыҙым.
ЙОМА [ғәр. (р>: пятница; И.: Friday; T: Cuma) и.
77