Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 76


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

йоллоҡ
аяуһыҙ ыҙғышҡан ике ата ҡаҙға тап булды. М. Кәрим. Ике сапсан йолҡошһа, бөркөткә емтек ем шул. Ғ. Хөсәйенов.
ЙОЛЛОҠ (йоллоғо) (Р.: союзка; И.: vamp; T.: yama) и.
Аяҡ кейеменең баш күне сит-ситенән айырылып сыҡҡанда уратып һалына торған ямау. □ Союзка (кожаная нашивка на носок и бок передней части обуви). Яңы йоллоҡ. Йоллоҡ һалыу. Йоллоҡто алмаштырыу.
ЙОЛЛОҠ БАШ (Р.: головка союзки; И.: vamp patch; T: yama) и.
Итектең баш өлөшөн яңыртып һалған ҙур ямау. □ Головка союзки. Йоллоҡ баш әҙерләу. Йоллоҡ баш тегеу.
ЙОЛЛОҠЛАНЫУ (йоллоҡлан-) ҡ. төш. ҡар. йоллоҡлау, страд, от йоллоҡлау. Йоллоҡланған быйма. Йоллоҡланған ситек.
ЙОЛЛОҠЛАУ (йоллоҡла-) (Р: наложить нашивку; И.: put on a vamp; T: yama vurmak) ҡ.
Йоллоҡ һалып ямау. □ Наложить нашивку (в виде союзки). Быйманы йоллоҡлау. ■ Атаһының янында әсәһе лә.. кешегә ярым-ярты хаҡҡа, йә бушҡа уҡ ситек йоллоҡлап, ямап ултыра, һ. Дәүләтшина. [Сәғиҙә] Шаһиҙә әбейҙец яцы ғына йоллоҡлаған ситеген, Гөлйөҙөмдөц галоштарын бара һалып алып килде. М. Тажи.
ЙОЛМАҠ I (йолмағы) и. диал. ҡар. йолон I. Йолмаҡ эшкәртеу. Йолмаҡ әҙерләу.
ЙОЛМАҠ II (йолмағы) и. диал. тоҡом
2. Йолмаҡ малы. Һыйыр йолмағын яҡшыртыу. ■ Атайымдың малының йолмағы менән йыл да аят уҡытам. Экспедиция материалдарынан.
ЙОЛМАҠ III (йолмағы) (Р: запас; И.: stock; T: yedek) и. диал.
Запас, һаҡлам. □ Запас. Ҡышҡылыҡҡа йолмаҡ әҙерләу. Йолмаҡты бөтөрөу. Йоҡа кеше йолмаҡһыҙ була.
ЙОЛМАЛАУ (йолмала-) ҡ. диал. ҡар. йолҡоу 1. Супте йолмалау. Үләнде йолмалау. Тамыры менән йолмалау.
ЙОЛОҒОУ I (йолоҡ-) (Р: соединиться; И.: unite; T.: birleşmek) ҡ. диал.
Үҙ-ара ҡушылыу, тоташыу. □ Соединиться. Кәртләнсеккә бөйән йолоҡҡан.
ЙОЛОҒОУ II (йолоҡ-) (Р: быть выдернутым; И.: be plucked; T: sökülmek) ҡ. диал.
1. Төбө-тамыры менән йолҡоноу. □ Быть выдернутым, вырванным, снятым. Йолоҡҡан кишер. Йолоҡҡан ағас. ■ [Хәтирә ханым:] Йолоҡҡан һуғандарым тутәл өҫтөндә ятып ҡалғайны, барып, шуларҙы верандаға индереп ҡайтһағыҙ, арыу булыр ине. Н. Мусин.
2. кусм. Тартып алыныу, йолҡоноу.
□ Быть вырванным. ■ «Халыҡ дошманы» тип ил улдарын — иц ҡаһарман халҡым батырҙарын — тарихтан мин ниңә йолоҡ-том? Р. Ғарипов.
ЙОЛОҠ (йолоғо) и. диал. ҡар. ҡаран. ■ Ҡыш тунҙиаған һыуҙы йолоҡ тиҙәр беҙҙә. Экспедиция материалдарынан.
ЙОЛОМ (Р: выкуп; И.: ransom; T: fidye) и. тар.
Ғәйепте баҫырыу йәки кешене ҡотҡарыу өсөн бирелгән аҡса, мал. □ Выкуп, откуп. / Выкупной, откупной. Йолом аҡсаһы. Йолом туләу. Йолом туләп, әсирлектән ҡотолоу. Йолом биреп ҡотолоу. ■ Старшина уҙе һөйләшеп, йолом һоноп ҡайтҡан да элеккесә ҡуҡырайып йөрөй бирә. Ғ. Ибраһимов. Золомдан йолом уҙебеҙҙә генәлер, моғайын. Ғ. Хөсәйенов.
ЙОЛОН I (Р: невыделанная кожа; И.: rough leather; T: deri) и.
Күн өсөн йөнө ейетелгән тире; сей күн.
□ Невыделанная кожа, сыромять. Йолондо эшкәртергә биреу. Йолон тапшырыу.
ЙОЛОН II и. диал. ҡар. йөлөн. ■ Их-санбайҙың йолон буйы семберләне, маңлайынан тир бәреп сыҡты. Т. Ғарипова.
ЙОЛОНОУ (йолон-) ҡ.
1. төш. ҡар. йолоу I. страд, от йолоу I. Йолонған һуған. Йолонған сәс.
2. Ауыр хәлдән арыныу, ҡотолоу. □ Избавляться. Бөлгөнлөктән йолоноу. ■ Ул замандарҙа кейем юҡ, аслыҡ тырнағынан саҡ йолоноп тора инек, шул тилнәшкәһенән сыҡманы ул Әдисәй ҡәйнеш. «Ағиҙел», № 10,
2010. [Бикбулат старшина] донъянан .. яңғыҙ, бәхиллектәр алмай, гөнаһтары йолонмай, ясинһыҙ-ниһеҙ утте. Ғ. Хөсәйенов. Мораҙымдың яҙығы йолоноп, ҡылған доғаһы ҡабул булып, атаһы ҡарт Иҙеукәйҙең һуҡыр
76