Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 75


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙОЛҠОШОУ
♦ Сәс йолҡоу нимәгәлер үкенеп, үҙеңде үҙең өҙгәләү. □ Рвать на себе волосы (от досады). И [Булатов:] Ҡара уны, иптәш Ямаҡаев, биш-алты йылдан ике ҡуллап сәсеңде йолҡорһоң, әммә һуң булыр. Яр. Вәлиев. Тамырынан йолҡоу бар булмышы менән юҡ итеү, бөтөрөү. □ Искоренить. Яман ғәҙәтте тамырынан йолҡоп бөтөрөу. ■ Водителдәргә ҡаршы санкцияларҙы ҡатыраҡ итеу, штрафтар куләмен арттырыу менән генә проблеманы тамырынан йолҡоп ташлап булмай. «Башҡортостан», 30 декабрь 2011.
ЙОЛҠОШ I (Р.: нищий; И.: pauper; Т.: hırpani) с.
1. Тышҡы күренеше алама, ярлы, хәйерсе. □ Нищий, бедный. Йолҡош бәндә. Йолҡош малай. ■ Шул саҡ, һис көтмәгәндә, артҡы рәттә бер йолҡош ҡына ир заты ҡулын кутәрә һәм ул заман өсөн ғәҙәттән тыш ҡыйыу һорау [бирә]. «Шоңҡар», №4, 2011. Был ҡасандыр өлкән туңәрәк ҡорһағын кәзәкейенең ике салғыйы араһынан киреп сығарып, ҡара туңәрәк буректе ҡырын кейеп, кәпәйеп йөрөгән, хәҙер шиңгән ҡорһаҡты йолҡош кейем менән генә ҡаплап алған Әптрахман ҡарт. Һ. Дәүләтшина. [Батшаның кешеләре:] Ошо йолҡош малайға алма кеуек ҡыҙҙы әрәм итергә яраймы һуң? Әкиәттән.
2. Насар, хәлһеҙ, йонсоған. □ Слабый, немощный, изнурённый, измученный, больной. ■ [Егеттәр] тотоп, баштарына йугән кейҙереп, һырттарына эйәр һалып, уҙҙәре менгәйне, теге йолҡош ҡына тайҙар ете йәшәрле ат, һәйбәт толпарға әйләнә лә ҡуя. Әкиәттән. Йөҙ илле йолҡош тауыҡ иҫке тирмәндәге серек ситән кетәктән кусерелеп, инкубаторҙан меңәрләгән себештәр ҡайтарылды. Й. Солтанов. [Гөлкө] ҡайтып етеп уҙенә куҙ һалһа, элекке ҡупшылығынан бер ни ҡалмаған: уға йолҡош ҡына, аяҡтарында көскә баҫып торған йән эйәһе ҡарап тора, ти. Әкиәттән.
ЙОЛҠОШ II (Р: оборванец; И.: hobo, pauper; T: hırpani) и.
Ярлы, хәйерсе кеше. □ Оборванец, растрёпа, обормот. ■ Уның [Лапшиндың], тағы ни әйтергә инде был йолҡоштарға, тип уйла
нып тороуынан файҙаланып, халыҡ ҡуҙғалып ҡуйҙы. Н. Мусин. [Лавкасы:] Нимә кәрәк һеҙгә, йолҡоштар? М. Кәрим.
ЙОЛҠОШЛАНЫП КИТЕҮ (йолҡош-ланып кит-) (Р: стать нищим; И.: become destitute; T.: yoksullaşmak) ҡ.
1. Хәйерсе хәленә төшөү. □ Стать нищим, бедным. Ир йолҡошланып китте. Йолҡошланып киткән кеше.
2. Емерелеү, насарайыу. □ Обтрепаться, обноситься. Йорт хужаһыҙ йолҡошланып китте. Мәктәп йолҡошланып китте.
ЙОЛҠОШЛАНЫП ҠАЛЫУ (йолҡошланып ҡал-) (Р: обнищать; И.: go broke; T: yoksullaşmak) ҡ.
1. Ярлыланыу, йолҡош хәленә ҡалыу.
□ Обнищать, разориться. Халыҡ йолҡошланып ҡалды. Көрсөктән һуң куптәр йолҡошланып ҡалды.
2. Емерек хәлгә ҡалыу, бик ныҡ туҙыу.
□ Обтрепаться, износиться. Ауыл һуғыштан һуң йолҡошланып ҡалды. Ферма йолҡошланып ҡалды.
ЙОЛҠОШЛАНЫУ (йолҡошлан-) (Р: разориться; И.: get poor; T.: yıkıma uğramak) ҡ.
Бөлгөнлөккә төшөү, ярлыланыу; туҙыу.
□ Разориться, обнищать; изнашиваться.
■ Ырымбур менән ике арала поезд йөрөп тороу мөмкинлегенә ҡарамаҫтан, дуртенсе полктың ашау яғы ла таҡы-тоҡо ғына, кейем-һалым бөтөнләй йолҡошланған. А. Таһиров. Кемдәр генә килеп алманы ла, кемдәр генә нисек кенә өҙөп йолҡманы беҙҙең унһыҙ ҙа йолҡошланып бөткән Илсеғолдо. 3. Биишева.
ЙОЛҠОШЛОҠ (йолҡошлоғо) (Р: бедность; И.: poverty; T: yoksulluk) и.
Ярлылыҡ, фәҡирлек. □ Бедность, нищета, нищенство. Йолҡошлоҡ хәленә төшөу.
■ [Туғанов:] Беҙҙең уҙебеҙҙең ауылдың да ергә мохтажлығы юҡ юғын да, ләкин барлыҡ ергә ауылдың унлап байы ғына сәсә ала, ҡалғандары һаман шул йолҡошлоҡтан сыға алмай. А. Таһиров.
ЙОЛҠОШОУ (йолҡош-) ҡ. урт. ҡар. йолҡоу 3. взаимн. от йолҡоу 3. ■ [Корбан-ғәле] ҡайтышлай зыярат ҡапҡаһы алдында ҡауырһындар йолҡошоп, мамыҡ туҙҙырышып
75