Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 74


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙОЛҠОП АЛЫУ
2. диал. Өҙгөләнеү, ҡайғырыу. □ Печалиться, надрываться. Йолҡоноп йөрөу. Бушҡа йолҡоноу. ■ Һөйгән йәре өсөн берәу йырлай, өҙөлөп, йөрәге өҙөлөп, йолҡоноп. М. Буранғолов. Тәрән уйҙарға сумған Шәриф Әхмәҙуллин да ҡушәрелде, ләкин ул уҙенец йөрәген, ауырттырмайынса ғына йолҡоноп, ниндәйҙер тәрәнлек — бушлыҡҡа өҙөлөп төшөп киткән кеуек һиҙҙе. Ғ. Хәйри.
3. Тартышыу, ысҡынырға тырышыу
□ Вырываться, силой освободиться. ■ Ғәлимә апай шәле менән ныҡлап ҡаплаған битен һаман асмай, һаман китергә тырыша, һаман йолҡона. М. Ғафури.
ЙОЛҠОП АЛЫУ (йолҡоп ал-) (Р.: вырвать; И.: pluck off; T: yolmak) ҡ.
Һурып, тартып сығарыу. □ Вырвать, выдернуть. ■ Урман батыр эре-эре ағастарҙы йолҡоп ала. Әкиәттән. [Батша улы] шунан хеҙмәтселәренә был алмағасты төбө-тамыры менән йолҡоп алып уртәргә ҡуша. Халыҡ ижадынан.
ЙОЛҠОП БӨТӨҮ (йолҡоп бөт-) (Р.: повыдёргивать; И.: pluck away; T: yolmak) ҡ.
Төбө-тамыры менән тартып сығарыу.
□ Повыдёргивать (что-л. полностью). Супте йолҡоп бөтөу. Кискә йолҡоп бөтөу. ■ Йолҡоп бөткәс, ҡаҙҙарҙы көйәнтәгә элеп, һыу буйына барып йыуабыҙ. Экспедиция материалдарынан.
ЙОЛҠОП ТАШЛАУ (йолҡоп ташла-) (Р: вырвать; И.: pluck out; T: söküp atmak) ҡ.
1. Төбө-тамыры менән тартып алыу.
□ Вырвать с корнем. Дауыл ағастарҙы тамыры менән йолҡоп ташлаған. ■ Олоҫ йыйылыштары булып, унда старшиналарҙы төшөрөу, урядниктарҙың погондарын йолҡоп ташлау, батшаның һурәттәрен алып ырғытыуҙар киткәс, ваҡытлы тәртип һаҡлау комитеттары ойошторола. «Ағиҙел», № 8, 2011.
2. кусм. Юҡҡа сығарыу, бөтөрөү, алып ташлау. □ Вырвать (из сердца, памяти и т. д.). Куңелдән йолҡоп алыу. ■ Хатта Аняны осратыу, әкиәти һылыулығына мауығып йөрөу ҙә Фәғиләне куңелемдән йолҡоп ташлай алманы (уҙ баҡсаңдың гөлө — уҙеңдеке шул). Й. Солтанов.
ЙОЛҠОУ (йолҡ-) [боронғо төрки йулҡ-} (Р: дёргать; И.: pull out; T: yolmak) ҡ.
1. Төбө, тамыры менән аҡтара тартыу. □ Дёргать, выдёргивать, рвать, вырывать; выщипывать. // Дёргание, выдёргивание, вырывание, выщипывание. Үлән йолҡоу. Тамыры менән йолҡоу. Йолҡоп алыу. Йолҡоп бөтороу. ■ Кеше уны [ҡурайҙы] имгәтмәҫкә тырышып, ипләп кенә тамыры менән йолҡоп алды. Н. Мусин. [Егор НиколаевичJ бер услам ҡылғанды йолҡоп алмаҡсы булып, тартып ҡарағайны, ҡыу һабаҡтар шытыр-шытыр килеп өҙөлдө. 3. Ураҡсин. [Ҡыҙ — егеткә:] Дейеуҙең бөтә көсө һаҡалында. Ана шул һаҡалын йолҡоп ал. Әкиәттән.
2. Өҙөп-өҙөп йыйыу. □ Теребить. // Теребление. Етен йолҡоу. Мамыҡ йолҡоу. Дебет йолҡоу. ■ Йәйҙең бер көнөндә беҙ шул кул янында му к йолҡа инек. Д. Бураҡаев.
3. Өҙөп-өҙөп йөндән таҙартыу (ҡош-ҡортто). □ Общипывать (птицу). Куркә йолҡоу. Каҙ йолҡоу. ■ [Бейеш] ҡорҙоң йөнөн йолҡоп, эсәк-ҡарынын яр аҫтына бырағытты ла утта ҡурҙаҡ әҙерләне. Я. Хамматов. Ҡәҙермәт менән Кәримә тауыҡты йолҡоп таҙартты. Н. Мусин. [Ҡыҙрас:]Бына, йөҙҙә ете йәшлек ябалаҡ тотҡайным, шуны йолҡоп ултырған баш. Әкиәттән.
4. кусм. һөйл. Тейешле-тейешһеҙ юлдар менән үҙеңә алыу, үҙләштереү (аҡса, малды)\ эләктереү. □ Проявлять рвачество, обирать, обкрадывать. Кеше мөлкәтен йолҡоу. ■ [Арыҫлан:] Ул [Соймонов] инде, халыҡты алдау ғына тугел, ҙур-ҙур йолом йолҡорға ла оҫта ине. Ғ. Ибраһимов.
5. Киҫкен хәрәкәт менән тартыу, тартып алыу. □ Вырывать, выдёргивать (силой). ■ [Батыр] ишекте асты ла бауҙа эленеп торған трико менән куртканы йолҡоп алды. Н. Ғәйетбаев. Уҫаллығы бөтә йөҙөндә, һоро куҙҙәрендә ук сағылып торған комиссар Ҡаныш һонған ҡағыҙҙы, килтергән аҡсаһын ҡулынан йолҡоп тигәндәй алды. Ғ. Ибраһимов. Йылғаның урта өлөшөнә етеу менән, ҡайнап, ял-ял булып ишелеп аҡҡан ташҡын борамды урынынан йолҡоп алырҙай итеп тубәнгә һөйрәне. И. Абдуллин.
74