ЙОЛҠОНОУ
2. Тотоп, тартып ойпалау. □ Мять; измять. Мендәрҙе йолҡҡолап бөтөү. Карауат өҫтөн йолҡҡолау. Әйберҙәрҙе йолҡҡолау.
3. күсм. Төрлө ерҙән өлөш-өлөш итеп айырып алыу. □ Выдёргивать частями, вырывать кусками. Йолҡҡолап алыу. Йолҡҡолап йыйыу. ■ Шиғыр жанрының еҫе лә булмаған, бары тик тегенән-бынан йолҡҡолап йыр текстары әтмәләүселәр ҙә бихисап хәҙер. Г. Юнысова.
4. күсм. һөйл. Кемдеңдер аҡсаһын, малын әҙләп алыу, йолҡоу. □ Вымогать что; j\o-биваться чего. Балалар башҡа сыҡһалар ҙа, аталарын йолҡҡолайҙар. ■ [Сөнәғәт:] Бында управляющийҙар беҙҙең браттың елкәһен кимерә генә бирәләр. Эш хаҡын йолҡҡолап бөтәләр. Ж. Кейекбаев. Көндөҙ унан-бынан йолҡҡолап тупланған наҡыҫ ҡына дөйөм улъяны бүлешкәндә янъял килеп сыҡты. Ә. Хәкимов.
5. Унан-бынан йолҡоп алыу, ауырлыҡ менән нимәлер табыу. □ Доставать с трудом, кое-как; получать частями.
ЙОЛҠҠОЛАШЫУ (йолҡҡолаш-) ҡ. урт. ҡар. йолҡҡолау 1—4. взаимн. от. йолҡҡолау 1—4. Сүпте йолҡҡолашыу. Үләнде йолҡҡолашыу.
ЙОЛҠҠОС (Р.: льнотеребильная машина; И.: flax plucking machine; T: sökme aleti) u.
1. Етен йолҡа торған машина; етен йолҡҡос. □ Льнотеребильная машина. Етен йолҡҡос һатып алыу. Етен йолҡҡос эшләү.
2. ҡар. ҡаш йолҡҡос. Кыҙҙар биҙәнә, сәс төрә, йолҡҡос менән ҡаш йолҡа. Йолҡҡос менән бөртөкләү.
3. күсм. Оят, намыҫты белмәй, һәр нәмәне үҙ файҙаһына тартыусы кеше; өҙгөс. □ Рвач. ■ [Князев:] Улайһа, Бикбаев — намыҫлы, ә Князев йолҡҡос булып сыға инде? Р. Солтангәрәев. Өҙә лә гел йолҡа икән, был ваҡыт йолҡҡос икән. Т. Йосопов.
♦ Йән йолҡҡос йәнде үртәгес, йән аша-ғыс. □ Терзающий душу, рвущий душу. Йән йолҡҡос хәл. Йән йолҡҡос хәбәр. Йән йолҡҡос һүҙ.
ЙОЛҠҠОСЛАНЫУ (йолҡҡослай-) ҡ. ҡар. йолҡҡоланыу. Йолҡҡосланып бөтөү. Йолҡҡослана башлау. Йолҡҡослана барыу.
ЙОЛҠҠОСЛАУ (йолҡҡосла-) ҡ. ҡар. йолҡҡолау. Йолҡҡослап бөтөрөү. Йолҡҡослап ҡуйыу. Үләнде йолҡҡослау.
ЙОЛҠҠОСЛОҠ (йолҡҡослоғо) (Р: бесстыдство; И.: shamelessness; T: utanmazlık) и.
Оятһыҙлыҡ, әҙәпһеҙлек, тәртипһеҙлек, инсафһыҙлыҡ, битһеҙлек. □ Бесстыдство, рвачество. Йолҡҡослоҡ күрһәтеү. ■ Бөгөнгө хаяһыҙ тормошта, матди байлыҡ ҡына төп үлсәм, бары ул ғына барыһын да хәл итә, тип баһаланған йолҡҡослоҡ солғанышында һығылмалы йәш ҡайындың утынға әйлә-неүенә, бал тамған телдән тоҙ әсеһе киле-үенә, бөртөк нур ҡалмаған йәндең тамам тупаҫланырына аптырайһы юҡ. «Ағиҙел», №3^2010.
ЙОЛҠОЛОУ (йолҡол-) ҡ. төш. ҡар. йолҡоу. страд, от йолҡоу. Йолҡолған сәс. ■ Ул арала көнсығыштағы өҙөк-һурыҡ йолҡолған болоттар ситенән, офоҡ артынан сыҡҡан тоноҡ ҡына яҡтылыҡ та күренә башланы. «Ағиҙел», № 9, 2010. Баяр икенсе ҡылған өйкөмөн, төбөнәнерәк эләктереп, тартып ҡараны, быныһы ла йолҡолманы.
3. Ураҡсин.
ЙОЛҠОНҒАН с. диал. ҡар. йолҡош. Йолҡонған кеше. Йолҡонған булыу.
ЙОЛҠОНДОҠ (Р: рваный; И.: worn-out, torn; T: yırtılmış) с.
Иҫкереп туҙған, тишек-тошоҡ; алама. □ Рваный; изношенный. Йолҡондоҡ өҫ кейеме. Йолҡондоҡ юрған. ■ [Байыуҙың] юл-юл сал йүгергән сәстәре туҙышып иңенә һибелгән, йолҡондоҡ кейеме елгә елберләй. Ә. Хәкимов.
ЙОЛҠОНОУ (йолҡон-) ҡ.
1. төш. ҡар. йолҡоу 1—3. страд, от йолҡоу 1—3. Ағас тамыры менән йолҡонған. Йөнө йолҡонған тауыҡ. ■ Идрисов, ширләгән, бешкән, һыуға төшкән тауыҡ һымаҡ йолҡонған хәлдә, атын менеп, Күлбашҡа ҡарай сапты. А. Карнай. Йолҡонған һәр төк сәс алтын ҡылға әйләнә бара — тот та бау иш. М. Кәрим. Уралдағы имән йолҡонмаҫ ул, шоңҡар булыр мәңге шоңҡарым. X. Назар. Барып ҡараһалар, — ағас ботағында теге ҡарттың һаҡалы ғына йолҡоноп тороп ҡалған, ә үҙе ҡасҡан, ти. Әкиәттән.
73