Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 72


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ИОЛА КҮРЕҮ
лин. Йола буйынса, йыртҡыс кейекте уҙ ҡулы менән ултергән кешегә генә уның ҡанын татып ҡарарға яраған. Әкиәттән. Иренеңә әсә баллы майҙар яға алманы (боҙҙо йоланы). М. Кәрим. • Ил йолаһыҙ булмаҫ. Мәҡәл. Ил йолаһына хан да буйһона. Мәҡәл. Ир улһә лә, йола улмәҫ. Мәҡәл. Тәуге ир — ир йолаһы, икенсеһе — йөҙ ҡараһы. Мәҡәл. Ырыуына курд йолаһы, биреуенә курэ доғаһы. Мәҡәл.
ЙОЛА КҮРЕҮ и. диал. ҡар. күрем.
■ Оҙаҡ йола кургән ҡатын сәләмәт була. Экспедиция материалдарынан.
ЙО Л АЛ АУ (йолала-) (Р.: соблюдать обычаи; И.: keep, observe customs; T.: âdetlere uymak) ҡ.
Ҡабул ителгән йоланы башҡарыу, йола буйынса эш итеү. □ Придерживаться обычая, соблюдать обычаи и традиции. И Ирмен тигән ир кеше ил-йорт йолаларын да йолалай белер, ололарҙы ололоҡлар, ата-бабаларының изге эшенә, оло тарихына аманат итеп ҡарар. Ғ. Хөсәйенов. Ҡыҙы таҡыяны бирмәйҙер был эштә, йолалап ултыра шаҡшы мөйөштә. М. Өмөтбаев.
ЙОЛАСА (Р: по обычаю; И.: after custom; T.: âdete göre) p.
Ҡабул ителгән йола буйынса. □ По обычаю. Туйҙы боронғо йоласа уткәреу. Йоласа ҡаршылау. Йоласа оҙатыу.
ЙОЛАСЫ (Р: приверженец каких-л. обычаев и обрядов; И.: one observing (abiding) traditions; T.: âdetlere uyan kimse) u.
Йоланы яҡшы белеп, ныҡ тотҡан кеше. □ Приверженец, сторонник каких-л. обычаев и обрядов; обрядчик. Ырыу йоласыһы.
■ [Р. Солтангәрәева:] Тәржемәгә бик һаҡ ҡарайым, тәржемәсе янында тел һәм әҙәбиәт белгесенең, йоласының, философтың булыуы шарт, минеңсә. «Башҡортостан», 6 декабрь
2011.
ЙОЛА ҺӨЙӘГЕ и. анат. диал. ҡар. умыртҡа. Йола һөйәге бағанаһы. Йола һөйәге һыныу.
ЙОЛАҺЫН КИЛТЕРЕҮ (йолаһын килтер-) (Р.: соблюдать обычай; И.: observe customs; T.: âdetlere uymak) ҡ.
Йоланы еренә еткереп башҡарыу, йола-лау. □ Соблюдать обычай. Йолаһын килтереп утәу. Йолаһын килтереп ҡаршы алыу.
ЙОЛА-ЫРЫМ (Р: обычаи и поверья; И.: customs and traditions; T.: âdet ve inanç) u. йыйн.
Йола һәм ырым. □ Обычаи и поверья. Туйҙы йола-ырымдар буйынса уткәреу. Йола-ырымдарға таянып эш итеу. Йола-ырымды белеу.
ЙОЛДОҘЛОҠ (йолдоҙлоғо) (Р: Млечный путь; И.: Milky Way; T.: Samanyolu) и. астр. диал.
(баш хәреф менән) Күк йөҙөндә аҡ юлаҡ булып күренгән алыҫ йондоҙҙар төркөмө; Ҡош юлы. □ Млечный путь. Йолдоҙлоҡ тураһында легендалар. Йолдоҙлоҡто куҙә-теу.
ЙОЛДОҘҺОҘ с. диал. ҡар. һөймәлекһеҙ. Йолдоҙһоҙ әҙәм. Ҡыҙы бигерәк йолдоҙһоҙ шул.
ЙОЛКАР и. диал. ҡар. йолҡҡос 3. Ҡуршем йолҡар булып сыҡты. Йолҡар әҙәм.
ЙОЛҠҠОЛАНЫУ (йолҡҡолан-) ҡ. төш. ҡар. йолҡҡолау 1—4. страд, от йолҡҡолау 1—4. ■ Тамъян иле тәртипһеҙ йолҡҡоланыу арҡаһында йылыһын юғалтҡан хайуан тиреһен хәтерләтә ине. К. Мәргән. Республикам, йолҡҡоланған йөрәк, ҡырғын уткән аҙмы ҡанатып. Р. Бикбаев.
ЙОЛҠҠОЛАТЫУ (йолҡҡолат-) ҡ. йөкм. ҡар. йолҡҡолау, понуд. от йолҡҡолау. Тамырынан йолҡҡолатты. Ул һунар эттәрен һөсләтеп, беҙҙең кәзәне йолҡҡолатты.
ЙОЛҠҠОЛАУ (йолҡҡола-) (Р: выдёргивать; И.: pluck out; T.: çekip çıkarmak) к.
1. Тартып өҙөү, күпләп йолҡоу. □ Выдёргивать, вырывать; выщипывать. Супте йолҡҡолау. Йолҡҡолап бөтөрөу. Сәсте йолҡҡолау. Ҡый йолҡҡолау. ■ Әле генә онотолоп торған ҡоторма ел, ҡапыл ғына ҡуҙғалып, ҡайын бөҙрәләренең алҡаларын йолҡҡоланы. Д. Бүләков. Теге тана торорға ынтылғайны, айыу уға ҡабат ташланды. Ҡысҡырғанымды бар тип тә белмәй, теге хайуанды йолҡҡолай. Н. Мусин. [Егет] ай барған, йыл барған, бара торғас, бер ерҙә уҫеп ултырған имәндәрҙе йолҡҡолап, икенсе ергә кусереп ултыртып йөрөусе кеше кургән, ти. Әкиәттән.
72