Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 71


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙОЛА
жиәхмәтов. Шул Ватан тиеп, башымды ватам. Уттарҙа янам, һыуҙарға батам, эштәрен уйлап, йоҡоһоҙ ятам. Р. Ғарипов.
ЙОҠОҺОҘЛОҠ (йоҡоһоҙлоғо) (Р: бессонница; И.: sleeplessness, insomnia; T.: uykusuzluk) и.
Йоҡоһоҙ (1) булған хәл. □ Бессонница. Йоҡоһоҙлоҡтан интегеу. Йоҡоһоҙлоҡтан йонсоу. ■ Сәлимә, йоҡоһоҙлоҡтан талған куҙҙәрен әсәһенән йәшереу өсөн, көҙгөгә ҡараған булып, арты менән өйләнде һәм тәбиғи булмаған шат тауыш менән ҡысҡырып көлдө. 3. Биишева. Дежурный, йоҡоһоҙлоҡтан ҡыҙарған куҙҙәрен кутәреп, иң элек Хәлилгә, унан һуң уның юлдашы Па-велға ҡараны. Б. Дим. Интегеуҙәнме, йоҡоһоҙлоҡтанмы, [Бикбулат старшинаның] куҙҙәренә ҡан һауған, ҡабаҡтары шеш. Ғ. Хөсәйенов.
ЙОҠО ҺҮТЕҮ (йоҡо һүт-) (Р: спать долго; И.: oversleep; sleep like a log; T.: uzun uyumak) ҡ.
Ваҡытлы-ваҡытһыҙ оҙаҡ итеп йоҡлау. □ Спать (долго). Йоҡо һутергә ярата. ■ Фёдорычтың уты һунек, телевизор яҡтыһы ла былҡ-былҡ уйнаҡламай тәҙрәһендә. Йоҡлайҙыр, ғөмумән, ул йоҡоно һутә, хатта көндөҙ ҙә серем итә. С. Шәрипов.
ЙОҠТОРОУ (йоҡтор-) (Р: заражать; И.: infect; T.: bulaştırmak) ҡ.
1. Ауырыу эләктереү. □ Заражать кого, передавать болезнь кому, заносить инфекцию. // Заражение. Малға сир йоҡтороу. Грипп йоҡтороу. Бетсә йоҡтороу. Таҙ йоҡтороу. ■ [Әптерәш:] Туҙан куп, зарарлы. Ауырыу йоҡторорға мөмкин. Ғ. Хәйри. [Ирина Платоновнаның ире] тиф менән ауырыған ҡыҙылармеецтарҙы дауалағанда, ана шул ҡәһәрле сирҙе йоҡтороп, йәп-йәш көйө у леп ҡала. Ә. Хәкимов. Кемерово ҡалаһы табиптары аҡса аша ниндәй сирҙәр йоҡтороу ихтималлығын тикшергән. «Йәшлек», 21 июль
2009.
2. йөкм. ҡар. йоғоу 1. понуд. от йоғоу
1. Буяу йоҡтороу. Бысраҡ йоҡтороу. Ҡором йоҡтороу. ■ Ул [Рәмилә] баҙрап торған шыма, һутлы миләштәрҙе битенә тейҙереп
ала, әйтерһең, уларҙың ҡыҙыллығын уҙенә йоҡторорға теләй. Н. Мусин.
3. кусм. Ниндәйҙер һәнәр, ғәҙәт йәиһә характер һыҙатын, кәйефен икенсе кешегә күсереү, шундай йоғонтоға дусар итеү. □ Передавать. Кәйеф йоҡтороу. ■ Ул [йырсы], бөтә ғәмен йырға биреп, бик хисләнеп, мөкиббән китеп йырлай, уҙенең илһамланырын башҡа һалдаттарға ла йоҡтора. Д. Юлтый. [Һолтанбай:]Был бит тормошҡа ныҡлап аяҡ баҫмаҫ борон уҡ бала куңеленә боҙоҡлоҡ йоҡтороуға тиң. Н. Мусин. Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙарҙың заманса йәшәуҙе лә, тиң хоҡуҡлы булыуҙы ла, азат рухлылыҡты ла икенсе төрлө аңлауы, холоҡтарына ят ҡылыҡтарҙы тиҙ йоҡтороп алыуҙары һәм ғәҙәткә өйләндереп ебәреуҙәре борсолдора, әлбиттә. М. Бураҡаева.
ЙОҠТОРТОУ (йоҡторт-) ҡ. йөкм. ҡар. йоҡтороу, понуд. от йоҡтороу. Ауырыу йоҡтортоу. Таҙ йоҡтортоу. Ҡорсаңғы йоҡтортоу.
ЙОҠҺОҘ (Р: бедный; И.: poor; T.: yoksul) с. һөйл.
Мал йоҡмаған, байый алмаған. □ Бедный. Йоҡһоҙ ир. Йоҡһоҙ булыу.
ЙОҠҺОҘҘОРАУ (йоҡһоҙҙор-) (Р: вызывать тоску; И.: cause melancholy, depression; T.: hüzünlendirmek) ҡ. диал.
Һағыш уятып, бошондороу; юҡһындырыу. □ Вынуждать скучать, тосковать. Баланы сит яҡ йоҡһоҙҙора. Тыуған ил йоҡһоҙҙора.
ЙОЛА [дөйөм төрки йула\ (Р: обычай; И.: custom; T.: âdet) и.
Быуындан быуынға килеп, халыҡ араһында ҡағиҙәгә әйләнеп киткән эш-ҡылыҡ тәртибе; ғөрөф-ғәҙәт. □ Обычай, обряд; традиция. / Обрядовый. Ата-бабалар йолаһы. Балаға исем ҡушыу йолаһы. Мәйет ерләу йолаһы. Йолаға әйләнеу. Йоланы тотоу. Йола буйынса. ■ [Урал:] Батша тигән нәмәне, кеше һуйыр йоланы ишетеп тә, куреп тә, нисә йылдар йөрөп тә, һис бер ерҙә курмәнем, барлығын да белмәнем. «Урал батыр». Йола шулай, кем беренсе курә тәңкәләрҙе, шул бәхетле була. Д. Бүләков. Навалихин башҡорт турәләренә куп ҡатнашҡан. Был аймаҡтың бөтә ғәҙәтен, йолаһын белә. Т. Хәйбул-
71