Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 70


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

йоҡосол
йоҡосоноң башы ауырта. Әйтем. Йоҡосоға аш юҡ. Мәҡәл.
ЙОҠОСОЛ с. диал. ҡар. йоҡосо. ■ Суров һаман да һөйләр ине, ләкин йоҡосол Ковальчук ғырылдай башланы. А. Таһиров. Йоҡосол ялҡауҙарға рәхәттер инде. Таң атмаған, ҡояш сыҡмаған әле, тип ята бирәлер. Ғ. Ғүмәр.
ЙОҠО СӘҒӘТЕ (Р.: тихий час; И.: afternoon sleep; T: uyku saati) и.
Көндөң икенсе яртыһында ойошторолған ял ваҡыты. □ Тихий час. Балалар баҡсаһында төшкө аштан һуң йоҡо сәғәте була.
ЙОҠОТ с. диал. ҡар. һай. Йоҡот йылға. Йоҡот соҡор. Йоҡот ҡоҙоҡ.
ЙОҠО ТАМЫРЫ (Р.: сонная артерия; И.: carotid artery; T: şahdamar) и. анат.
Муйындың ике яғынан баш мейеһенә үткән йыуан ҡыҙыл ҡан тамыры. □ Сонная артерия. Йоҡо тамыры атеросклерозы. Йоҡо тамырына баҫырға ярамай.
ЙОҠО ТОҒО (Р: спальный мешок; И.: sleeping bag; T: uyku tulumu) и.
1. Ҡырға (урманға) походҡа сыҡҡанда йоҡлау йәки ял итеү өсөн тәғәйенләнгән ҡапсыҡ. □ Спальный мешок. Йоҡо тоғо һатып алыу. Йоҡо тоғонда йоҡлау. Йоҡо тоғон тағатыу.
2. кусм. ҡар. йоҡо мискәһе. Йоҡо тоғона әйләнеу. Йоҡоһонан айный алмай, йоҡо тоғо!
ЙОҠО ТУЙЫУ (йоҡо туй-) (Р: выспаться; И.: have a good sleep; T: uykusunu almak) ҡ.
Етерлек йоҡлап, ял итеп алыу. □ Выспаться, отсыпаться. ■ Зөлҡәрнәйҙең иптәштәре Зилскийҙан, Зөлҡәрнәйҙе, йоҡоһо туйғансы, эштән ҡалдырып тороуҙы һораһалар ҙа, Зилский «дуртәуҙән бишәу яҡшы» тип, уны ла тегеләр менән эшкә ебәрҙе. Ғ. Дәүләтшин. Йоҡоһо туйып, быуындарына көс ҡайтҡан егет, дымлы шинелен ҡырға атып, һикереп торҙо ла аптырап ҡалды. Ә. Хәкимов. Мәҙинә менән һөйләшә-сөкөрләшә сәй эсеу ҙә, йоҡоһо туйып кирелеп-һуҙылып уянған баланы ҡулына алыу ҙа [Хашимдың] куңелен йыуатманы. Т. Ғарипова. [Айбикә] шунан бирле көнө-төнө эштән бушамай, шул көндән бирле йунләп
йоҡоһо туйғаны, рәхәтләнеп ял иткәне юҡ. Һ. Дәүләтшина.
ЙОҠО ҮЛӘНЕ (Р: прострел; И: pasqueflower; T: rüzgârçiçeği) и. бот.
Лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ үлән. □ Прострел; сон-трава (лат. Pulsatilla). Йоҡо уләне йыйыу. Йоҡо уләнен киптереу.
ЙОҠО ФӘРЕШТӘҺЕ (Р: ангел сна; И.: angel of sleep; T: uyku meleği) и. миф.
Йоҡлаған саҡта һаҡлап торған фәрештә.
□ Ангел сна. ■ Йоҡо фәрештәһе ҡанатын ҡағып тора кеше йоҡлағанда. Экспедиция материалдарынан.
ЙОҠО ҺИМЕРТЕҮ (йоҡо һимерт-) (Р: спать много; И.: sleep much; T: uyumak) ҡ.
Ваҡытлы-ваҡытһыҙ оҙаҡ итеп йоҡлау.
□ Спать много, долго. Я [Камил — Риф-ҡәткә:] Йоҡоно куп һимерттең шул, эй, һин, балыҡсы! Ф. Иҫәнғолов. Бөтә яҡшы нәмәләр таң алдынан эшләнә, ә Самат шундай бәхетле ваҡытты йоҡо һимертеп уткәрә. Ә. Бикчәнтәев. Ата-әсәһе эшкә киткән, ә был [Хәлит] һаман йоҡо һимертә. Н. Ғәйетбаев. [Индрил:] Бик әсегеҙ бошһа, ятып йоҡо һимертә тороғоҙ. Д. Юлтый.
ЙОҠОҺОҘ I (Р: бессонный; И.: sleepless; T.: uykusuz) с.
1. Йоҡламай үткәргән. □ Бессонный. Йоҡоһоҙ төндәр бик оҙон тойола. ■ Үкенеу-ҙәр, утенеуҙәр — бала өсөн, йоҡоһоҙ төн, тынғыһыҙ көн — бала өсөн. Картотека фондынан. Хыял донъяһында уткәргән йоҡоһоҙ төндәр, куҙ йәштәре, икеләнеуҙәр һәм хаталаныуҙар... Барыһын да уҙ башынан уткәрҙе Илгенә. «Шоңҡар», № 11, 2010.
2. Йоҡоға бирелмәгән, йоҡо хәлендә булмаған. □ Бессонный, не сонный, не в состоянии сна. Йоҡоһоҙ кеше. Йоҡоһоҙ бала. ■ Тик яҡында, ҡуйы таллыҡта, йоҡоһоҙ ҡоштар ғына сутылдаша, тарбаҡ имән ҡыуышында супай ыңғыраша. 3. Биишева.
ЙОҠОҺОҘ II (Р: без сна; И.: without sleep; T.: uykusuz) 79.
■ Йоҡламайынса. □ Без сна. И Бер нисэ йоҡоһоҙ уткәргән төндән һуң ҡыҙҙың биттәре янды, куҙ алдына томан төштө. Ш. Ха-
70