йоҡосо
ЙОҠОМҺОРАП ЯТЫУ (йоҡомһорап ят-) (Р.: дремать; И.: doze; T.: uyuklamak) ҡ.
Ярым йоҡоло хәлдә ятыу. □ Лежать в дремотном состоянии; дремать. Төн уртаһына тиклем йоҡомһорап ятыу. ■ Йоҡомһорап ятҡан Көҙрәтҡол тумарлығын тартай тауышы уятты, Һаҡмар туғайында бүҙәнә ҡысҡырҙы. И. Ноғоманов.
ЙОҠОМҺОРАТЫУ (йоҡомһорат-) (Р.: клонить ко сну; И.: make sleepy; T.: uyku basmak) ҡ.
1. Йоҡоно килтереү. □ Клонить ко сну нагонять сон, дремоту. Ямғырлы көн йоҡомһората. Кыҙыҡ булмаған китап йоҡомһората.
2. эйһ. ф. ҡар. йоҡомһорау. Йоҡомһоратып китеу. Йоҡомһората башлау. Кискә табан йоҡомһората. ■ Яҙын иммунитет бер аҙ ҡаҡшағандай була. Тиҙ арыта, йоҡомһората, тән кибә, дөйөм хәлһеҙлек барлыҡҡа килә. «Башҡортостан ҡыҙы», № 4,
2012. Кәмәсығышта ултырам, балыҡ ҡапмай. Минең ҡармағымды уйнатып, селәүен ала ла ҡасалар. Бына бер заман йоҡомһората башланы. «Башҡортостан», 28 июль 2010.
ЙОҠОМҺОРАУ (йоҡомһора-) (Р: дремать; И.: doze; T.: uyuklamak) ҡ.
Йоҡо килә башлау, ярым йоҡоло хәлдә булыу. □ Дремать, задремать, навевать дремоту. // Дремота, дрёма, полусон. Йоҡомһорап ултырыу. Йоҡомһорап китеу. ■ [Байгилде] кис дәртләнеп ҡайта, иртән, балтаһы һыуға төшкән утынсы һымаҡ, кабинала йоҡомһорап килә. Д. Бүләков. Йоҡомһорап ултырған Ишҡужа имамдың ҡатындары, күмәк уландары, ҡыҙҙары, килендәре менән кейәүҙәре лә, түҙемһеҙлектәренең сигенә етеп, ҡыуыштарына табан ыңғайланы. Я. Хамматов.
ЙОҠОМҺОРАУЛЫ (Р: сонный; И.: sleepy; T.: uykulu) с.
Йоҡо баҫҡан, йоҡоло. □ Сонный. Йо-ҡомһораулы күҙҙәр менән ҡарау.
ЙОҠОНАН УЯНЫУ (йоҡонан уян-) (Р: просыпаться; И.: wake up; T.: uyanmak) ҡ.
1. Йоҡо хәленән арыныу, уяу хәлгә инеү. □ Просыпаться (ото сна). ■ Кәрим, йоҡонан уянған кеше кеүек, күҙен бер нисә
ҡат сылт-сылт йомғоланы. Б. Хәсән. Шунан һуң [Миңлеямал] аш өҫтәле эргәһенә килеп, балаларының йоҡонан уяныуҙарын көтөп ҡалды. Ғ. Дәүләтшин. Ғабдулла йоҡонан уянғанда, өләсәһе өйҙә юҡ ине. М. Кәрим.
2. кусм. Тыныс хәлдән арынып, хәрәкәткә килеү, йәнләнеү. □ Пробуждаться. Бар тәбиғәт йоҡонан уянған. Әтәс тауыштары ишетелә, ауыл яйлап йоҡонан уяна.
3. кусм. Әүҙем хәрәкәткә күсеү, әүҙем эшкә керешеү. □ Просыпаться (переходить к активным действиям). ■ [Бүкәншин иптәш:] — һин ниңә артта бараһың? Алда түгелһең ниңә?.. Давай, йоҡоңдан уян! Рәтләмәһәң эште бөгөн, тотоп бюроға ҡуям! Р. Ниғмәти.
ЙОҠО ОСОРҒОС (Р: отгоняющий сон; И.: driving sleep off; T: uyku kaçıran) с.
Йоҡоға булған теләкте бөтөрә торған. □ Отгоняющий сон. Йоҡо осорғос тауыш. ■ Ғилман, шәм дә тоҡандырып тормай, сисенеп ятты, насар, йоҡо осорғос уйҙарҙан ҡотолоу өсөн, Зөбәржәтте күҙ алдына килтерергә, уның әйткән һүҙҙәрен хәтерләргә тырышты. Н. Мусин.
ЙОҠО ОСОУ (йоҡо ос-) ҡ. ҡар. йоҡо асылыу. ■ Әҙәм башына бер уй килдеме, йоҡоһо оса инде уның. К. Мәргән. [Барсынбикә:] Олоғайһаң, йоҡо оса, тигәндәре шулдыр. Т. Ғарипова. Үҙ уйҙарынан ҡото алынып, йөрәге урынынан ҡупҡан Гөлзифаның бөтөнләй йоҡоһо осто. И. Ноғоманов.
ЙОҠОСАН с. диал. ҡар. йоҡосо. Йоҡосан кеше. • Дәртһеҙ егет йоҡосан булъ/ү». Мәҡәл. Йоҡосан кеше бәхетһеҙ булыр. Мәҡәл.
ЙОҠОСО I (Р: любящий поспать; И.: oscitant, sleepyhead; T: uykucu) c.
Йоҡларға яратҡан. □ Любящий поспать. Йоҡосо бала. □ Жандармдар, тәҙрәнән йоҡосо байҙың үҙен күреп, дер ҡалтырап тора. Р. Камал.
ЙОҠОСО II (Р: соня; И.: oscitant; Т: uykucu) и.
Йоҡо яратҡан, йоҡоға әүәҫ кеше. □ Любитель поспать; соня. □ Төнлөктәргә һыймаған төтөн йоҡосоларҙы ла һәндерәнән ҡыуып төшөрҙө. Б. Рафиҡов. • Ялҡауҙың эсе,
69