Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 68


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙОҠО ҠАСЫУ
ҡала. ■ Төндәр буйы йоҡом ҡалды, кутәреп ҡулдарым талды. Был ни ғәжәп, был ни хайран — бала өсөн әсә тынмай. Халыҡ ижадынан.
ЙОҠО ҠАСЫУ (йоҡо ҡас-) ҡ. ҡар. йоҡо асылыу. ■ [Борамсы:] Кәләшец юғалһа, йоҡо ҡаса ул! К. Мәргән. Тәмәке тартмай тартыуын, тик был рәуешле ҡалғып барғансы, әҙерәк йоҡо ҡасмаҫмы, тигәйне ул [Рамазан]. Ә. Хәкимов. Татаныц куҙенән йоҡо ҡасты. Ә. Хәкимов. Ҡаты орош булыр. .. Куҙҙәрҙән йоҡо ҡасты. Ғ. Ибраһимов.
ЙОҠОҠЛАУ (йоҡоҡла-) ҡ. диал. ҡар. сиҡаҡлау. ■ Йоҡоҡлаһаң әуәле, кемдең ни-мәһен урлап ашаныц, ти торғайнылар. Экспедиция материалдарынан.
ЙОҠОЛО (Р.: сонный; И.: sleepy; T.: uykulu) с.
Йоҡо баҫҡан, йоҡоһо туймаған, йоҡонан арына алмаған. □ Сонный, заспанный. Йоҡоло куҙҙәр менән ҡараныу. Йоҡоло тауыш менән. ■ Үҙемдең ҡайҙа икәнемде онотоп, йоҡоло куҙҙәрем менән тирә-яғыма ҡарандым. Н. Мусин. Тауышҡа йоҡоло куҙ менән Алма сыға. М. Буранғолов. Ләукегән иҫтәлектәрҙән, уйланыуҙарҙан тамам талығып, ул [Сергей], яртылаш уяу, яртылаш йоҡоло килеш, икенсе яғына әйләнеп ятты. И. Абдуллин. [Ҡаҙҙар] муйындарын кәкрәйтешеп, йоҡоло тауыш менән уҙ-ара ҡыйҡылдашҡандан һуң, һыуға төштөләр. С. Агиш.
ЙОҠОЛОҠ I (йоҡолоғо) (Р.: поджелудочная железа; И.: pancreas; T.: uykuluk) и. анат.
Малдың ҡарынына йәбешеп торған бер биҙ. □ Поджелудочная железа (у домашнего скота). Йоҡолоҡто ҡырҡып ташлау. Йоҡолоҡ шешеуе.
ЙОҠОЛОҠ II (йоҡолоғо) (Р: сонная железа; И.: carotid artery; T.: uykuluk) и. анат. диал.
Йоҡо биҙе. □ Сонная железа. Йоҡолоғом ауырта.
ЙОҠОЛОҠ III (йоҡолоғо) (Р: перхоть (на голове грудного ребёнка); И.: baby dandruff; T.: uykuluk) и. диал.
Яңы тыуған бала башындағы ҡауаҡ.
□ Перхоть, корочка (на голове грудного ребёнка). Баланың йоҡолоғон таҙартыу.
ЙОҠОЛО-УЯУЛЫ I (Р: полусонный; И.: half asleep; T.: yarı uykulu) c.
Ярым йоҡоло. □ Полусонный. ■ Йоҡоло-уяулы һалдаттың һуҙгә һаран булмауы-нан файҙаланып, һөйләшә торғас, ул беҙҙе урынлаштырырға булды. А. Таһиров. Ашыҡ-бошоҡ атылып-бәрелеп керһәм, йә уятырмын, йә ҡурҡытырмын, йоҡоло-уяулы Ҡәрим ишетмәҫ тип, ул [Хәйерниса] ҡолағын ишеккә ҡуйҙы. «Башҡортостан ҡыҙы», № 8, 2010.
ЙОҠОЛО-УЯУЛЫ II р. ҡар. йоҡлар-йоҡламаҫ. Йоҡоло-уяулы ятыу. Йоҡоло-уяулы тыңлау. Йоҡоло-уяулы йөрөу.
ЙОҠОМҺОРАП АЛЫУ (йоҡомһорап ал-) (Р: вздремнуть; И.: have а пар; T: uyku kestirmek) ҡ.
Серем итеп алыу. □ Вздремнуть. Ашағандан һуң йоҡомһорап алыу. Бер аҙ йоҡомһорап алыу.
ЙОҠОМҺОРАП КИТЕҮ (йоҡомһорап кит-) (Р: задремать; И.: have a nap, doze; T.: içi geçmek) ҡ.
Ойоп китеү, йоҡоға иҙрәү. □ Задремать. ■ Эй, киткән был [бабай], эй, киткән, бер тау битләсенә барып еткән. Шунда ял итергә ултырған. Ултыра торғас, был йоҡомһорап киткән. Әкиәттән. Батырҡай хаҡлыҡ Гөлкәй яғында икәнен, үҙенең, ысынлап та, йоҡомһорап китеп, һуҙ айышын төшөнә алмай ҡалыуын уйлап ҡыҙарҙы. Й. Солтанов.
ЙОҠОМҺОРАП ТОРОУ (йоҡомһорап тор-) (Р: клонить ко сну; И.: feel sleepy; T.: uykulu olmak) ҡ.
1. Ойоп тороу, йоҡо баҫыу. □ Клонить ко сну, навевать дремоту. Ямғырҙың быҫҡаҡлап ярыуынанмылыр, бала йоҡомһорап тора. ■ Туҡлыҡ ләззәте баҫып, йоҡомһорап торған Ғимрандың ике куҙе маңлайына һикерҙе. Й. Солтанов.
2. кусм. Һүнеп тороу, һүрелеп тороу.
□ Остыть, потухать, угасать. ■ Һеркәләнде куңел сәскәләре, тумаланды орлоҡ ҡыяҡта. Һин инең бит йоҡомһорап торған хистәремде килеп уятҡан. Л. Ҡәйепова.
68