ЙОҠО ҠАЛЫУ
Бик ҡаты итеп йоҡлап китеү. □ Погрузиться в сон. Арып ҡайтып, йоҡоға батыу. ■ Аҡ түшәккә ятыпһың, йән йоҡоға батыпһыц, яныңа мин ҡайтыпмын, уян, Гөлйемешкәйем! Бәйеттән.
ЙОҠОҒА КИТЕҮ (йоҡоға кит-) (Р.: заснуть; И.: fall asleep; T.: uykuya dalmak) ҡ.
Йоҡо (1) хәленә инеү. □ Заснуть, уснуть, погрузиться в сон. ■ Өйҙәгеләр йоҡланы, шаулап йөрөүсе бөттө. Луиза менән Альберт та арып йоҡоға китте. Ғ. Сәләм. Вәхит ойоп йоҡоға китте. Ғ. Хәйри. [Ольга Ивановна] .. руль өҫтөнә Хәлил килтереп һалған бәләкәй мендәргә башын һалып, йоҡоға китте. Б. Дим.
ЙОҠОҒА ОЙОУ (йоҡоға ойо-) ҡ. ҡар. йоҡоға сумыу. Тирә-яҡ йоҡоға ойоно. Балалар йоҡоға ойонолар.
ЙОҠОҒА СУМЫУ (йоҡоға сум-) (Р.: заснуть; И.: fall asleep; T.: uykuya dalmak) ҡ.
1. Йоҡоға китеү, йоҡлау. □ Заснуть, уснуть, погрузиться в сон. Бала йоҡоға сумған. ■ [Баймораттың] малайы ла ҡайтты ла йоҡоға сумды. Ф. Янышев. Тевкилев үҙенең иҙрәп йоҡоға сумғанын да һиҙмәне. Ғ. Хөсәйенов.
2. Тынып ҡалыу. □ Затихать, утихать. // Затихание, утихание. Тирә-яҡ йоҡоға сумды. Ауыл төнгө йоҡоға сумған. ■ Ҡаланың заводтары .. үҙҙәренең көслө тауыштары менән тын һауаны ярып, кисәге арып-талып йоҡоға сумған ҡаланы уяттылар. Ғ. Дәүләтшин. Улар [сәскәләр] уның һайын баштарын эйә төшәләр, тағы ла ҡатыраҡ йоҡоға сумалар. И. Насыри.
ЙОҠОҒА ТАЛЫУ (йоҡоға тал-) ҡ. ҡар. йоҡоға сумыу. ■ Был урмандың иң өлкән, иң көслө, иң иҫәр йыртҡысы булған айыу ҙа әллә ҡасан уҡ ҡышҡы йоҡоға талған да, табанының майын һурып, тамаҡланып ята. Ғ. Дәүләтшин. Диңгеҙ берсә утлы өйөрмә булып күккә үрелгән, берсә тамуҡ утындай урғылған, тәрән йоҡоға талған. 3. Биишева. [Һуйырҙар] яҙғы ҡатҡыл ҡарҙы өс-дүрт метр өңөп инеп, шунда тыныслап йоҡоға талалар. Н. Мусин. [Баһау] ҡапҡа төбөндә туҡтап тәрән йоҡоға талған ауылды тыңланы. А. Таһиров.
ЙОҠОҒА ҺАЛЫШЫУ (йоҡоға һалыш-) (Р: спать много; И.: sleep much; T.: çok uyumak) ҡ.
Ваҡытлы-ваҡытһыҙ оҙаҡ итеп йоҡлау.
□ Спать много. Ялҡауланып йоҡоға һалышыу. Малай йоҡоға һалышты.
ЙОҠО ДАРЫУЫ (Р: снотворное; И.: hypnotic drug, sleeping pill; T: uyku ilacı) и. мед.
Йоҡо (1) килтерә торған дарыу. □ Снотворное. Йоҡо дарыуы эсеп ятыу. Йоҡо дарыуы һатып алыу. И Йоҡо дарыуы, тынысландырыусы төймәләр эсергә ашыҡмағыҙ. «Башҡортостан», 28 октябрь 2011.
ЙОҠО ДОҒАҺЫ (Р: заговор сна; И.: dream charm; T: uyku duası) и.
Йоҡо (1) алдынан уҡыла торған доға.
□ Заговор сна, молитва на сон грядущий. Йоҡо доғаһын уҡыу. ■ Өләсәйемдең йоҡо доғаһы тиҙ генә тынысландыра һәм йоҡлата. Экспедиция материалдарынан.
ЙОҠО КИЛЕҮ (йоҡо кил-) ҡ. ҡар. йоҡо баҫыу. Бала арыны, йоҡоһо килә башланы. Хәл юҡ, йоҡо килә. И Төн урталарында һалдаттың бик йоҡоһо килә башлаған. Әкиәттән. Бер көндө аталары йоҡлап бөтәләр, теге малайҙың, әллә ни эшләптер, һис тә йоҡоһо килмәй. Әкиәттән. Емештең дә, Сабираның да йоҡоһо килмәй. 3. Биишева.
ЙОҠО КҮЛДӘГЕ (Р: ночная сорочка; И.: nightgown; T.: gecelik) и.
Йоҡлағанда кейә торған күлдәк. □ Ночная сорочка, пижама. Йоҡо күлдәген кейеү. Йоҡо күлдәген йыуыу. Йоҡо күлдәге һатып алыу.
ЙОҠО КҮРМӘҮ (йоҡо күрмә-) (Р: не знать сна; И.: be up, awake; T: uyku görmemek) ҡ.
Бөтөнләй йоҡламау. □ Не знать сна, совсем не спать. Төндәрен йоҡо күрмәү. ■ Кешеләргә әйтер һүҙҙе эҙләп, йоҡо күрмәй күпме төн үтә. Бер ҡулығыҙ бишек бәүеткәндә, икенсеһе Ерҙе бәүетә. Р. Бикбаев.
ЙОҠО ҠАЛЫУ (йоҡо ҡал-) (Р: не выспаться; Н.: undersleep; T: uykusunu alamamak) ҡ.
Етерлек йоҡламау, йоҡо туймау. □ Не выспаться. Бала сабый саҡта һәр ата-әсәнең йоҡоһо ҡала инде ул. Эше арҡаһында йоҡоһо
з*
67