Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 66


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

йоҡо
сон. Тыныс йоҡла үлгән кешегә ҡарата әйтелә. □ Спи спокойно. ■ Тыныс йоҡла, Барсы... һин инде күптән үҙең дә йәшәмәйһең, миңә лә йәшәргә ирек бирмәйһең. Т. Ғарипова. Тыныс йоҡо йоҡо алдынан әйтелә торған теләк һүҙе. □ Спокойной ночи. ■ [Әсә:] Тыныс йоҡо, матурым минең. Н. Ғәйетбаев. [Йәғәфәр:] Ярай, тыныс йоҡо... Мин һеҙгә тағыла шылтыратырмын әле. Н. Мусин.
ЙОҠО II и. диал.
1. ҡар. йоҡолоҡ. Һуйған малдың йоҡоһон алырға кәрәк.
2. ҡар. йөлөн. Йоҡо бүҫере. Йоҡо шыйыҡсаһы.
ЙОҠО АЛМАУ (йоҡо алма-) ҡ. ҡар. йоҡо асылыу. Күҙҙәрҙе йоҡо алмай. ■ Башлыҡты ла был төндө бик оҙаҡ йоҡо алманы. М. Кәрим.
ЙОҠО АЛЫУ (йоҡо ал-) ҡ. ҡар. йоҡо баҫыу. Күҙҙәрҙе йоҡо ала бара. Төштән һуң йоҡо ала башланы.
ЙОҠО АРАЛАШ (Р.: сквозь сон; И.: in half dream; T.: uyku sersemliğiyle) 72.
Йоҡо (1) менән он араһында, йоҡлар-йоҡламаҫ. □ Сквозь сон, спросонья. В Каты йоҡо аралаш ниндәйҙер туҡ-туҡ иткән тауыш Сурағолдоң ҡолағына салына. Т. Хәйбуллин. Аяғы һыҙлаймы икән, тип уйлайым йоҡо аралаш, уны [атайымды] йәлләп. Н. Мусин. Мифтахетдин ҡайҙа ятыуын, кемдәрҙеңдер ҡысҡырышыуын йоҡо аралаш ишетеп бер ни аңламаны. Я. Хамматов.
ЙОҠО АРТЕРИЯҺЫ и. анат. ҡар. йоҡо тамыры. Йоҡо артерияһы сирҙәре. Эске йоҡо артерияһы. Тышҡы йоҡо артерияһы.
ЙОҠО АСЫЛЫУ (йоҡо асыл-) (Р.: терять сон; И.: lose sleep; T.: uyku açılmak) ҡ.
Йоҡоға булған теләк бөтөү. □ Терять сон, сон не идёт. П Хәйриҙең йоҡоһо тағы асылды, ул бошонған һымаҡ икенсе яҡҡа боролоп ятты. А. Таһиров. Тәгәрмәстәр күҙ эйәртмәҫ әйләнде — йоҡом һыпырып алғандай асылды ла китте. Й. Солтанов.
ЙОҠО АУЫРЫУЫ (Р: сонная болезнь; И.: sleeping sickness, trypanosomiasis; T: uyku hastalığı) и. мед.
Тропик Африкала биҙгәк тотоу, йыш баш ауыртыу, психика боҙолоу, ныҡ йоҡо ки
леү менән ҡылыҡһырланған йоғошло ауырыу. □ Сонная болезнь. Йоҡо ауырыуы эләктереү. Йоҡо ауырыуынан интегеү.
ЙОҠО БАБАЙ (Р: дух сна; И.: spirit of sleep; T: uyku ruhu) и. миф.
Башҡорт мифологияһында йоҡо эйәһе.
□ Дух сна. Йоҡо бабай килә. Йоҡо бабайҙы саҡырыу.
ЙОҠО БАҘАРЫНА КИТЕҮ (йоҡо баҙарына кит-) (Р: уснуть; И.: fall asleep; T: uykuya dalmak) ҡ.
Йоҡоға китеү, йоҡлап китеү. □ Уснуть, заснуть. Бала йоҡо баҙарына китте.
■ Минең менән килгән Хәким, ауыл клубында булып ҡайтҡас, бер аҙ беҙҙе тыңлап ятты ла йоҡо баҙарына киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Картотека фондынан.
ЙОҠО БАҪЫУ (йоҡо баҫ-) (Р: клонить ко сну; И.: feel, be sleepy; T: uyku basmak) ҡ.
Ныҡ йоҡо килеү, ауырайтыу. □ Клонить ко сну, сморить. // Сонливость. И [Сабира апай] бик тә йоҡо баҫып барғас, саҡ ҡына күҙемде алдап алайым тип, урынға барып ятты. Ә. Вахитов. Тик урам буйында, ҡышлаҡ ситендә йөрогән һаҡсылар ғына йоҡо баҫҡан күҙҙәре менән тирә-яҡты байҡайҙар. Б. Хәсән. Бүтәндәре һиҙҙеме-юҡмы, шулай ҙа оло мосафир күҙен йоҡо баҫҡансы онотманы ҡуйынында ҙур бысаҡлы бишмәтен янына һалырға. Ғ. Хөсәйенов.
ЙОҠО БҮЛМӘҺЕ (Р: спальня; И.: bedroom; T: yatak odası) и.
Йоҡлау өсөн билдәләнгән махсус бүлмә.
□ Спальня. Йоҡо бүлмәһен йыйыштырыу.
■ Торлаҡтар түңәрәк формала, һәм унда фәҡәт йоҡо бүлмәһе генә бар. Н. Ғәйетбаев. Юлдыбай арлы-бирле генә ашаны ла йоҡо бүлмәһенә инеп китте. һ. Дәүләтшина.
ЙОҠО БҮҪЕҮ (йоҡо бүҫ-) (Р: дрыхнуть; И.: sleep it off; T: çok uyumak) ҡ. диал. һөйл.
Күп итеп йоҡлау, йоҡо һимертеү.
□ Дрыхнуть, спать много. Бала йоҡоно бүҫә генә. Йоҡоно көндөҙ бүҫкәс, төнөн ни эшләрһең?
ЙОҠОҒА БАТЫУ (йоҡоға бат-) (Р: погрузиться в сон; И.: fall asleep; T.: derin bir uykuya dalmak) и. диал.
66