йоҡо
3. кусм. Эшкә һүлпән, вайымһыҙ булыу; ғәмһеҙлек күрһәтеү. □ Спать на ходу. Йөрөгән ерҙә йоҡлау. • Йоҡлағандың өҫтөнә ҡар яуыр. Мәҡәл.
♦ Йән белмәй {йәки иҫһеҙ) йоҡлау бик ҡаты, һис бер нәмәне тоймай йоҡлау.
□ Спать крепко. ■ [Айбулат:] Рәхмәт, атай, йән белмәй йоҡланым. Ғ. Ибраһимов. Етем уҫмер ҡаҡ һикелә, буркенә башын һалып, ҡолас ташлап, йән белмәй йоҡлай ине. Ф. Иҫәнғолов.
ЙОҠЛАШЫУ (йоҡлаш-) ҡ. диал. ҡар. йоҡлау 1. Яҡшы ғына йоҡлаттығыҙмы? Йоҡлатып алыу.
ЙОҠЛОШ с. диал. ҡар. йоҡосо. Бесәй йоҡлош була. Йоҡлош бала. Йоҡлош килен.
ЙОҠМАЛЫ с. диал. ҡар. йоғошло. Йоҡмалы ауырыу. Йоҡмалы вирус. Йоҡмалы ауырыуҙарға ҡаршы тороу.
ЙОҠО I [дөйөм төрки уйу-\ (Р.: сон; И.: sleep; T.: uyku) и.
1. Билдәле бер ваҡыт араһында ҡабатланып торған һәм аң эшмәкәрлегенең тулыһынса йәки өлөшләтә туҡталып тороуы менән бәйләнешле физиологик яҡтан тыныслыҡ, организмдың ял итеү хәле.
□ Сон, дремота, дрёма. / Сонный; дремотный. Таңғы йоҡо. Йоҡо бирмәу. Йоҡо ҡасырыу. Йоҡонан уяныу. Йоҡо кермәу. ■ [Шулгән — Уралға:] Атамдар йоҡо ҡалдырып, көн дә икәу ҡайғырып, аяҡ-ҡулын талдырып, беҙҙе өйҙә ҡалдырып, йөрөмәҫ ине, һунар, тип. «Урал батыр». Тулған ай ҙа, иҫәпһеҙ-һанһыҙ йондоҙҙар ҙа, уның [Юлдаштың] тыныс йоҡоһона һоҡланып, таң атҡансы керпек тә ҡаҡмай ҡарап торҙолар. 3. Биишева. Әлукәйҙең ашы аш ту гел, йоҡоһо йоҡо тугел: гел ҡатынын уйлай, ти. Әкиәттән. © Ауырығанға йоҡо юҡ, курмәгәнгә ҡайғы юҡ. Мәҡәл. Бала көлкөгә туймаҫ, ялҡау йоҡоға туймаҫ. Мәҡәл. Балаң улһә, бер төнгө йоҡоң осор, ҡатының улһә, бер өйөрлө йылҡың сығыр. Мәҡәл. Еәйепленең йоҡоһо ҡасыр. Мәҡәл. Дәртле куҙҙе йоҡо алмаҫ. Мәҡәл. Йоҡлаған йоҡо тапҡан, йоҡламаған йылҡы тапҡан. Мәҡәл. Йоҡо балдан татлы. Мәҡәл. Йоҡо бесәйгә генә моң. Мәҡәл. Йоҡо менән улем тиң. Мәҡәл. Йоҡо тамаҡ туйҙырмай. Мәҡәл. Йоҡо һимертә,
аҡса тилертә. Мәҡәл. Йоҡо ялҡауҙы ярата. Мәҡәл. Йоҡо яҫтыҡ теләмәй. Мәҡәл. Йоҡоһо оҙондоң бәхете ҡыҫҡа. Мәҡәл. Куп йоҡо йөҙҙө һарғайтыр. Мәҡәл. Өлкәр ҡалҡһа, ҡолон һөткә, ҡол йоҡоға туя. Мәҡәл. Суп баҫҡан ер боҙолор, йоҡо баҫҡан ир боҙолор. Мәҡәл.
2. кусм. Тынлыҡ, һиллек. □ Сон, спячка; покой, тишина. Тәбиғәт ҡышҡы йоҡоға талған. ■ Ауыл ҡуйы һаҙлыҡ, тау-таш араһына йәшеренгән дә иркәләнеп тыныс йоҡоға сумған. Т. Хәйбуллин.
♦ Йоҡо мискәһе йоҡларға артыҡ яратҡан, ялҡауыраҡ кешегә ҡарата әрләү һүҙе итеп ҡулланыла. □ Соня, засоня. ■ [Ихсанбай:] Йоҡо мискәһе. Ашауҙан тугел, йоҡонан һимерә микән әллә был бисә заты? Т. Ғарипова. Йоҡо сүлмәге ҡар. йоҡо мискәһе. ■ [Егор Николаевич:] Куҙ алдында һарай һуттергэндәр, бына бурһыҡтар! Йоҡо сулмәктәре! 3. Ураҡсин. Кәләшем .. мине «йоҡо сулмәге» тип ирештерә-ирештерә көҙгө алдында сәсен тарай. Ш. Янбаев. [Лидия:] Ә Зәбиҙәкәй? Йоҡлай? Бына беҙ ниндәй йоҡо сулмәктәре! Ғ. Әмири. Йоҡо тоҡсайы ҡар. йоҡо мискәһе. ■ [Рабиға:] Беҙ барғансы уҡ клубта йөрөй ине инде ул. Беҙҙе, йоҡо тоҡсайҙары тип, ҡаршы алды. Ш. Бикҡол. Йоҡо төҫө (йәки йөҙө) күрмәү йоҡо эләкмәү. □ Не знать сна, совсем не спать. Уның йоҡо төҫө кургәне юҡ. Күҙгә йоҡо кермәү (йәки ҡунмау) йоҡлай алмау. □ Не смочь уснуть. Төнө буйы куҙгә йоҡо кермәне. ■ Был өмөтөмдөң дә аҡланмаҫына төшөнгәс, ятып ҡараным. Куҙгә әҫәр ҙә йоҡо ҡунмай. Н. Мусин. Уяндым да, ҡабат куҙемә йоҡо ҡунманы. Ш. Янбаев. <Күҙгә> йоҡо төйөлөү йоҡо килеү. □ Очень хотеть спать. ■ Шул саҡта ғына бик ныҡ арыуымды, бөтә тәнем ҡойолоп килеуен, куҙемә йоҡо тойолоу ен тойҙом. Н. Мусин. Ултыра торғас, казактың куҙенә йоҡо төйөлә башланы. М. Хужин. Йәнбикә генә, ҡартының хәтерен һаҡлапмы, әллә уҙенең олоғайған куҙҙәренә йоҡо төйөлмәгәнгәме, ҡарты янында мыштырлай ине. Ғ. Дәүләтшин. Бөгөн тағы таңға тиклем Хәйҙәрҙең куҙенә йоҡо төйөлмәне. Ф. Иҫәнғолов. Ҡош йоҡоһо әҙ йоҡлаған кешегә әйтелә. □ Чуткий
3- 1.0117.12
65