ЙОҠЛАР-ЙОҠЛАМАҪ
ЙОҠЛАР-ЙОҠЛАМАҪ (Р: в полудрёме; И.: drowsily; T.: yarı uyur yarı uyanık hal) р.
Уяулы-йоҡоло, йоҡо аралаш, ярым йоҡоло. □ В полудрёме, в полусонном (в дремотном) состоянии. Йоҡлар-йоҡламаҫ ятыу. И Ҡарт мейескә терәлеберәк, оҙон һикелә йоҡлар-йоҡламаҫ ята ине. М. Хужин. [Әхәт] ошолай этләнә-этләнә, йоҡлар-йоҡламаҫ ултыра торғас, икенсе дәрес тә бөтөп ҡуйҙы. Картотека фондынан.
ЙОҠЛАТҠЫС (Р: снотворный; И.: soporific; T.: uyutucu) с.
1. Йоҡлата, йоҡо килтерә торған (дарыу һ. б. тураһында). □ Снотворный; усыпительный. Йоҡлатҡыс дарыу. Йоҡлатҡыс онтаҡ. Йоҡлатҡыс үлән.
2. Йоҡо килтергес, эс бошорғос. □ Усыпляющий; скучный, неинтересный. Йоҡлатҡыс көн. Йоҡлатҡыс лекция. Йоҡлатҡыс филъм ҡарау.
ЙОҠЛАТЫЛЫУ (йоклатыл-) ҡ. төш. ҡар. йоҡлатыу, страд, от йоҡлатыу. ■ Йәш балалар юҡ-барҙы ишетмәһен өсөн күптән йоҡлатылған. С. Агиш. Үҙе [Кәбир], ирекһеҙҙән, дарыуҙар менән йоҡлатылған кеше һымаҡ, тағы ла уйға, тағы ла ҡатыраҡ уйға сумды. Б. Ишемғол.
ЙОҠЛАТЫУ (йоҡлат-) (Р: усыплять; И.: lull to sleep; T.: uyutmak) ҡ.
1. Йоҡоға ебәреү, йоҡоға талдырыу. □ Усыплять, укладывать спать; убаюкать, укачивать. // Убаюкивание, укачивание. Баланы йоҡлатыу. Бәүетеп йоҡлатыу. ■ Юлдыбай ишек тауышына уянған малайын барып һөйҙө лә уның сәңгелдәген аҡрын ғына һелкетеп йоҡлатты. Һ. Дәүләтшина. Бу-раншаның ҡатыны уны [Аҙнағолдо] Зөлхи-зәһендәй яҡын күрә. Бергә ашата, бергә йоҡлата, бергә йыуындыра тигәндәй. 3. Биишева.
2. Йоҡларға ирек биреү. □ Давать спать. ■ Тегеләрҙең [милиционерҙарҙың] закон үҙҙәре янында, бының ҡыҙыуын баҫып алдылар ҙа бер кис йоҡлатып ҡайтарҙылар, артынса эшенә хат ебәрҙеләр. Р. Солтангәрәев. Салауат, ит бешкәнсе лә, ит ашалғас та, көн яҡтырғансы бер генә ҡыҙылармеецты ла йоҡлатманы. А. Таһиров. [Карт:] һеҙ бөрсә
юҡ тигәйнегеҙ, бында ғына түгел, сарҙаҡта ла бар икән. Ярай әле өйҙә ятмағанмын: бөтөнләй йоҡлатмаҫтар ине! Әкиәттән.
3. Ниндәйҙер сара менән йоҡларға мәжбүр итеү. □ Усыплять. Наркоз менән йоҡлатыу. Гипноз менән йоҡлатыу. Дарыу эсереп йоҡлатыу.
ЙОҠЛАУ (йоҡла-) [боронғо төрки уйу-} (Р: спать; И.: sleep; T: uyumak) ҡ.
1. Йоҡо хәлендә булыу, йоҡоға китеү. □ Спать, засыпать. // Засыпание. Үлек кеүек йоҡлау, һаҡ йоҡлау. Йоҡо туйғансы йоҡлау. Йоҡлап ятыу. Йоҡларға һалыу. Аяҡ өҫтө йоҡлау. ■ Ай киткән, ти [Шүлгән], йыл киткән, күп йылға, тауҙар үткән. Кайҙа ғына төн булһа, шунда ятып йоҡлаған. «Урал батыр». Хужа ҡатын аш өйө яғында күптән йоҡлағайны инде, йәштәрҙең ҡайтыуын тойманы. Б. Бикбай. Батша ҡыҙы балдаҡты ебәк еп менән бармағына бәйләгән дә ауыҙына ҡабып йоҡлаған, ти. Әкиәттән. Йөҙ илле лә керпек күҙен йомоп, йоҡлаймы икән Фатимам төш күреп? Халыҡ йырынан. © Атҡа ышанып, арбала йоҡлама, аҙаштырһа, үпкәһе үҙеңә. Мәҡәл. Егет булһаң, йоҡлап ятма. Мәҡәл. Иген эше кинәнес — эшләй белеп эшләһәң, иген эше көйөнөс — ялҡауланып йоҡлаһаң. Мәҡәл. Йылан йоҡлар, дошман йоҡламаҫ. Мәҡәл. Йәйәүле ҡунаҡ тыныс йоҡлар. Мәҡәл. Көн күрмәҫ көндөҙ йоҡлар, кис торор. Мәҡәл. Сит өйҙөң түшәгендә йоҡлағансы, үҙ өйөңдөң иҙәнендә йоҡла. Мәҡәл. Таң йоҡоһон йоҡлаған — бәхетен йоҡлаған. Мәҡәл. Ялҡау ултырып йоҡлай, ятып эшләй. Мәҡәл.
2. күсм. Тынлыҡ урынлашыу, тынып ҡалыу. □ Спать, успокоиться. Ауыл йоҡлай. Урман йоҡлай. ■ Күм-күк томан ҡосағына сумып, ҡыҙ балалай, йоҡлай ҡайындар. Р. Ғарипов. Яҡ-яғымда киң ялан йоҡлап ята тып-тын ғына. Ш. Бабич. Караңғы төшөп, бөтә ауыл йоҡлағас, бына шулай балыҡҡа китеүҙән ниндәйҙер ләззәт таба инем мин. Н. Мусин. Етте көткән йәмле яҙ ҙа, ҡар ирей, һыу яр баҫа, ҡыш буйы тын йоҡлаған ҡыр уяна, аҡ нур таша. Д. Юлтый. Төн уртаһы инде. Кала йоҡлай, һаҡсы булып йөрөй яңғыҙ ай. Р. Ниғмәти.
64