Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 252


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАРАҠАЛПАҠ
аймағынан сығыу. Ҡара ҡалмаҡ аймағы башҡорто.
ҠАРАҠАЛПАҠ (ҡараҡалпағы) (Р.: название родовых подразделений башкир; И.: name of Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Монаш, үҫәргән ырыуҙарына ҡараған башҡорт аймаҡтарының исеме. □ Каракалпак (название родовых подразделений башкир). Ҡараҡалпаҡ аймағы башҡорто. Ҡараҡалпаҡ аймағынан сығыу. Ҡараҡалпаҡ аймағынан булыу.
ҠАРА ҠАМЫШ (Р.: осока лисья; И.: sedge species; T.: hasirotu) и. бот.
Ҡыҫҡа тамырлы ҡыяҡ япраҡлы күрәндәр ғаиләһенә ҡараған үҫемлек. □ Осока лисья (лат. Carex vulpina). Ҡара ҡамыш бейек тауҙарҙа, шулай уҡ далаларҙа ла осрай. Бында купләп ҡара ҡамыш уҫә. Ҡара ҡамыш екәне.
ҠАРАҠ АН и. бот. диал. ҡар. ҡараған III,
1. Ҡаракан ашап ағыуланыу. Ҡараҡан ашап ҡуймағыҙ. Ағыулы ҡараҡан.
ҠАРА ҠАРАҒАТ (Р: чёрная смородина; И.: black current; T.: siyah frenküzümii) и. бот.
1. Һыу буйҙарында һәм баҡсала үҫә торған ваҡ ҡына әскелтем ҡара емешле ҡыуаҡ. □ Чёрная смородина (лат. Ribes nigrum). Ҡара ҡарағат ҡыуағы. Ҡара ҡарағат уҫтереу. Ҡара ҡарағат япрағы.
2. Шул ҡыуаҡтың ашарға яраҡлы емеше. □ Чёрная смородина (плод). Ҡара ҡарағат ашау. Ҡара ҡарағат бешкән. Ҡара ҡарағат ҡайнатмаһы. Ш Ҡыҙыл, ҡара ҡарағат компоты ғаиләмдә иң яратҡандарҙан. «Торатау», 12 июль 2012.
ҠАРА ҠАРҒА (Р: грач; И.: rook; T.: ekin kargası) и. зоол.
Ҡоҙғондар ғаиләһенә ҡараған йылтыр сөм ҡара төҫтәге күсмә ҡош. □ Грач (лат. Corvus frugilegus). М Һәм һурәттән ҡапыл яҙ бөркөлдө, һөрән һалды ҡара ҡарғалар. Р. Ғарипов. Ҡара ҡарғалар тура ояға килһә — берҙәм яҙға. һынамыш. Ҡара ҡарғалар һәм һабан турғайҙары иртә килһә — йылы яҙға. һынамыш.
ҠАРА ҠАРЛУҒАС (Р: стриж; И.: swift; T.: sağan) и. зоол.
Ҡыйғас ҡара ҡанатлы, аса ҡойроҡло, бик етеҙ оса торған ҡош. □ Стриж (лат. Apus apus). Ҡара ҡарлуғастар оса. Ҡара ҡарлуғас ояһы. ■ Унда [Ологулдә] йыл әйләнәһенә балыҡ тоталар, өҫтәуенә, йәйҙәрен ул аҡсарлаҡтарҙың, өйрәк-ҡаҙҙарҙың да тамағын туйҙыра, текә ярҙарында ҡара ҡарлуғастарға ла төйәк бирә. «Ағиҙел», №4,2012.
ҠАРА-ҠАРШЫ I (Р: противостоящий; И.: opposite; T.: karşıt) с.
Береһенә икенсеһе ҡаршылаш, бер-береһенә ҡаршы. □ Противостоящий, находящийся друг против друга. Ике ҡара-ҡаршы ғәскәр. Ҡара-ҡаршы яҡтар. • Байрам ашы ҡара-ҡаршы. Әйтем.
ҠАРА-ҠАРШЫ II (Р: друг против друга; И.: towards, agaist; T.: karşıt) р.
Бер-береһенә ҡарап, бер-береһенең тапҡырында. □ Друг против друга, лицом к лицу, навстречу. Ҡара-ҡаршы килеу. Ҡара-ҡаршы ултырыу. Ҡара-ҡаршы осрашыу. ■ Пароходтың арт яғында бер нисә егет-ҡыҙ ҡара-ҡаршы ултырғандар, уҙҙәре көнбағыш яралар, бер-береһенә ымлашып көлөшәләр. М. Тажи.
ҠАРА-ҠАРШЫ ЙЫРЛАУ (ҡара-ҡаршы йырла-) (Р: состязаться в пении; И.: rivel in singing; T: beraber şarkı söylemek) ҡ.
Бер-береңә яуап итешеп йырлау. □ Состязаться в пении. // Состязание в пении. Ҡара-ҡаршы йырлау йолаһы. Сәсәндәр йыл да ҡара-ҡаршы йырлайҙар. Ҡара-ҡаршы йырлап куңел асыу.
ҠАРА-ҠАРШЫ ӨЙ (Р: два дома, соединённые сенями; И.: joined houses; T: ikili ev) u.
Соланы уртала булған ике яҡлы өй. □ Два дома, соединённые сенями. Ҡара-ҡаршы өй һалдым. Борон байҙарҙа ҡара-ҡаршы өйҙәр булған. Ҡара-ҡаршы өйҙә йәшәйҙәр.
ҠАРА-ҠАРШЫ САҠЫРЫШЫУ (ҡара-ҡаршы саҡырыш-) (Р: приглашать друг друга в гости; И.: visit each other; T.: misafirliğe davet etmek) ҡ.
252