Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 297


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАРТ
Sumia ulula). ■ [Ҡарсыға ябалаҡ] аралаш һәм ылыҫлы урмандарҙа йәшәй. Ваҡ ҡоштар, сысҡандар менән туҡлана. Э. Ишбирҙин.
ҠАРСЫҠ (ҡарсығы) (Р.: старушка; И.: old girl; T.: ihtiyar kadın) и. диал.
1. Оло йәштәге ҡатын кеше; әбей. □ Старушка. ■ Насир ... әбейгә эре шаҡмаҡлы шәкәр, сәй, көмөш аҡсалар һондо, ҡарсыҡ сәй-шәкәрен генә алды ла аҡсаһын кире ҡайтарҙы. 3. Ураҡсин. Юрау өсөн Тамъян иленә ҡайҙандыр Сулман яғынан килеп аҙашып тороп ҡалған бағымсы ҡарсыҡ саҡырылды. К. Мәргән. • Ҡарт бар өйҙә ҡот бар, ҡарсыҡ бар ерҙә орсоҡ бар. Мәҡәл. Яҡшы ҡарсыҡ — өй ҡаҙнаһы, яҡшы ҡатын — донъя тотҡаһы. Мәҡәл.
2. Оло йәштәге ҡатын кешенең исеменә ҡушып әйтелә. □ Старуха (употребляется вместе с именем пожилой женщины). Мәхмүзә ҡарсыҡ.
3. Ир кешенең үҙ ҡатынына өндәшеү һүҙе. □ Слово-обращение мужа к жене. ■ [Шаһиморат:] Бир әле, ҡарсыҡ, иләгеңде яңыртып, ситләп бирәйем, юҡһа, туҙа башлаған шай. 3. Биишева.
ҠАРСЫҠ-ҠОРСОҠ (ҡарсыҡ-ҡорсо-ғо) (Р: старухи; И.: elderly women; T.: ihtiyar kadınlar) и. йыйн.
Оло йәштәге күмәк ҡатын-ҡыҙ; әбей-һәбей. □ Старухи. Урамда ҡарсыҡ-ҡорсоҡ йыйылған. Ҡарсыҡ-ҡорсоҡ сөкөрләшеп сәй эсә. ■ Ҡарсыҡ-ҡорсоҡ ҡына, үҙлегенән килеп сыҡҡан йыйылыш бөтөү менән, ҡайтып ҡаҙан аҫырға, мейес яғырға ашыҡты. Ә. Хәкимов.
ҠАРСЫҠТАРСА (Р.: по-старушечьи; И.: old women like; T.: ihtiyar kadınlar gibi) p.
Ҡарсыҡтарға хас булғанса, ҡарсыҡтар кеүек. □ По-старушечьи. Ҡарсыктарса һөйләшеү. Ҡарсыктарса кейенеү. Ҡарсыктарса йөрөү. ■ [Ғәзизә] яулығын да ҡарсыктарса ябынған. Быуындары һыҙлай, ахыры, атлап килештәре ауыр. Картотека фондынан.
ҠАРСӘЙ и. диал. ҡар. өләсәй. Ҡарсәй еләне. Ҡарсәй күлдәге. Ҡарсәй васыяты. Ҡарсәй иҫтәлеге. Ҡарсәй әкиәттәре.
ҠАРСӘЙНЕК (ҡарсәйнеге) (Р: чугунный чайник; И.: cast-iron kettle; T.: dökme demirden çaydanlık) и. диал.
Суйын сәйгүн. □ Чугунный чайник. Ҡар-сәйнеккә һыу һалыу. Ҡарсәйнекте ҡайнатыу. Ҡарсәйнек һатып алыу.
ҠАРСӘСКӘ и. бот. диал. ҡар. умырзая. Ҡарсәскәләр яланы. Ҡарсәскәләр сыҡҡан мәл. Һары ҡарсәскә. Күк ҡарсәскә.
ҠАРҪАУ (Р: бедный; И.: poor; T.: yoksul) с. диал.
Мохтажлыҡта йәшәгән, ярлы. □ Бедный. Ҡарҫау кеше. Ҡарҫау булыу. Ҡарҫау кешеләр күбәйеүе күҙәтелә.
ҠАРТ I (Р: старый; И.: old; T.: ihtiyar) с.
1. Оҙаҡ йәшәгән, оло; киреһе — йәш. □ Старый, пожилой. ■ Өршәк аръяғындағы ҡарт тирәк ботағына шөкәтһеҙ ҡарға ояһы эленгән. К. Мәргән. Ҡарт йыраусы ла был хикәйәтте, Еҙүкәйгә үпкә белдергән һымаҡ, яман илһамланып, ҡотортҡос сәм менән һамаҡланы. Ә. Хәкимов. • Ҡыйыҡ булһа ла, өй булһын, ҡарт булһа ла, ир булһын. Әйтем. Ҡарт кешенең ни байлығы — таяғы ла тамағы. Әйтем.
2. Оло йәштәге кешегә хас булған; хәлһеҙ, ҡарыуһыҙ. □ Старый, старческий. Ҡарт сырай. Ҡарт ҡулдар. ■ Ҡарт күҙҙең йәше лә тиҙ генә сыға һалып бармайҙыр ҙа шул. Р. Солтангәрәев.
3. һөйл. Никахы менән оло. □ Старший, первый (в браке). ■ Йәш кәләшен һөйгән була Сонайым, ҡарт кәләшен һуҡҡан була Сонайым. Халыҡ йырынан.
4. Эше, хеҙмәте йәки тәжрибәһе менән оло; тәжрибәле, күптәнге. □ Опытный; старый, бывалый. Ҡарт сәсән. Ҡарт белгес. Ҡарт һуғышсы. Ҡарт моряк. ■ Әхмәҙиә, бая уҡ тегене абайлап ҡуйғайны инде — һүҙ юҡ, һары сәстә ғәйрәт ҙур, арҡан тартышырға ҡушһалар, уйлап та тормай, дөрөп алып китер ине, әммә бында ҡара көс кенә эште хәл итмәй, ҡарт көрәшсе уныһын яҡшы белә. Р. Солтангәрәев. Нефёдыч та — Комарованың атаһы, ҡарт һалдат, һис тә иҫәптән сығарырға ярамай уны. Ә. Хәкимов.
297