ҠАРПЫШ ҠОЛАҠ
1. Артҡа ятмай, тырпайып торған (ҡолаҡҡа ҡарата). □ Оттопыренный, торчащий (об ушах). ■ Эйе, — Хәбибулла ҡарпыш ҡолағын ыуҙы, тоҡос кәзә һаҡалын һыйпаны. — Ҡыҙылдарҙа йөрөп, аяғым ранин булып ҡайтҡас, йәйгелеген урманда ҡасып яттыҡ. Я. Хамматов.
2. Кешене шаяртҡанда йәки мыҫҡыллағанда әйтелә; ҡарпыш ҡолаҡ. □ Лопоухий. ■ Ҡолағың ҡарпыш, телец тартыш, ҡойроғоң һалбыр, йөнөң ялбыр, һамаҡ.
ҠАРПЫШ ҠОЛАҠ (ҡолағы) (Р.: лопоухий; И.: flap-eared; T.: kepçe kulak) и.
Ҡолаҡтары артҡа ятмай, тырпайып торған кеше. □ Лопоухий человек. ■ [Мәхмүзә — Сәғиткә:] Эй, ҡарпыш ҡолаҡ! Һиңә ҡалған, ти, ут йөрәк булырға\ 3. Биишева. [Ғәбиттең] күңеле бер аҙ һилләнде, ҡарпыш ҡолаҡ, сысҡан күҙ менән йән әсеткес һөйләшеү онотола төштө. Ә. Әминев.
♦ Ҡарпыш ҡолаҡ, ҡарама тояҡ бала-сағаның үсекләшә торған һүҙе. □ Дразнилка (высмеивание лопоухих).
ҠАРСАҒА I и. зоол. диал. ҡар. ҡарсыға. Ҡарсаға ҡош. Ҡарсаға сөйөү.
ҠАРСАҒА II и. диал.
1. биол. ҡар. ҡыу II. Ҡарсаға йыйыу. Ҡарсағанан төнәтмә яһау. Ҡайын ҡарсағаһы. Ҡарағас ҡарсағаһы.
2. Ҡайын бәшмәгенән яһалған туп. □ Мячик, сделанный из берёзового трутовика. Ҡарсаға уйнау. Ҡарсаға яһау. Ҡарсаға тибеү.
ҠАРСАҒА ҺӨЙӘГЕ и. анат. диал. ҡар. ҡулан. Ҡарсаға һөйәген һындырған.
ҠАРСАҠI с. диал. ҡар. ҡарһаҡ I. Ҡарсак булыу. Ҡарсак малай. Ҡарсак ҡына ҡарт. Ҡарсак ҡыҙ.
ҠАРСАҠ II (ҡарсағы) (Р.: карлик; И.: dwarf; T.: cüce) и. диал.
Бәләкәй кәүҙәле кеше; иргәйел. □ Карлик. Ҡарсак булып тыуған. Ҡарсак ҡына ҡарт. Ҡарсак ҡыҙ.
ҠАР СЕРЕТКЕҺЕ и. диал. зоол. ҡар. ҡар бете. Ҡыш көнө ҡар өҫтөндә ҡар сереткеләре
күренә. Ҡар сереткеләре һыуыҡҡа ныҡ сыҙамлы.
ҠАРСЫҒА (Р.: ястреб; И.: hawk; T.: atmaca) и.
1. зоол. Ҡыҫҡа ҡанатлы, кәкре суҡышлы, үткер оҙон тырнаҡлы, уртаса ҙурлыҡтағы йыртҡыс ҡош (ағас башына оялай). □ Ястреб. / Ястребиный (лат. Accipitef). Оҙан ҡарсығаһы. Сысҡан тотоусы ҡарсыға. ■ Айытҡужаның бөтә эштәрендә лә уң ҡулы булған Хажи Аҡҡусҡаров иһә, туй башланырын да көтөп тормай, Аллағолдоң яурынына ҡарсыға балаһы ултыртты. Н. Мусин. Аҡ ҡарсыға менән күк ҡарсыға шыҡыйып та осоп талсыға. Халыҡ йырынан. • Әтәлгене тый, ҡарсығаны һуй. Әйтем. Сит илдең ҡарсығаһын уҙ иленең ҡарғаһы талар. Мәҡәл. Ҡарағайҙа ҡысҡырһа, ҡарсыға өнө билгеле, ҡара көндә ҡысҡырһа, ҡәрендәш өнө билгеле. Мәҡәл. Ҡарғанан ҡарсыға тыумаҫ, ҡарсыға ҡарға булмаҫ. Мәҡәл. Ябалаҡ оятынан ҡарсыға ояла. Әйтем.
2. этн. Мең, ҡайһы бер бөрйән ырыуҙарының тотем ҡошо, изге ҡош. □ Родовая птица минцев и некоторых родов башкир-бурзянцев. ■ Ырыуым минең бөрйән, үҙем эт йәнле бер йән. .. Сөйә торған ҡошом ҡарсыға, үҙем бәхет ҡошо эҙләп талсығам. Б. Исҡужин. Меңдәрҙең ағасы — ҡайын, изге ҡошо — ҡарсыға, ораны — алас.
ҠАРСЫҒА СӨЙӨҮ (ҡарсыға сой ) (Р: запустить ястреба; И.: hunt with a hawk; T.: şahin ile av) ҡ.
Ҡошҡа, йәнлеккә ҡарсыға менән һунар итеү. □ Запустить ястреба (способ охоты с помощью птицы). Ҡуянға ҡарсыға сөйөү. ■ Атаһы менән Телдәр сөйҙө күкһел ҡарсыға, бүҙәнә тота алманы — ҡарсыға ла талсыға. Ф. Туғыҙбаева.
ҠАРСЫҒА ЯБАЛАҠ (ябалағы) (Р: сова ястребиная; И.: northern hawk-owl; T.: bir baykuş türü) и. зоол.
Урта буйлы, һырты көрән, кәүҙәһенең аҫҡы яғы аҡһыл, арҡыры йыш ҡара һыҙыҡтар менән сыбарланған ултыраҡ ҡош (өкөнөң бер төрө). □ Сова ястребиная (лат.
296